АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
30 Август 2022, 08:55

Хәйбулла игенселәре һынатмай

Хәйбулла районында тыуған Виктор Марченко кес кенә сағынан хеҙмәтте һөйөп үҫә. Шуға ла һөнәр һайлау уға ҡыйын булмай: мәктәпте тамамлағас та механизатор булып китә. Хәҙер инде игенсе «Вектор» техникаһын 5-се йыл йөрөтә.  -Иген үҫтереү ябай эш түгел, ти ул. Эш ыңғай барһын өсөн комбайнер булыу, техниканы яҡшы белеү генә аҙ. Бөтә күңелең менән ураҡ эшенә сумырға, хеҙмәтеңде яратырға кәрәк. Әйткәндәй, күптән түгел ҡыҙыу эш мәлендә баҫыу өҫтөнә уның комбайнына ут ҡаба. Виктор юғалып ҡалмай, янғын һүндереүселәр килгәнсе, янындағы игенселәр менән бергәләшеп, комбайнды ла, эргә-тирәне ялмап алған утты лә һүндереп ҡуя.

Хәйбулла игенселәре һынатмай
Хәйбулла игенселәре һынатмай

Марченколарҙың ерҙе һөйөүе, ер эшенә мөкиббән китеүҙәре ҡандан килә. Викторҙың атаһы оҙаҡ йылдар комбайнсы булып эшләгән. Әлеге ваҡытта уның менән бергә иген баҫыуҙарында ағаһы Игорь ҙа тир түгә. Марченоклар эшләгән Власенко крәҫтиән-фермер хужалығы әлеге мәлгә ҡарата 6 мең тоннанан ашыу бойҙай һуҡҡан. Бөтә район буйынса август аҙағына төбәктә үҫтерелгән уңыштың 35 проценты йыйып алынған.

-Ауыл хеҙмәтсәндәренә еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйем! Көн торғанда тиҙерәк уңышты йыйып алыу—беҙҙең төп бурыс,--тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Мәғлүмәт һәм фото башлыҡ сәхифәһенән.

Хәйбулла игенселәре һынатмай
Хәйбулла игенселәре һынатмай
Автор:Гульдар Кадаева