АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Май 2021, 14:40

БАЙЫШ УҢҒАНДАРЫ

Баймаҡ районы хужалыҡтары яҙғы сәсеүгә яҡшы әҙерлек менән килде. Яҙғы бер көн йылды туйҙырыуын яҡшы аңлай район аграрийҙары, шуға күрә ваҡыт ҡәҙерен белеп яҙғы баҫыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һәм тиҙ арала атҡарып сығырға йыйына.

Баймаҡ районы хужалыҡтары яҙғы сәсеүгә яҡшы әҙерлек менән килде. Яҙғы бер көн йылды туйҙырыуын яҡшы аңлай район аграрийҙары, шуға күрә ваҡыт ҡәҙерен белеп яҙғы баҫыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һәм тиҙ арала атҡарып сығырға йыйына.
Райондың баш агрономы Нәжип Хәсәнов белдереүенсә, быйыл бөтәһе 84 мең 450 гектар майҙанда иген культураларын сәсеү ҡарала. 72050 гектарҙа бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлылар сәсеү планлаштырыла.
—Бөгөн яҙғы баҫыу эштә-ре 70 процентынан ашыу башҡарылған. Тәүгеләрҙән булып сәсеүгә төшкән Ленин исе-мендәге ауыл хужалығы кооперативы, “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарынан—“Р.Яхин”, “М.Мөрсәлимов”, “Р.Рәсүлев”, “А.Шәрәфетдинов”тар сәсеү эштәрен тамамлап та ҡуйҙы. Үткән йылдағы ҡоролоҡ сәбәпле, күп хужалыҡтар үҙҙәре тулыһынса орлоҡ фонды туплай алманы, шуға күрә фермерҙарға ситтән орлоҡ һатып алырға тура килде,—ти Нәжип Ишбулды улы.
Ишмөхәмәт ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа эш-ҡыуарлыҡты үҙ иткән, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары асыусылар байтаҡ. Был юлы беҙгә Байыш ауылы уңғандары Ғә-ҙел Рәхмәтуллин һәм Рафиҡ Рәсүлевтың баҫыуҙарында булырға тура килде.
Атаһының юлын лайыҡлы дауам итеүселәрҙең береһе Ғәҙел Рәхмәтуллин ҡеүәтле сәсеү комплексы руле артына үҙе ултырып, көнөнә 30-40 гектар майҙанды урап сыға. Ер эшен бәләкәйҙән белгән егет мәктәпте тамамлағас, Өфө ауыл хужалығы университетының “Агрономия” бүлегенә уҡырға инә.
—Атайым ғүмере буйы фермерлыҡ менән булышты, хәҙер уның эшен мин дауам итәм. Уның кәңәштәрен тыңлап, һәр саҡ бергәләшеп эш итәбеҙ. Бала саҡтан уның тракторында, комбайнына ултырып йөрөнөм, шуға күрә игенселек эше миңә бик таныш. Ерҙе яратырға, уға ҡарата мөнәсәбәт нисек булырға икәнлеген дә атайым өйрәтте, үҙемдең агроном һөнәрем дә күп осраҡта ярҙам итә,—ти йәш эшҡыуар.
Быйыл иртә яҙҙан уҡ ҡояштың аяуһыҙ ҡыҙҙырыуы игенселәргә ҡыуаныс өҫтәмәһә лә, улар әлегә ерҙә бер аҙ дымдың булған сағында тиҙ арала орлоҡ һалып ҡалырға тырыша. Шуға күрә һәр сәғәт, һәр минуттың ҡәҙерен белеп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бураҙналарға орлоҡтар һалына. Әйткәндәй, сәсеү комплексы игенде ҡамыл ысулы менән сәсә, үҙе тырмата, үҙе орлоҡто һала, үҙе сәсә, замана техникаһына һүҙ тейҙерерлек түгел.
Ғәҙел Рәхмәтуллиндың сәсеү майҙандары 500 гектарҙы тәшкил итә, шуның 130 гектарында—арпа, 100 гектарында—етен, ҡалғандарында һоло һәм бойҙай сәсеү планлаштырыла. Шулай уҡ тупраҡтың уңдырышлығын арттырыуҙа, иген культураларының уңышын күтәреүҙә ашламаларҙың әһәмиәте ҙур булыуын яҡшы аңлай ул. Бер юлы минераль ашламалар ҙа ҡулланыла.
Бөгөн заман менән йәнәш атлаусы эшҡыуарҙар бер өлкәлә генә туҡталып ҡалмай. Кемдер үҫемлекселек менән бер юлы малсылыҡты йәиһә йылҡысылыҡты үҙ итһә, бәғзеләре икенсе йүнәлештә үҙ эшен аса. Ғәҙел Фәйзи улының да Баймаҡ ҡалаһында тирмәне бар: үҙе үҫтергән бойҙайҙан сифатлы һәм файҙалы он етештерә.
Ғаиләһенән дә уңған ул: ҡатыны Венера менән баһадирҙай ике улға ғүмер биргән. Асҡар менән Саньяр ҙа аталарының һәр көн эштән ҡайтыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала, үҙҙәре лә уның кеүек киләсәктә ҡеүәтле техникаларҙы “йүгәнләргә” хыяллана. Әлегә аталары бүләк иткән төрлө машиналарҙа уйнай, уның кеүек тракторға ултырып ер һөрә, комбайнда иген ура. Кем белә, бәлки улар ҙа атаһынан күргән уҡ юнған, тигәндәй ата-олаталарының юлын лайыҡлы дауам итер.
Байыш ауылының йәнә бер тәжрибәле фермерҙарҙың береһе Рафиҡ Рәсүлевтың да янына барҙыҡ. Ваҡытының тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең менән һөйләшергә бер аҙ форсат тапты.
Рафиҡ Рәйес улының сәсеү майҙандары 474 гектарҙы тәшкил итә, 30-ҙан ашыу пайсылары бар. Ғүмере буйы ер эшен яҡындан белгән, уны яратҡан эшҡыуарҙың тәжрибәһе йәштәргә өлгө булып тора. Уға ла “ҡорос ат”ты үҙенә йүгәнләргә тура килгән, орлоҡ тейәшергә ауылдашы Мөхтәр Шахморатов ярҙам күрһәтә. “Әле тупраҡта дым булған саҡта, яҙғы баҫыу эштәрен тамамлап ҡалыу кәрәк”,—ти тәжрибәле фермер.
Ҡасандыр яҙғы сәсеү эштәрендә баҫыуҙарҙа тракторҙарҙың гөрләүе әллә ҡайҙан ишетелеп торһа, бөгөн күпселек баҫыуҙа фермерҙар үҙҙәре техника артына ултырып, үҙҙәренең генә сәсеүҙәре күҙәтелә. Бер яҡтан уйлап ҡарағанда, былай отошло ла кеүек. Ни тиһәң дә эшҡыуарҙың кеҫәһенән әллә ни сығымдар китмәй, үҙе яйлап сәсә, кемгәлер эш хаҡын түләү ҙә кәрәкмәй. Һәр хәлдә сит илдә фермерҙар үҙ баҫыуҙарында тап шулай эшләй. Әммә миҙалдың ике яҡлы булыуын да онотмайыҡ: бөгөн эшләргә кеше таба алмай күп фермерҙар. Ауылдарҙа эшһеҙ ятҡан халыҡтың иҫәбе-һаны юҡ, әммә уның эшләргә теләге күҙәтелмәй. Ни өсөндөр ул ашлы, эшле һәм ҡош-ҡортона емле, малына бесән-һаламлы булғыһы килмәй. Быныһы инде икенсе мәсьәлә.
Кәримә Усманова.