АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Октябрь 2022, 11:35

Ике яҡлы шул миҙал...

Әммә миҙалдың икенсе яғын да онотмайыҡ: уңыштың мул булыуы игенгә кинәт хаҡты төшөрҙө. Фермерҙар ашлыҡ менән банктан алынған кредиттарын ҡаплау, эш хаҡын түләү, яңы техника, элиталы орлоҡ һатып алыу тураһында хыялланып та өлгөрмәне, тағы ла “ярыҡ кәритә”лә тороп ҡалды.

Ике яҡлы шул миҙал...
Ике яҡлы шул миҙал...

Бураларға ашлыҡ тулыу менән йәнә ер хужалары өсөн оло һынау башланды. Игенде ҡайҙа илтергә, ҡайҙа һаҡларға, ашлыҡҡа хаҡтың күтәрелеүен күпме ваҡыт көтөргә? Быйылғы уңыштың мул килеүе Урал аръяғы игенселәре өсөн, бер яҡтан, ҡыуаныслы булһа, икенсенән, байтаҡ проблемалар тыуҙыра.

Барҙы ҡайҙа итергә аптырамағыҙ, булһын ғына тип тә уйлаусылар ҙа юҡ түгелдер. Әммә миҙалдың икенсе яғын да онотмайыҡ: уңыштың мул булыуы игенгә кинәт хаҡты төшөрҙө. Фермерҙар ашлыҡ менән банктан алынған кредиттарын ҡаплау, эш хаҡын түләү, яңы техника, элиталы орлоҡ һатып алыу тураһында хыялланып та өлгөрмәне, тағы ла “ярыҡ кәритә”лә тороп ҡалды. Етмәһә, һуңғы гектарҙар йыйылып бөтмәгән әле. Көндөң кинәт һыуытып, ҡар яуып ебәреүе лә күп хужалыҡтар өсөн проблемалар тыуҙырҙы тиһәк тә була.
Баймаҡ районының баш агрономы Нәжип Хәсәнов әйтеүенсә, ысынлап та һуңғы көндәрҙә игенгә хаҡтың кәмеүе күҙәтелә. “Беҙҙең аграрийҙар был күренешкә өйрәнеп тә бөттө. Ҡоролоҡ йылында хаҡ күтәрелә, уңыш булһа, төшә. Сөнки быйыл Рәсәйҙә, шул иҫәптән, Башҡортостанда ла иген биш миллион тонна йыйып алынды. Шуға күрә кинәт игенгә хаҡ төшөүе нормаль күренеш. Беҙ, шулай уҡ ауыл хужалығы министрлығы фермерҙарға йыйылған игенде әлегә һаҡлап торорға, аҙаҡ хаҡ бер аҙ күтәрелгәс, һатырға тәҡдим итәбеҙ. Яңы йылдан һуң мотлаҡ күтәрелер, тигән өмөттәбеҙ”,—ти ул.
Бөгөн күп кенә фермерҙар үҙҙәренең уңышын Сибай ҡалаһындағы “Ситно” элеваторына һаҡлауға тапшыра. Яңы йылға тиклем ойошма һаҡлау өсөн хаҡ алмай, әммә артабан һәр көнө өсөн түләргә тура килеүе лә ихтимал. Шул уҡ ваҡытта Сибайҙағы элеватор арпаны ҡабул итмәй, шунлыҡтан күптәр Әбйәлил районындағы Әлмөхәмәт элеваторына (уныһы ла шәхси ҡулда) тапшырырға мәжбүр. Әммә көндәлек сығымдар өсөн йыйып алынған уңышты һатмайынса ла булмай. Был осраҡта игенсе яҙын ҡыйбат хаҡҡа орлоҡ һатып алып, көҙөн уны арзан хаҡҡа һатырға мәжбүр була. Сөнки бөгөн күп эшҡыуарҙарҙың игенде һаҡлау өсөн үҙҙәренең урыны юҡ. Төп бәлә тап ошо иген һаҡлау келәте булмауҙан килеп сыға ла инде.
Белгестәр әйтеүенсә, әле игенгә хаҡ төшөү менән онға һәм икмәккә хаҡ кәмемәй. Сөнки хаҡ фермер етештергән продукцияға ғына төшөүе күҙәтелә, ә етештергән тармаҡҡа түгел. Шуға күрә бы-йыл иген күп, икмәк һәм он арзан була тип ҡыуанырға иртәрәк.
Әгәр ҙә яҙ көнө фермер тоннаһын 21 мең һумға орлоҡ һатып алып сәсһә, бөгөн ҡаты бойҙай 14 мең (тоннаһы), йомшаҡ бойҙай—12 мең, арпаның килограммы 6 һум да 50 тингә барып төшкән, етен—17 мең һум менән баһалана. Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығында игенселек һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар техник (майлы) культуралар сәсеүгә өҫтөнлөк бирә ине. Сөнки уларҙың хаҡы һатыуҙа юғары булды, быйыл күп хужалыҡтар етен, нут, рапс, сафлор кеүек техник культуралар сәсте. Һәм илдәге санкцияларға бәйле, әлегә уларҙы һатыу мөмкинлеге юҡ. Былтырғы йыл кеүек техник культураларға һорау бөтөнләй юҡ. Был осраҡта ла үҙебеҙҙә уларҙы эшкәртеү мөмкинлеге булмауы йәнә бер тапҡыр ҡыйынлыҡтар тыуҙыра ла инде.
Ҡасандыр Баймаҡ, Хәйбулла район-дары игенселәре өсөн, төп бренд булараҡ, бар республикала билдәлелек яулаған бойҙайҙың иң ҡаты сорты ла бөгөн баҙар иҡтисады шарттарында ҙур һорау тыуҙырмай. Был аңлашыла, сөнки ҡасандыр ГОСТ стандарты буйынса иң юғары сортлы макарон изделиелары тап ошо бойҙайҙың сорты менән эшләнелһә, бөгөн уларға ниндәй ҡушылмалар өҫтәлеүен етештереүсе лә, һатып алыусы ла белмәй. Тик ҡупшы һауыттарға төрөлгән аҙыҡтың тышлығында ҙур хәрефтәр менән “юғары сортлы бойҙай ононан етештерелде” тигән яҙыу ғына тора. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта техник культураларға һорауҙың күпләп артыуы, беҙ ит продукцияларынан етештерелгән тип уйлаған колбасаларҙың да составына соя, нут борсағы индерелеүе—төп сәбәптәрҙең береһе.
Шулай уҡ ваҡытлыса бушлай һаҡларға риза булған элеватор хужалары ла уларҙы юҡҡа ҡабул итмәүен күптәр аңлап та бөтмәйҙер. Был осраҡта ла «буштың атаһы күптән үлгәнен» оноторға ярамай, ҡайтанан уларҙы сығарыу өсөн сығымдарҙың хаҡы ашлыҡтың хаҡынан да уҙып китеп, әлеге эшҡыуар уны арзан хаҡҡа тағы ошонда уҡ ҡалдырырға мәжбүр буласаҡ. Был осраҡта кем ота, тағы ла шул монополист файҙаһына килеп сыға түгелме?
Һәр хәлдә, яңынан элеватор төҙөү маҡсатҡа ярашлы түгел, сөнки эргәлә “Ситно” эшләп килә. Иген һаҡлау келәттәрен төҙөүҙе тормошҡа ашырырлыҡ кеүек тә бит, йәнә эш аҡсаға барып ялғана. Йыл һайын ҡоролоҡтан зыян күргән крәҫтиәндең үҙ көсө менән генә бындай ҙур яуаплылыҡты атҡарып сыға алыуы бик икеле. Келәте булһа, иген киптергесе лә кәрәк була, уныһының да хаҡы арзан түгел. Шуға күрә фермерға үҙе үҫтергән игенде ҡайҙалыр алып барырға йәки тапшырырға тип йөрөгәнсе, ауылдамы, баҙарҙамы тоҡлап һатыу күпкә табышлыраҡ килеп сыға ла, әммә баяғы ла шул иген һаҡлау келәте булмау ғына бәкәлгә һуға.
Келәттәрҙә тулып ятҡан һоло, арпаның бер кем өсөн дә ҙур һорау тыуҙырмауы, йылдан-йыл игенгә хаҡтың тейешле кимәлдә булмауы йомарт көҙҙөң бар кинәнесен юҡҡа сығарһа ла, аграрийҙар көндө төнгә ялғап, мул уңыш алыуын дауам итә. Халыҡ әйткәнсә, игене булһа, урын табылыр. Тик хаҡы ғына булырмы?
Кәримә Усманова.

Автор:Карима Усманова