Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
20 Ғинуар 2021, 11:40

ДӘРТ ИТҺӘҢ, ЭШ ТАБЫЛА

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Ғайсар Буранбаевтың хужалығында малдарҙы ҡышлатыу барышы менән яҡындан таныштыҡ.

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Ғайсар Буранбаевтың хужалығында малдарҙы ҡышлатыу барышы менән яҡындан таныштыҡ.
Малсылыҡ—ауыл хужалығы тармағының иң өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Төбәктә малсылыҡ һәм йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса үҙ эшен асҡан фермерҙар байтаҡ. Ғайсар Әшрәф улы—тап ошо йүнәлештә эшләүселәрҙең береһе. 2001йылда ул тыуған ауылында—“Сибай” сов-
хозында хеҙмәт юлын башлаһа, аҙаҡ совхоз-колхоздар бөткәс, күр-
ше ауылға йөрөп эшләй. Күлтабан мегафермаһында бер аҙ тәжрибә туплағандан һуң, үҙ эшен асырға ҡарар итә.
2018 йылда «Эш башлаусы фермер” дәүләт программаһында ҡатнашып, грант ота. Дәүләт ярҙамы менән “Беларус-82” тракторы, уға кәрәкле бөтә ҡорамалдар, 15 баш симменталь тоҡомло таналар һатып ала. Элекке совхоздың ташландыҡ торған бинаһын аукцион аша алып, уны ремонтларға тотона.
Бөгөн буш торған һарайҙы үҙ көсө менән һыйырҙар өсөн йылы ҡураға әйләндергән. Иң яуаплы осор—малды ҡышлатыуға фермер тулыһынса әҙер. Етерлек кимәлдә мал аҙығы тупланған, фураж, сенаж әҙерләнгән.
—Һөтсөлөк йүнәлешенә өҫтөнлөк бирҙем, сөнки көндәлек аҡтан табыш алырға мөмкин. Үҙем ветеринар булараҡ, малдарҙы яһалма ҡасырыу менән шәхсән шөғөлләнәм. Киләсәктә мал һанын арттырырға теләк бар. Әле һигеҙ быҙау тыуҙы, уларҙы йылы ҡураларға индергәнбеҙ. Көндәлек һауым да көндән-көн арта,—тип таныштыра Ғайсар Буранбаев.
Атаһына ярҙамға улы Ғайса ла килгән. Аҙыраҡ ҙурайып алһалар, ҡустылары Динислам, Ансар, Әмин дә ҡушылыр, тип ҡәнәғәт йөҙ менән йылмая ауыл фермеры.
Ғаиләһенән дә бәхетле ул: ҡатыны менән алты балаға ғүмер биргәндәр. Ауыл ерендә йәшәүсе күп бала тәрбиәләүсе ғаилә булараҡ, йорт төҙөү өсөн субсидия алып, ике ҡатлы ҙур һәм яҡты йорт төҙөй. Тап Ғайсар Буранбаев кеүек уңған фермерҙар ауылдарыбыҙҙың ҡото һәм терәге булып тора, улар-ҙың киләсәгенә яҡты өмөт тыуҙыра.
К.Ишбулдина.