АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
25 Апрель 2022, 17:50

Мул уңыш алам тиһәң

Магазиндарҙа йәшелсә-емешкә яҡын барырлыҡ түгел. Хаҡтары ныҡ артты. Картуф, кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтәне үҙебеҙҙе ҙә үҫтереп ашай алабыҙ инде. Үҙебеҙҙеке тәмле лә, экологк яҡтан таҙа ла булыр. Шуға ла һеҙҙең менән яҡшы уңыш серҙәре менән бүлешәбеҙ. Һаҡлап ҡуйығыҙ һәм файҙаланығыҙ!  Тиҙҙән сәселәсәк картуф мул уңыш бирһен!

Мул уңыш алам тиһәң
Мул уңыш алам тиһәң
  1. Картуф орлоғо вағыраҡ булған һайын уңыш эрерәк була, тиҙәр. Шулай ҙа уртасаны сәсеү яҡшыраҡ. Орлоҡ эре икән - ярып сәсергә мөмкин. Тик һәр яҡта 2-4 күҙ ҡалыуы мөһим. Ә ваҡ картуфты икешәр сәсеү, кире һөҙөмтә бирәсәк.
  2. 2. Кртуфты тәрәнгә сәсһәгеҙ, ваҡ уңыш алырһығыҙ. Әле алда уны күмеү торғанын да онотмағыҙ.

     3. Ашламаны картуф үҫә башлаған осорҙа, йәғни сәскә атҡандан һуң индереү яҡшыраҡ.

     4. Ашлағанда минераль ашлама ҡулланһағыҙ, картуф тәмлерәк була. Ә органик ашлама, айырыуса тиреҫ, бүлбеләрҙең тәменә насар йоғонто яһап ҡына ҡалмай, картуф ауырыуҙары ла барлыҡҡа килтерә.

     5. Бүлбе тиҙерәк тумалһын, эрерәк булһын өсөн, картуф һабағының остарын сәскә атғандан һуң һындырып сығырға кәрәк. Шул саҡта файҙалы матдәләр бүлбелә ҡаласаҡ. Эре ҙәм көслө һабаҡ картуфтың да эре булыуы хаҡында һөйләмәй.

     6. Ҡаҙып алырға 2-3 аҙна ҡалғас, һабаҡтарҙы яртылаш ҡырҡып сығыу яҡшы булыр. Шунда бөтә файҙалы матдә бүлбеләргә китеп, үҫемлек ҡышҡа әҙерләнә башлай. Тимәк, был уңыш яҡшы һаҡланасаҡ.

 

Автор:Гульдар Кадаева