АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Декабрь 2022, 21:45

Ир-егеттең күңелендә эйәрле, йүгәнле ат ята

Ир-егеттең юлдашы ла ат, моңдашы ла, башҡорттоң айырылғыһыҙ дуҫы ла ат.Ниндәй башҡорт ат менмәгән дә, ниндәй башҡорт ат яратмаған. Ауылда ат элек электән транспорт, йөк ташыусы, көтөү көтөүҙә алыштырғыһыҙ ярҙамсы.Әммә һуңғы йылдарҙа техника ныҡлы үҫешкәнлектән аттың роле артҡы планға ҡалып бара. Хәйбулла районының Иләс ауылында «Айыҡ ауыл» район конкурсы сиктәрендә «Ир ҡанаты ат була» сараһы ойошторолдо.

Ир-егеттең күңелендә эйәрле, йүгәнле ат ята
Ир-егеттең күңелендә эйәрле, йүгәнле ат ята


-Балаларҙың ат тураһында бик аҙ белеүҙәре, атҡа ябай бер хайуан, тип ҡарауҙары асыҡланды, - ти ойоштороусылар. Вилә Шәйхетдин ҡыҙы балаларға йылҡы малы тураһында мәғлүмәт бирҙе , мәҡәлдәр менән таныштырҙы.
Ат тураһында иң күп мәғлүмәтте әлбиттә, ир-егеттәр белә. Илгиз Ғәле улы Ишбулдин атты эйәрләргә өйрәтте, йүгәндең ниндәй роль уйнауын аңлатты, балаларҙы эйәргә ултырырға өйрәтте. Ҡыйыуыраҡ балалар хатта һыбай йөрөп ҡараны.
Салауат Хәтим улы Ҡунаҡасов аттарҙың төҫтәре, йәштәре буйынса атамаларын аңлатты.
Даян Ғилман улы Ҡоломбәтов атты санаға егеп күрһәтте, аттың сбруйҙары менән таныштырҙы. Сара аҙағында Даян ағайҙары балаларҙы санала елдереп йөрөтөп килде.Балаларға сара оҡшаны.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: