АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Ноябрь 2022, 09:45

Ҡаҙ йолҡабыҙ күмәкләп

«Беҙҙең "Ух" бригадаһы өсөн өйрәк, ҡаҙ өмәләре башланды, аллаға шөкөр!!! Йылда ошолай осрашып торабыҙ, йолалар юҡҡа сыҡмаһын инде. Күмәкләшеп һөйләшеп үткәргән өмәләргә бер нимә лә етмәй, ошондай осрашыуҙар - үҙе бер ғүмер», - тип яҙа үҙ сәхифәһендәХәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Әлфиә Игебаева.«Бик күп йолалар башҡарабыҙ: тамаҡҡа йөн торҙо тип, май күтәреү, май ҡаптырыу...

Ҡаҙ йолҡабыҙ күмәкләп
Ҡаҙ йолҡабыҙ күмәкләп


Гөжләтеп самауыр ҡайнатып, "өлөштәр"ҙең яртыһын ашап, уйын-көлкө менән, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп оҙаҡ ҡына ултырып, таралыштыҡ, Аллаға шөкөр! Иҫәнлектә, һаулыҡта, муллыҡта осрашып, күрешеп йәшәргә яҙһын, алла бойорһа!!!»

Күңелле, эйеме?! Ә һеҙҙә нисек үтә бындай өмәләр, дуҫтар?

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: