Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
2 Август 2022, 13:10

Беҙҙә бесәнде ошолай сабалар

Беҙҙең Баймаҡ егеттәре салғыны үткер итеп тороп сүкеп, ошолайтып ҡолас ташлап, матур ғына ғына итеп бакуйҙарға һалып, рәхәтләнеп бесән саба! Таныш булығыҙ: видеола ҡолас ташлап бесән сапҡан егет – Васил Байназаров. Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуып үҫкән. Әле ул атай-әсәйенә бесән сабышырға ярҙам итә. Бөтә кеше ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын косилкә менән әҙерләүгә күсеп бөткәндә салғы менән бесән сабыу хатта ҡыҙыҡ та күренә.

Беҙҙә бесәнде ошолай сабалар
Беҙҙә бесәнде ошолай сабалар

-Онотолоп бара шул ҡул салғыһы. Мин 30 йылға яҡын инде ошолайтып ҡул менән бесән сабам.

Өсәүләп, атай, мин һәм ҡустым сабынлыҡҡа төшөп китһәк, косилканан ҡалышмайбыҙ, -- тип йылмая егәрле ир-егет.

Әйткәндәй, Васил Рәфҡәт улы Сибай ҡала хакимиәтендә водитель булып эшләй. Беҙҙең “Атайсал” редакцияһында ла машина йөрөттө.

Автор:Гульдар Кадаева