Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Октябрь 2020, 20:20

ИР ТЕРӘГЕ - ЕР

...Борон-борон заманда, йәшәгән, ти, бер егет. Ул бәхет асҡысы эҙләгән. Тапҡан. Шул ваҡыт уның ҡолағына: “Бәхет ерҙә түгел, егет, күктә”,—тигән һүҙҙәр ишетелә. Егет асҡысты күккә ырғыта. Асҡыс йондоҙ булып балҡый. Бөтә ерҙе яҡтырта. Уға ҡарап егеттең күҙҙәре сағыла. Күктә күпме йондоҙҙар яна, береһе лә был тиклем нурлы түгел, иң яҡты йондоҙ, бәхет йондоҙо был, тип шатлана егет. Ләкин оҙаҡламай йондоҙ һүнә, ергә асҡыс булып килеп төшә. Егеттең ҡолағына: “Ер кешеһенең бәхете ерҙә, күктә түгел”,—тигән һүҙҙәр ишетелә. Егет яҙ көнө асҡыс ятҡан ерҙең тирәһен ҡулдары, ағас менән йыртҡылап бөтөрә, унда ашлыҡ сәсә. Көҙөн уның бураһына алтын бөртөктәр йыйыла. Ошо легендалағы кеүек ер кешеһенең, ғүмере буйы тирен түгеп, иген үҫтергәндең, ысынлап та, иң яҡты йондоҙо, бәхет йондоҙо—ерҙә, тыуған тупраҡта икәнлегенә күп тапҡырҙар шаһит булғаным бар. Бәхет асҡысын ерҙә тапҡан геройҙарымдың береһен сал далалы Хәйбулла тарафтарында осратырға тура килде.

...Борон-борон заманда, йәшәгән, ти, бер егет. Ул бәхет асҡысы эҙләгән. Тапҡан. Шул ваҡыт уның ҡолағына: “Бәхет ерҙә түгел, егет, күктә”,—тигән һүҙҙәр ишетелә. Егет асҡысты күккә ырғыта. Асҡыс йондоҙ булып балҡый. Бөтә ерҙе яҡтырта. Уға ҡарап егеттең күҙҙәре сағыла. Күктә күпме йондоҙҙар яна, береһе лә был тиклем нурлы түгел, иң яҡты йондоҙ, бәхет йондоҙо был, тип шатлана егет. Ләкин оҙаҡламай йондоҙ һүнә, ергә асҡыс булып килеп төшә. Егеттең ҡолағына: “Ер кешеһенең бәхете ерҙә, күктә түгел”,—тигән һүҙҙәр ишетелә. Егет яҙ көнө асҡыс ятҡан ерҙең тирәһен ҡулдары, ағас менән йыртҡылап бөтөрә, унда ашлыҡ сәсә. Көҙөн уның бураһына алтын бөртөктәр йыйыла. Ошо легендалағы кеүек ер кешеһенең, ғүмере буйы тирен түгеп, иген үҫтергәндең, ысынлап та, иң яҡты йондоҙо, бәхет йондоҙо—ерҙә, тыуған тупраҡта икәнлегенә күп тапҡырҙар шаһит булғаным бар. Бәхет асҡысын ерҙә тапҡан геройҙарымдың береһен сал далалы Хәйбулла тарафтарында осратырға тура килде.
Әмир Шәйәхмәтов—30 йылдан ашыу ғүмерен ауыл хужалығына арнаған тәжрибәле ауыл хужалығы белгесе, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Сығышы менән Баймаҡ районынан, Өфө ауыл хужалығы институтын тамамлап, бер аҙ баш ҡалала эшләп алғандан һуң, Хәйбулла районына эшкә ебәрелә. 1994 йылда дәүләт сорт һынау участкаһының Хәйбулла бүлексәһендә етәксе итеп тәғәйенләнә. Ул ваҡытта ауыл хужалығы тармағына иғтибар ҙур була. Игендән юғары уңыш алыуҙың төрлө юлдары өйрәнелә, шулай ҙа икмәк үҫтереүҙә ҡатнашы булған һәр кем бер хәҡиҡәтте яҡшы аңлай: яҡшы орлоҡһоҙ алға китеш юлдары юҡ. Һәр төбәктең тәбиғәт шарттарын иҫәпкә алып, төрлө эҙләнеүҙәр ярҙамында ғына барлыҡҡа килгән орлоҡто сәсеү юғары уңышҡа алып килеүе һәр кемгә билдәле. Гектар көсөн арттырыу, һәр гектарҙан мөмкин тиклем күберәк иген алыу, яңы сорттар сығарыу—дәүләт сорт һынау участкаһының төп маҡсаттары була.
—Уйлап ҡараһаң, совет осоронда 100-ҙән ашыу дәүләт сорт һынау участкаһы булды. Беҙҙе һәр саҡ төрлө өлкәләр менән үҙ-ара аралашыу, бер-беребеҙҙән тәжрибә туплау маҡсатында даими рәүештә ғилми конференцияларға саҡыралар ине. Ауыл хужалығы тармағын фәнни нигеҙҙә күтәреүгә иғтибар көслө булды. Шуның өсөн дә ул саҡта кешелә хеҙмәткә ижади, фәнни ҡараш барлыҡҡа килде. Һәр төбәктең үҙенә генә хас иген үҫтереү нескәлектәре бар. Мәҫәлән, тик Хәйбуллала ғына игендең иң ҡаты сорты өлгөрә. Уның гектар ҡеүәте аҙ булғанда ла, үҙенең үҙҡиммәтен юғалтмай. Мул уңыш алған райондар гектарынан 30 центнер иген йыйып та беҙҙең иң ҡаты бойҙайҙың бер аҙ ғына өлөшө менән сағыштырғанда, беҙҙеке күпкә отошлораҡ килеп сыға. Юҡҡамы ни, иң ҡаты бойҙайҙан етештерелгән аҙыҡ, шул иҫәптән, макарон изделиелары ҡыйбат хаҡҡа һатыла.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдәге барған үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә, 2007 йылда мин етәкләгән дәүләт сорт һынау участкаһының Хәйбулла бүлексәһе ябылды. Уның бик яҡшы 100 гектар майҙаны бар ине, ул ер район ҡарамағына ҡалдырылды,—тип таныштырҙы Әмир Сабирйән улы.
Тәү ҡарашҡа һүҙһеҙ, бер аҙ йомоғораҡ күренгән юлдашымдың игенселек хаҡында һүҙ сыҡҡанда, күҙҙәренең балҡып китеүе, уларҙы бер аҙ ҡыҫыбыраҡ биреп, бар йөҙөн нурландырып, талғын тауыш менән бар нәмәне аңлатырға тырышыуы һоҡландыра. Ерҙе яратҡан, уны һөйгән, үҙ эшенә бар булмышын ғына түгел, күңелен биргән һәм йөрәген һалған кеше тупраҡты ярата, уны аңлай алалыр. Быйылғы йәй Хәйбулла игенселәрен бер аҙ һөйөндөрҙө, игенсе күңелендә бер аҙ өмөт осҡондары уятты.
Ерҙең ысын хужаһы тигәндәй, Әмир Шәйәхмәтов эшһеҙ тороп ҡалғас, һис бер икеләнеүһеҙ үҙ эшен асырға ҡарар итә. Ябылған участка базаһында крәҫтиән-фермер хужалығын ойоштора, үҙ эшенә яуаплы ҡараған етәксе ҡулында эшләргә кешеләр ҙә тиҙ табыла. Әммә, үҙен ҡыҙыҡһындырған, яратҡан шөғөлөн ташламай ул: ауыл хужалығы ғилми-тикшереү институттары менән бәйләнеш булдырып, орлоҡ сорттарының яңыларын алып, шуларҙы сәсеп, башҡалары менән даими сағыштырып, төрлө эҙләнеүҙәр алып бара. Үҙ эҙләнеүҙәре, фәнни тикшеренеүҙәре менән кандидатлыҡ яҡлай. Тырыш егетте фәндә ҡалырға, артабан да ғилми эшен дауам итергә тәҡдим итәләр, әммә ер кешеһенең бөтмәҫ-төкөнмәҫ эштәре уға артабан фән юлынан атларға ваҡыт ҡалдырмай.
—Фермерлыҡ эшенә тотонғас, яуаплылыҡ та икеләтә артты,—тип дауам итте Әмир Сабирйән улы.—Документтар артынан йөрөү ҙә, техника өсөн яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү ҙә, сәсеү, ураҡ эштәрен ваҡытында һәм яҡшы тамамлау ҙа, ғаиләне ҡарау, йорт хужалығын алып барыу ҙа—барыһы ла һинең елкәңдә. Шунлыҡтан ваҡыт яғы ла бик самалы килеп сыға. Алда әйтеүемсә, ер наҙан кешеләрҙе яратмай, шунлыҡтан һәр саҡ даими рәүештә игенселектең төрлө юлдарын өйрәнеү, уның өҫтөндә эҙләнеү ҙә кәрәк бит әле. Һуңғы йылдарҙа районда ла, республикала ла фермерлыҡ эшенә тотонғандар бик күп. Әммә уларҙың араһында бармаҡ менән генә һанарлыҡтары ысын ер кешеләре, тип әйтер инем. Күптәр ергә тиҙ байығыу, аҡса табыу юлын беренсе планға ҡуйып килә һәм тәрән яңылыша. Бер ваҡытта ла ерҙән юғары матди байлыҡты ҡуйырға ярамай. Ергә ҡарата ни тиклем мәрхәмәт күрһәтәһең, ул да һиңә шул тиклем изгелек менән яуап ҡайтара. Бәғзе берәүҙәр кемдәндер, ҡайҙандыр орлоҡ һатып алып, шуны сәсә, әммә ер уларҙы ҡабул итмәй. Орлоҡтар күп, ләкин уларҙы ла ер үҙенсәлегенә ҡарап сәсергә кәрәк. Шулай уҡ инновацион алымдар тигән булып сит илдәргә эйәреп, яңы ысулдар менән сәсеү ҙә беҙҙең тәбиғәт шарттарына тура килмәй. Бушҡа элекке игенселәребеҙ ерҙе туңға һөрөп, парға ҡалдырып иген сәсмәгән. Беҙ йыл һайын бер баҫыуҙы парға ҡалдырабыҙ, ергә ял итергә мөмкинлек бирәбеҙ.
Ҡасандыр 100 гектар майҙанды сәсеүҙе башлаһаҡ, бөгөн 2 меңдән ашыу гектарҙа төрлө иген культуралары сәселә. 2015 йылда Рәсәй орлоҡсолоҡ хужалығы дәүләт реестрына индек һәм сертификат алдыҡ. Шулай уҡ Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан элиталы орлоҡтар етештереү өсөн лицензия алырға өлгәштек. Шуның нигеҙендә беҙҙең төбәктә яҡшы уңыш биргән орлоҡтарҙы үрсетеп, башҡа фермер хужалыҡтарына һатабыҙ. Хаҡтар сағыштырмаса арзан, орлоҡтар ҙа сәсеү стандарттарына ярашлы кондицияға еткерелә. Беҙҙең орлоҡтарҙы Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан да килеп алалар.
Әйткәндәй, ағымдағы йылда респуб-лика күләмендә “Баҫыу көнө” семинар-кәңәшмәһе Рәсәйҙә билдәле селекционер, фермер Әмир Шәйәхмәтовтың хужалығы базаһында үтте.
Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн атаһының юлын улы Азамат лайыҡлы дауам итә. Ул “Башланғыс фермер” программаһы буйынса дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкән.
К. Ишбулдина.
Хәйбулла районы.