АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Июль 2020, 17:00

ЙӘЙЛӘҮҘӘ ЭШТӘР КӨЙЛӨ

Районда йәш һәм өмөтлө фермерҙарҙың береһе Илгиз Байегетовтың крәҫтиән-фермер хужалығы малсылыҡ һәм үҫемлекселек буйынса йүнәлеш алған. Уның 1600 гектар сәсеү майҙанында арпа, һоло, бойҙай, рапс, кәрешкә һәм һоло ҡатнашмаһы сәселгән. Быға ҡәҙәр ямғырҙарҙың яумауы иген баҫыуҙарына ҡарата булған өмөттө бер аҙ аҡламаһа ла, барын йыйып алырға тура киләсәк...

Баймаҡ районындағы быйылғы ҡоролоҡ ауыл хужалығы тармағына
үҙ эҙемтәләрен ҡалдырыуын дауам итә. Баҫыуҙарҙағы игендәр башаҡтарға тулыша алмай интегә, болонлоҡтарҙа үләндәр кибеп, һарғайып ята, малдың көндәлек ашар аҙығы ла бөтөп бара.
Хатта йәйләүҙәрҙә йәйләгән һәүкәштәр ҙә быйылғы эҫелеккә сыҙамай.
Ҡ
уянтау ауылы фермеры Илгиз Байегетовтың йәйләүе Һаҡмар буйында урынлашыуы ғына һыйырҙарҙың һөттө кәметмәүенә килтерә. Ни тиһәң дә йылға эргәлә, урман янында үлән һутлы ла, ҡуйыраҡ та. Колхоз-совхоздар тарҡалып, күп хужалыҡтар юҡҡа сыҡҡас, хәҙер йәйләүгә мал сығарыу ҙа бик һирәк күренеш. Күп фермерҙар малды ҡырҙа көтөп, һауыуҙы үҙ фермаһында ойоштора.
Районда йәш һәм өмөтлө фермерҙарҙың береһе Илгиз Байегетовтың крәҫтиән-фермер хужалығы малсылыҡ һәм үҫемлекселек буйынса йүнәлеш алған. Уның 1600 гектар сәсеү майҙанында арпа, һоло, бойҙай, рапс, кәрешкә һәм һоло ҡатнашмаһы сәселгән. Быға ҡәҙәр ямғырҙарҙың яумауы иген баҫыуҙарына ҡарата булған өмөттө бер аҙ аҡламаһа ла, барын йыйып алырға тура киләсәк.
Илгиз Ғаяз улы хужалығында бөтәһе 225 баш һыйыр малы иҫәпләнә, шуның 160-ы—һауын һыйырҙары. Ферма бригадиры Марина Горюнова әйтеүенсә, көнөнә 1200 тонна һөт һауыла, һәр һыйырҙан яҡынса 8 килограмм тәшкил итә.
—Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, һәүкәштәр эҫегә ныҡ йонсой, әлһерәшә, әммә һөттәрен кәметмәй, шулай ҙа ямғырлы йылда бер һыйырҙан яҡынса 10 килограмм һәм унан күберәк һауа торғайныҡ, быйыл аҙыраҡ. Иң мөһиме—ошо көндәлек һауымды кәметеүгә юл ҡуймаҫҡа—тип борсола Марина Николаевна.
Быйыл тәүге тапҡыр һауынсы булып эшкә килгән Алһыу Маратова хеҙмәтенән зарланмай. “Эш ауыр түгел, барыһы ла автоматлаштырылған. Һауылған аҡ һөт үткәргес ярҙамында тура һыуытҡысҡа оҙатыла. Һыйырҙарҙы иркәләп саҡырып, махсус урындарға индереп, еленен таҙалап, һауын аппаратын ҡуйып ҡына өлгөр”,—ти ул.
Һауынсыларҙы йәйләүгә иртәле-кисле машина менән алып йөрөтәләр. Бер яҡ ҡурала яңы быҙаулаған безәүкәйҙәр торһа, икенселәрендә—быҙауларға әҙерләнгән таналар. Быҙау ҡараусы Әлиә Другова үҙ эшенә етди ҡарай, тап уның ҡулдары аша яңы тыуған быҙауҡайҙар тиҙ арала үҫә, ҙурая. Көн һайын уларға һөт имеҙеп, туҡланыу рационына кәрәкле аҙыҡ-түлек тупланмаһы һалып, уларҙы ауырытмай үҫтереп ала. Әйткәндәй, быйыл игеҙ быҙауҙарҙың күберәк тыуыуы күҙәтелгән.
Йәй мул һауымға өлгәшеү өсөн һәүкәштәрҙе тәүлек әйләнәһенә көтөү талап итеүен яҡшы аңлай көтөүселәр ҙә. Көндәр эҫе булғанда, малдың үлән уртлағыһы ла килмәй, шуға күрә көтөүҙе күберәк төнгө һалҡынса мәлдә ойоштороу файҙалыраҡ. Хужалыҡтың төп табышы—һөттө фермерҙар юҡҡа ғына “тере аҡса” тимәй. Ысынлап та, бөгөн күпселек табыш көндәлек һауымдан тора, уны фермер Яковлевка ауылындағы эшҡыуар Рауил Назаровҡа тапшыра.
Ҡоролоҡҡа ҡарамай, Ҡуянтау алдынғылары “һөт шишмәһе” һайығыуына юл ҡуймай, мөмкин тиклем күләмдә һөт һауып алырға тырыша. Ямғырҙарҙан һуң, үлән һутланып, мал туйынып ҡалһа, һөт тә артыр ине, тип теләгән теләктәре лә тормошҡа ашты...
Һүрәттә: һауынсы Алһыу Моратова.
Читайте нас: