Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Сентябрь 2022, 16:10

Урып-йыйыу эше ахырына яҡынлаша

Хәйбулла районында урып-йыйыу кампанияһы аҙағына яҡынлаша. 22 сентябргә ҡарата төбәктә 67375 гектар иген культуралары йыйып алынған. Һандар теле менән әйткәндә, был уртаса 81,4 процент тирәһе. Игендең вал йыйылмаһы 179892 тонна булһа, район буйынса гектар ҡеүәте 26,7 цетнер тәшкил итә. Иң яҡшы уңыш Урал Зәкировтың крәҫтиән-фермер хужалығында, ти етәкселәр. Хужалыҡ механиазторҙары әлеге көндә етен ура. Етен баҫыуҙарында эш тамамланғас та улар бойҙайҙың элиталы сортын һуға башлаяссаҡ.

Урып-йыйыу эше ахырына яҡынлаша
Урып-йыйыу эше ахырына яҡынлаша

-Уңыш быйыл арыу. Беҙҙең төп бурыс – уны ваҡытында юғалтыуһыҙ йыйып алыу, - ти Хәйбулла игенселәре.

Мәғлүмәт һәм фото Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов сәхифәһенән.

Урып-йыйыу эше ахырына яҡынлаша
Урып-йыйыу эше ахырына яҡынлаша
Автор:Гульдар Кадаева