АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Декабрь 2022, 21:50

Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында тантаналы рәүештә бер юлы бер нисә объект сафҡа инде

 Балалар өсөн уйын һәм хоккей майҙансыҡтары, урам сәхнәһе барлыҡҡа килгән ауылда. "Айыҡ ауыл 2021" республика конкурсында беренсе урын яулап еңгән дүрт миллион һум күләмендәге аҡсаны ауыл халҡы шулай уҡ урамдарҙы яҡтыртыуға, ауыл клубын кәртәләүгә һәм стела урынлаштырыуға йүнәлткән. Спорт һәм ял үҙәге тип аталған күркәм ерҙә шулай уҡ урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса алынған урам тренажерҙары урын алған. Уларҙың ныҡлығын Вәзәмдәрҙең кыуанысын уртаҡлашырға килгән район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙе һынап ҡараны.

Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында тантаналы рәүештә бер юлы бер нисә объект сафҡа инде
Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында тантаналы рәүештә бер юлы бер нисә объект сафҡа инде


Тағы ла йәмләнеп ҡалған ауыл халҡына уңыштар теләргә генә ҡала. Афариндар!

Автор:Гульдар Кадаева