АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
20 Август 2022, 10:10

Быйыл уңыш һөйөндөрә

“Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра”, тип юҡҡа әйтмәгәндәр боронғолар, шуға ла ауыл хеҙмәтсәндәре был ваҡытта ҡара таңдан алып ҡояш байығанса баҫыуҙа “егелә”. Ошоно иҫәпкә алып Баймаҡ районының баш агрономы Нәжип Хәсәнов менән беҙ ҙә райондың ялан зонаһында урынлашҡан иген баҫыуҙарына йүнәлдек. Нәжип Ишбулды улы белдереүенсә, быйыл уңыш һөйөндөрә. Төбәк аграрийҙарына бөтәһе 76 мең гектар майҙанда урып-йыйыу эштәре тора. Әлеге көндә шуның 4 меңендә - эш тамамланған, арпаның гектар ҡеүәте - 22 центнер тәшкил итһә, һолоноҡо-23. Ә бына бойҙайға өмөт ҙур, ул яҡынса 25 центнер булыр тип көтөлә. -Сәсеү бер аҙ һуңланы, шуға күрә Баймаҡ игенселәре урып-йыйыуға бер аҙ һуңыраҡ төштө. Ҡайһы бер хужалыҡтар, атап әйткәндә, Рәшит Яхин, Сергей Касьянов, Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы тәүгеләрҙән булып һоло, арпа баҫыуҙарын башланы. Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл уңыш мул булмаҡсы, башаҡтар тос, игенселәрҙең кәйефтәре күтәренке. Иң мөһиме — көндәр генә аяҙ торһон, ә ҡалғаны ер улдарының тырышлығына бәйле.

Быйыл уңыш һөйөндөрә
Быйыл уңыш һөйөндөрә

Арыш баш ҡоҫҡан, туҡ башаҡтар елгә тирбәлгән, иген баҫыуҙары әллә күпме саҡрымдарға һуҙылған мәл — йылдың иң матур сағы. Был көндәр – игенсе өсөн генә түгел, бар ауыл халҡы өсөн дә яуаплы һәм мәшәҡәтле мәл, сөнки ер кешеһе туҡ башаҡ һөйөндөрөр ваҡыттың ҡәҙерен белә, шунлыҡтан һәр минутын файҙаланырға тырыша.

Ниһайәт, быйылғы йыл Баймаҡ аграрийҙары өсөн ҡулай булды: бесәндәр емерелеп уңды, хужалыҡтарҙа һәм шәхси ихаталарҙа йыл ярымға етерлек мал аҙығы тупланды, әле күптәр һоло һәм арпа баҫыуына төшөп, тәүге уңыш йыйырға тотондо. Нисек кенә әйтһәк тә, уңыш йыйыу ысынлап тәбиғәт шарттарына бәйле. Ер эшендә уңыш бер ҡасан да еңел бирелмәй, һәр ваҡыт хеҙмәт кешеһенең әсе тире менән һуғарыла.

“Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра”, тип юҡҡа әйтмәгәндәр боронғолар, шуға ла ауыл хеҙмәтсәндәре был ваҡытта ҡара таңдан алып ҡояш байығанса баҫыуҙа “егелә”. Ошоно иҫәпкә алып Баймаҡ районының баш агрономы Нәжип Хәсәнов менән беҙ ҙә райондың ялан зонаһында урынлашҡан иген баҫыуҙарына йүнәлдек.

Нәжип Ишбулды улы белдереүенсә, быйыл уңыш һөйөндөрә. Төбәк аграрийҙарына бөтәһе 76 мең гектар майҙанда урып-йыйыу эштәре тора. Әлеге көндә шуның 4 меңендә - эш тамамланған, арпаның гектар ҡеүәте - 22 центнер тәшкил итһә, һолоноҡо-23. Ә бына бойҙайға өмөт ҙур, ул яҡынса 25 центнер булыр тип көтөлә.

-Сәсеү бер аҙ һуңланы, шуға күрә Баймаҡ игенселәре урып-йыйыуға бер аҙ һуңыраҡ төштө. Ҡайһы бер хужалыҡтар, атап әйткәндә, Рәшит Яхин, Сергей Касьянов, Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы тәүгеләрҙән булып һоло, арпа баҫыуҙарын башланы. Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл уңыш мул булмаҡсы, башаҡтар тос, игенселәрҙең кәйефтәре күтәренке. Иң мөһиме — көндәр генә аяҙ торһон, ә ҡалғаны ер улдарының тырышлығына бәйле.

Уңыштың уртаса күрһәткесе әлегә гектарынан 22 центнер тәшкил итә, - ти баш агроном.

Кәрешкә ауылынан “Линар Әхмәтов” крәҫтиән (фермер) хужалығы - Татлыбай ауыл биләмәһенең иң тотороҡло эшләгән хужалыҡтарының береһе. Малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармағын берҙәй тигеҙ тартҡан фермер атаһының юлын лайыҡлы дауам итә. Ҡасандыр алдынғылар рәтендә булған элекке “Сибай” совхозында атаһы етәкселек иткән ваҡытта сирҡаныс алған, ҡанат нығытҡан Линар  Фирғәт улы 2014 йылда үҙ эшен асып, яңылышмай. Бер ниндәй дәүләт ярҙамы алмай, үҙ аяғында ныҡлы баҫып торған фермерҙың бөгөн ҡеүәтле матди-техник базаһы бар, техникалары етерлек, пайсылар ерен ҡуртымға алып, иген культуралары сәсә.

Беҙ улар янына барғанда, ер уңғандары һолоны урып, яҫмаларға һалып, арпаға төшкән ине.

-Бөгөн был арпа баҫыуын тамамлап, бойҙайға төшәбеҙ, - тип ҡаршыланы Линар Әхмәтов. – Бөтәһе 600 гектар майҙанда иген культуралары сәстем, шуның 300 гектарын - арпа, 250 гектарын - бойҙай, ҡалған 50 гектарын һоло тәшкил итә. Гектар ҡеүәте 18-20 центнер, төшөм яҡшы, быйылғы уңышҡа һөйөнөргә генә кәрәк.

Әлбиттә, тырыш хеҙмәтсәндәр булмаһа, эшең алға бармай. Иген баҫыуында һәр минуттың ҡәҙерен белеп, үҙ эшенең оҫталары - Мораҙым Йәнтилин, Таһир Сөләймәнов, Әхмәт Иҫәнгилдиндар уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн бар көсөн һала. Ялан батырҙарына йылы аш килтерелә, яғыулыҡ-майлау материалдары менән өҙөклөктәр юҡ, техника төҙөк.

Бер үк ваҡытта малсылыҡ тармағын ҡышҡа әҙерләү ҙә дауам ителә. Хужалыҡта 160 баш һыйыр малы иҫәпләнә, шуның 90-ы - һауын һыйырҙар. Көндәлек һауым 500   литр тәшкил итә, һөт   Силәбе өлкәһенә тапшырыла. Һөттән килгән “тере аҡса” хеҙмәтсәндәргә эш хаҡы түләүгә, яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыуға китеп тора. Әйткәндәй, эшҡыуарҙың ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы тупланған.

Яҙмыштарын ергә бәйләп, уның һәр һулышын тойған ер кешеләре йылдың ниндәй килеүенә ҡарамаҫтан, иртә яҙҙан сәсеүгә тотоно, көҙ уны урып - йыя. Ҡоролоҡ йылдарында туплай алмаған орлоҡто ла киләһе йылға ҙур өмөттәр бағлап, һатып алып сәсә. Әммә күп осраҡта көткән өмөттәр аҡланмай. Әле лә шулай булып ҡуймаһын тип борсола улар. Сөнки республика баҫыуҙарында уңыштың яҡшы булыуы күренеү менән игенгә хаҡтың ҡапыл түбәнәнеүе лә күҙәтелә. Әгәр ҙә игенгә хаҡ төшә икән, яҙын орлоҡҡа тип юғары хаҡҡа һатып алынған иген культураларының хаҡы ла ҡапланмаясаҡ, тип игенселәрҙең борсолоуҙары ла бик урынлы. Улар әйтеүҙәренсә, ашлыҡтың үҙҡиммәте юғары. Был тәңгәлдә республика етәкселәре аграрийҙарға ниндәйҙер кимәлдә ярҙам итеү сараһын күрер, тигән ышаныста ҡалайыҡ.

Атаһынан күреп, уҡ юнған, тигәндәй ҡасандыр Линар Фирғәт улы атаһының юлын дауам итеп, игенселеккә ныҡлап тотонһа, бөгөн үҙенең улдары - Амур менән Юнир ҙа - аталарының терәге һәм оло ярҙамсылары, ә ҡатыны Рәфилә ханым - иренең уң ҡулы.

Кәримә Усманова.

Баймаҡ районы.

Автор фотолары.

Бына ул – ялан батырҙары!

Баш агроном Нәжип Хәсәнов менән фермер Линар Әхмәтов быйылғы уңыштан шат

 

Быйыл уңыш һөйөндөрә
Быйыл уңыш һөйөндөрә
Автор:Гульдар Кадаева