Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
31 Август 2022, 08:20

Һөнәри байрамығыҙ менән, ветеринарҙар!

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ветеринария хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Әйткәндәй, Башҡортостандың иң яҡшы ветеринар-фельдшеры Хәйбуллала эшләй Был мәртәбәле исемгә Флүр Кәлимуллин лайыҡ булды.

Һөнәри байрамығыҙ менән, ветеринарҙар!
Һөнәри байрамығыҙ менән, ветеринарҙар!

Хөрмәтле ветеринария хеҙмәте ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!
Районда ветеринария хеҙмәте агросәнәғәт комплексының уңышлы үҫешенең мөһим өлөшө булып тора. Үҙҙәренең көндәлек хеҙмәте менән ветеринария хеҙмәткәрҙәре хайуандарҙың һаулығын һаҡлай һәм малдан алынған продукцияның сифатын контролдә тотоп, кеше һаулығы һағында тора.
Хәйбулла районының ветеринария хеҙмәтендә профессионаллеге, үҙ эшенә тоғролоғо һәм заманса шарттарҙа эшләй белеүе менән айырылып торған кешеләр эшләй. Эпизотиктарға ҡаршы һәм ветеринар-санитар сараларҙы тәьмин итеүгә ҙур өлөш индергәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм.
Ысын күңелдән барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, изге башланғыстар теләйем.

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Һөнәри байрамығыҙ менән, ветеринарҙар!
Һөнәри байрамығыҙ менән, ветеринарҙар!
Автор:Гульдар Кадаева