Һуңғы йылдарҙа матур традицияға әйләнгән “Баҫыу көнө” семинар-кәңәшмәһе был юлы киң далалы Хәйбулла районында үтте. Уның эшендә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, ауыл
хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Урал аръяғы райондарының хакимиәт башлыҡтары, ауыл хужалығы бүлеге начальниктары һәм белгестәре, ауыл хужалығы предприятиелары, фермер-крәҫтиән хужалыҡтары етәкселәре, ғалимдар ҡатнашты.
“Ауыл хужалығы культуралары: селекция, орлоҡсолоҡ, технология һәм эшкәртеү” тип аталған фекер алышыу майҙансығы районда, республикала ғына түгел, Рәсәйҙә билдәле селекционер, фермер Әмир Шәйәхмәтов хужалығы базаһында ойошторолдо. Әмир Сабирйән улы оҙаҡ йылдар Урал аръяғы шарттарында иген культураларын үҫтереү үҙенсәлектәре менән шөғөлләнә. Сөнки йыл һайын тиерлек ҡоролоҡҡа дусар булған төбәктә үҫемлекселек менән шөғөлләнеү өсөн элиталы орлоҡтоң булыуы ғына түгел, ә уның тап ошо төбәктең тәбиғәт шарттарына яраҡлашыуы мөһим.
Ҡасандыр төбәк өсөн яңы сорттарҙы һынау, сығарыу эшен 100 гектар майҙандан башлаған фермерҙың бөгөн 1700 гектар сәсеү майҙаны бар, шуның 100 гектарында ауыл хужалығы культураларының 157 сорты һәм гибриды сәселгән. Улар араһында йомшаҡ һәм ҡаты бойҙайҙың тиҫтәнән ашыу төрөн, шулай уҡ һоло, арпа, көнбағыш, судан үләненең дә төрлө сорттарын осратырға мөмкин.
Семинарҙа ҡатнашыусылар тәүҙә республиканың агрокомплекс ҡаҙаныштары, ауыл хужалығы техникаһы, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, ашламалар, орлоҡтарҙы һәм урындағы ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙең бай продукцияһы күргәҙмәһе менән яҡындан танышты. Артабан улар фермерҙың тәжрибә участкаһына юл алды.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, кәңәшмәнең юғары кимәлдә үтеүен теләне.
Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, һәр баҫыуҙың үҙенә генә тәғәйен сәсеү культураһы булырға тейеш. Уңдырышлы ергә орлоҡ һалыу менән тейешле иғтибар булмағанда, унан юғары уңыш алып булмай. Шул уҡ ваҡытта һәр төбәктең тәбиғәт шарттарына ла иғтибар итеү кәрәк.
Илшат Илдус улы республикалағы ауыл хужалығы тармағы үҫешенә ҡыҫҡаса байҡау яһаны, аграрийҙарға Хөкүмәт етәкселеге тарафынан ҙур иғтибар һәм ярҙам булыуын билдәләп үтте. Субсидия, федераль һәм республика күләмендәге төрлө программалар, гранттар—быларҙың барыһы ла ауыл хужалығы тармағында эшләүселәр өсөн оло ярҙам булып тора.
—Быйыл аграрийҙар өсөн яңы техника һатып алыу буйынса рекорд ҡуйылыуы мөмкин,—тине үҙ сығышында Илшат Фазрахманов.—Әгәр үткән йылда 6,5 млрд һумға ауыл хужалығы техникалары һатып алһаҡ, быйыл был күрһәткестең бер миллиардҡа артыуы көтөлә. Тиҙҙән республика баҫыуҙарын өр-яңы 1660 берәмек комбайн иңләйәсәк, күргәҙмәләрҙәге техникалар ҙа күптәрҙе ҡыҙыҡһындырмай ҡалмағандыр. “Росагролизинг” льготалы программаһы буйынса ла уңышлы эш алып барыла. Лизинг буйынса 3,8 млрд һумға техника алыу өсөн ғаризалар бирелһә, шуның 2 млрд һумы ауыл жужалығы техникаларын һатып алыуға хупланған. Тимәк, тиҙҙән күп хужалыҡтарға заман талаптарына яуап биргән өр-яңы техника ҡайтарыла.
Ауыл хужалығы министры, төбәктә оҙайлы ваҡыттар ямғыр яумауына ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы тармағының эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе һәм сараны юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн хәйбуллаларға ҙур рәхмәт әйтте.
Күсмә форумдың символы булған—иген башағы киләһе йылда “Баҫыу көнө”н ҡабул итәсәк Учалы районына—уның хакимиәте урынбаҫары Алмас Рәхмәтуллинға тапшырылды. Әйткәндәй, коронавирус сиренә бәйле ғәмәлдәге режим талаптары теүәл үтәлде, һәр район делегацияһы билдәләнгән графикка ярашлы айырым ҡабул ителде.