Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Июнь 2020, 13:30

БЕСӘН САБЫР МӘЛ ЕТТЕ

Был юлы Нәжип Ишбулды улы менән Йәнйегет ауылы янындағы сабынлыҡ һәм болонлоҡтар аша үтәбеҙ: тирә-яҡта бесән еҫе аңҡып тора, күбәләр өйөмө күренә, тракторҙар геүләй.

Һуңғы йылдарҙа ауыл эшсәндәрен һауа торошо бер ҙә иркәләмәй. Йыл һайын ҡабатланып килгән ҡоролоҡтан халыҡ тамам йонсоны. Быйыл ҡышын ҡарҙың күпләп яуыуы, яҙҙың дымлы булыуы бер аҙ район аграрийҙарында өмөт уятып ҡуйғандай булғайны ла ул... Әммә уларҙың ышанысы йәнә аҡланманы: бураҙнаға орлоҡ һалыныу менән ергә бер тамсы ямғыр яуманы, ҡайнар ҡояш иген культураларына ирек бирмәй, болонлоҡтағы бесәнде лә көйҙөрөп бөтөп бара. Шуға күрә крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси ихатала мал тотоусылар башҡа йылдарға ҡарағанда, алдараҡ мал аҙығы әҙерләүгә тотондо.
Баймаҡ районы хужалыҡтарында тәүгеләрҙән булып бесәнгә Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы, “Урал аръяғы” дәүләт унитар предприятиеһы, “Фаил Ҡоланбаев”, “Илгиз Байегетов,” “Линар Әхмәтов” исемендәге крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре төштө.
Райондың баш агрономы Нәжип Хәсәнов белдереүенсә, ағымдағы йылда район буйынса бөтәһе 9 мең 800 тонна бесән әҙерләү бурысы йәкмәтелгән. Шулай уҡ 39 200 тонна сенаж һалыу планлаштырыла, шартлы һәр бер баш малға 30 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләү ҡаралған.
Эҫенән ер ярылып ятһа ла, киҫкен хәлде аңлап, бөтә көстәрен мал аҙығы әҙерләүгә бөгөндән үк тотонған фермерҙар ҙа, шәхси ихатала йәшәүселәр ҙә ота, сөнки әлегә үләндәр ҡоролоҡҡа бирешмәгән.
Был юлы Нәжип Ишбулды улы менән Йәнйегет ауылы янындағы сабынлыҡ һәм болонлоҡтар аша үтәбеҙ: тирә-яҡта бесән еҫе аңҡып тора, күбәләр өйөмө күренә, тракторҙар геүләй.
—Мал аҙығы кампанияһы өсөн иң уңай ваҡыт. Әле бесәндең һутлы сағы, тап ошо мәлдә уны әҙерләп ҡуйырға кәрәк,—ти баш агроном Нәжип Хәсәнов.—Һыйырҙың һөтө—телендә, тигәндәй уның нисек ҡыш сығыуы бөгөн хәл ителә. Шуға күрә ауыл халҡына ла, фермерҙарға ла бар көстө мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлтеү мотлаҡ. Иртәгә һуң булыуы ихтимал. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, үләндәр һарғайып, тамырынан ҡороп бара, дым етмәгәнлектән баҫыуҙарҙа хатта ер ярылған. Ошо көндәрҙә ямғырҙар булмаһа, уңыштың нисек булыуын күҙаллауы ла ҡыйын.
2014 йылда үҙ эшен асҡан фермер Фаил Ҡоланбаев төбәктә уңышлы эшләүсе эшҡыуарҙарҙың береһе. Атаһының юлын бөгөн улы Алмас та дауам итә. Атаһынан күргән—уҡ юнған, тигәндәй Сибай күп профилле профессиональ коллежды тамамлаған егет хеҙмәт юлын тыуған ауылында башлай. Былтыр үҙ шәхси хужалығын булдырып, “Эш башлаусы” дәүләт программаһына ҡатнашыу өсөн документтарын әҙерләгән. Дәүләт ярҙамын алһа, йәш егеттең пландары ҙур.
Кемдәндер ярҙам көтөп, яумаған ямғырға өмөтләнеп ултырырға күнекмәгән баймаҡтар. Йәнйегет ауылы эргәһендәге Сағыл яланында Алмас Ҡоланбаевты ике механизаторы менән эш өҫтөндә осраттыҡ. Улар 180 гектар майҙанда сәселгән күп йыллыҡ үләндәрҙе саба. Зәбих Таҡалов комбайн штурвалы артында үләнде яҫмаларға һалһа, механизатор Ғәле Ҡарасов бесәнде төргәктәргә төрөүсе агрегат менән уны йыйып бара. “Йәшел ураҡ”та техниканың төҙөк, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ булмауы иң мөһиме.
Был йәһәттән ауыл фермеры алдан уҡ хәстәрлек күргән, барыһы ла әҙер, яҡшы сифатлы бесән төргәктәре көнөндә үк ҡайтарыла. Етәрлек күләмдә бесән әҙерләнһә, сенаж-силос соҡорҙарын туҡлыҡлы аҙыҡ менән тулыланасаҡ. Ваҡытында силосын да, сенажын да һалып ҡалырға кәрәк.
—Малсылыҡ тармағы менән дә шөғөлләнәбеҙ. Бөтәһе 200-ҙән ашыу эре мөгөҙлө мал бар, шуның 80-е һауын һыйырҙары. Малҡайҙар әле йәйләүҙә. Уларҙы ике һауынсы һауа, көнөнә яҡынса 490 литр һөт һауыла, ямғырҙар яуһа, үлән йомшап, көндәлек һөт артыр ине лә бит, ни хәл итәһең,—ти Алмас Фаил улы ла.
Йәйҙең һәр көнө ҡышҡылыҡҡа әҙерлек менән үтә, тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Малдар йәйләүҙә булған ваҡытта уларҙың ҡышҡы ҡуралары ремонтлана, ағартыла. Шул уҡ ваҡытта көҙгө уңышты йыйып алыу өсөн келәттәр таҙартыла. Тик ямғырҙар ғына бер аҙ яуып алһын ине тиҙәр ҙә бит...
Машина менән ҡайтыу юлға ыңғайлағанда, тау битләүендә тракторға бесән тейәүҙәрен күреп, улар янына ла туҡталмайынса үтә алманыҡ. Шәхси ихатала мал тотоусылар бесән әҙерләүгә төшкән.
—Ваҡытында өлгөргәнһегеҙ, бесәнегеҙ ҡуйы, сифатлы күренә,—тип һүҙ ҡушты Нәжип Хәсәнов бесәнселәргә.
Булат Ҡунаҡҡолов, Дамир Шәрәфетдинов һәм Рифат Гәрәевтар йәйҙең аяҙ көнөн әрәм итмәй, мал аҙығы әҙерләүгә төшкән. Иртә менән баҫыуға килгән бесәнселәр отҡан, эҫе төшмәҫ элек сабып, шунда уҡ тырматып, өйөп тә өлгөргән. Бесән тейәгес менән хуш еҫле бесәнде күтәреп, тракторға тейәп, хужаның аҙбарына ултыртып ҡуйыу өсөн мәж килеп эшләп йөрөүселәр янына мәлһеҙерәк килеп, бер аҙ ҡамасаулаһаҡ та, бесәнселәр фотоға төшөргә риза булды. Уларҙың да бер генә теләге шул: ямғыр яуһын, бесән тағы ла нығынып, күтәрелһен ине. Әле шыйығыраҡ шул, тип уфтандылар.
Нисек кенә булмаһын ауыл хужалығы өсөн иң яуаплы осор—мал аҙығы әҙерләү кампанияһы башланды. Ва-
ҡытында мал аҙығы әҙерләү—һәр кемдең изге бурысы.
Читайте нас: