Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
19 Июль 2020, 17:10

Йәйге көндөң ҡиммәте ҙур

Бөтәһе район буйынса 10 мең тоннанан ашыу бесән әҙерләү, 1 мең тонна сенаж һалыу ҡарала, бер баш малға шартлы рәүештә 22, 7 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнәсәк. Бөгөнгө көндә 9,700 тонна бесән әҙерләнгән, сенаждың яртыһынан күбеһе һалынған. Киләһе аҙнала тулыһынса мал аҙығы кампанияһын тамамланасаҡ.

Йылайыр районы хужалыҡтарында бөгөн төп көс мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлдерелгән. Ауыл эшсәндәре йәйҙең һәр аяҙ көнөн файҙаланып болонлоҡтарҙа бесән әҙерләй, сенаж һала. Йылдың ҡоро килеүе аграрийҙарҙы бер аҙ ҡурҡытһа ла, әле бесәндең мул сағы, рәхәтләнеп сабып ҡал, бакуй һал.
Райондың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Даян Юлдыбаев белдереүенсә, быйыл хужалыҡтарҙа һәм шәхси ихаталарҙа мал аҙығы әҙерләү кампанияһы ун көн тирәһе алдан башланған. Бөтәһе район буйынса 10 мең тоннанан ашыу бесән әҙерләү, 1 мең тонна сенаж һалыу ҡарала, бер баш малға шартлы рәүештә 22, 7 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнәсәк. Бөгөнгө көндә 9,700 тонна бесән әҙерләнгән, сенаждың яртыһынан күбеһе һалынған. Киләһе аҙнала тулыһынса мал аҙығы кампанияһын тамамланасаҡ.
—Бесәндең тиҙ өлгөрөүе һәм көндәрҙең ҡоро тороуы сәбәпле, мал аҙығын әҙерләүгә иртә төштөк. Шәхси ихатала мал тотоусыларҙың кемелер ҡулдарына салғы алһа, икенселәре трактор менән эшләй. Бесән етәрлек, ҡышҡа тулыһынса мал аҙығын туплай алырбыҙ, шулай уҡ фермерҙар һәм шәхси ихатала йәшәүселәр ҙә мал һанын кәметмәҫ, тигән ышаныстабыҙ,—ти Даян Хәйҙәр улы.
Район буйынса ауылдар аша үткәндә һәр ерҙә күбәләрҙең йәки төргәктәрҙәге бесәндең бер-бер артлы теҙелеп ултырыуы, яландарҙа тракторҙар тауышы, халыҡтың ихласлап бесән эшләүе күҙгә ташланмай ҡалманы.
Даян Юлдыбаевтың етеҙ “Нива”һында Яманһаҙ ауылы фермеры Рәмил Бәхтийәров сапҡан бесәнлегенә юл алабыҙ. Игенселек һәм малсылыҡ йүнәлешендә үҙ эшен асҡан уңған йүнселдәрҙең береһе ул. Күптән түгел “Агростартап” программаһы буйынса 3 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкән. Аҡса күсеү менән өр-яңы мал аҙығы йыйыусы “Полесье” агрегаты һатып алырға йыйына. Тиҙерәк алғанда, бесән эшләүе лә еңелерәк булыр ине, тигән теләгенең һаман булһа тормошҡа ашмауына бер аҙ күңеле төшһә лә, бирешмәй Рәмил Йәүҙәт улы. Бер үҙе тракторы менән сабынлығын сабып, уларҙы йәшел төргәктәргә һалып та өлгөргән. Беҙ барғанда “йәшел масса”ны мал фермаһына алып ҡайтыу өсөн тракторға тейәп маташа ине. “Ни өсөн яңғыҙ эшләйһегеҙ?”—тигән һорауыма: “Көндәр аяҙ торғанда, тиҙерәк тамамларға ине”.
Эшҡыуарҙың һәүкәштәре лә байтаҡ, дәүләт ярҙамы алыу менән йәнә 20-гә яҡын тоҡомло таналар һатып алырға ниәтләй. Әле малдар йәйләүҙә, көндәлек һауым ярайһы уҡ мул. Һауынсылар һауған “аҡ”ты Баймаҡ районының Урғаҙа ауылынан эшҡыуар Рауил Назаров үҙе килеп алып китә. “Ваҡытында иҫәпләшәләр, беҙҙең өсөн отошло”,—ти Рәмил Бәхтийәров.
Малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармағында берҙәй эш алып барған уңған эшҡыуарҙың киләсәккә пландары ҙур һәм яҡты. Тиҙ арала етәрлек күләмдә мал аҙығы тупланғас, башаҡтар көйөп бөтмәҫ элгәре иген баҫыуына юлланасаҡ.
Мәликә Шөғәйепова.
Һүрәттә: Йылайыр районының ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Даян Юлдыбаев менән фермер Рәмил Бәхтийәров.
Читайте нас: