Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Октябрь 2022, 11:00

Йәрминкәлә кеше күп

🫑🧄Сибай ҡалаһының Зәки Вәлиди урамында көҙгө муллыҡ сараһы - ауыл хужалығы йәрминкәһе бара.

Йәрминкәлә кеше күп
Йәрминкәлә кеше күп

Сибай ҡалаһында октябрь айы буйы ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторолоуын хәбәр иткәйнек. Үткән шәмбелә лә ул гөрләп үтте. Унда Урал аръяғы райондары һәм күрше өлкәләр хужалыҡтары ҡатнашты.

Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары сибайҙарға башлыса йәшелсә-емеш, ит, бал тәҡдим итте. Ейәнсура, Күгәрсен райондары һәр ваҡыттағыса татлы ризыҡтары менән ҡыандырҙы. Ырымбур, Силәбе һатыусылары картуф, һуған, кишер күпләп алып килгән.
Был көндә ҡала халҡының ҡышҡылыҡҡа үҙҙәренә кәрәкле йәшелсә һәм башҡа төр ризыҡтар алыуын иҫәпкә алғанда, ысынлап та көҙгө йәрминкәләрҙең ҡала халҡы өсөн дә, һатыусыларға ла отошло, табышлы һәм файҙалы икәнлеген аңлатыу кәрәкмәй. "Сыуаҡ көн кәйефтәрҙе күтәрҙе,
көҙгө йәрминкә муллығы менән таң ҡалдырҙы,"- тип таралышты сибайҙар.
Дөйөм алғанда ауыл хужалығы йәрминкәһенә фермерҙар, шәхси хужалыҡтар 44,5 тонна продукция: 5,1 тонна бал, 34,7 тонна йәшелсә һәм емеш-еләк, 3,9 тонна ит, 180,6 килограмм ҡаҙ, тауыҡ, өйрәк килтерҙе. Әйткәндәй,  22, 29 октябрҙә лә Сибайҙа ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе үтәсәк.

Автор:Гульдар Кадаева