Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
14 Май 2020, 14:15

АТАЙ ЮЛЫН ДАУАМ ИТЕП...

Азат Маликов улы Вадим менән икәүһе генә яҙғы сәсеүҙе атҡарып сығырға батырсылыҡ итеүенә һоҡланырға ғына ҡала. Берҙән, улына ер эшенең нескәлектәрен төшөндөрһә, икенсенән артабан фермерлыҡ эшен уның иңеңә “туғарырға” уйлауы ла аңлашыла. «Үҙем бер ниндәй ҙә дәүләт программаларында ҡатнашманым, йәшем дә үтте. Шуға күрә фермерлыҡ эшен улыма тапшырырға уйлайым. Хәҙерге йәштәр беҙгә ҡарағанда башлыраҡ та, заман менән йәнәш тә атлай. Шуға күрә дәүләт программаларында ҡатнашырға ла теләге булыр, яңыса эш алымдарын да ҡулланыр тигән өмәттәмен»,—ти.

Иҡтисади яҡтан көслө, алдынғы технологияларҙы һаҡлаған, матди-техник базаһы ныҡ хужалыҡтар ниндәй шарттар булыуға ҡарамаҫтан, яҙғы сәсеүҙе, шул иҫәптән башҡа миҙгелле эштәрҙе лә артыҡ мәшәҡәтһеҙ атҡарып сығыу мөмкинлегенә эйә. Ә бына ошо мөмкинлектәрҙән бер аҙ ҡалышҡан, үҙ көстәре менән крәҫтиән-фермер хужалығын алып барған, сит ил техникалары ла, агрегаттары ла булмаған, ергә элиталы орлоҡтар ҙа төшмәгән, минераль ашламалар ҙа күптән индерелмәгән фермерҙарҙың эше башҡасараҡ. Был юлы беҙ тап шундай хужалыҡтар менән танышыу маҡсаты ҡуйҙыҡ һәм Баймаҡ районының баш агрономы Нәжип Хәсәнов менән элекке “Ирәндек” совхозы баҫыуҙарына юл тоттоҡ.
Ерҙең ҡәҙере уның ҡайҙа урынлашыуында, майҙанының күпме булыуында түгел, ә хужаһының уны яратыуында һәм уға нисек мөрәжәғәт итеүенән тора. Ергә хөрмәт күрһәтелә икән, ул да бурыслы булып ҡалмай, көҙ көнө үҙ бәрәкәте менән ҡыуандырасаҡ. Көндөң йылы һәм ҡоро тороуы игенселәр өсөн бик уңай: улар һәр минуттың ҡәҙерен белеп, ерҙә дым бар сағында тупраҡҡа орлоҡ һалып ҡалырға ашҡына.
Казанка ауылы фермеры Азат Маликов райондың танылған игенселәренең береһе. Бөрйән районында тыуып-үҫкән Азат Абдулла улы бар ғүмерен “Ирәндек” совхозын үҫтереүгә арнай, алдынғы механизатор булып тир түгә, намыҫлы эше менән хаҡлы абруй ҡаҙана. Илдә колхоз-совхоздар тарҡалып, эшһеҙ ҡалғас, үҙ эшен асырға тәүәккәллек итә. 2014 йылда крәҫтиән-фермер хужалығын булдырып, игенселек менән шөғөлләнә. Аҡрынлап техника алына, сәсеү майҙандары арттырыла.
Беҙ барған көндә ауылдан алыҫ булмаған баҫыуҙа улы Вадим менән һоло сәсергә төшкән ине. Ваҡытының тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең менән һөйләшергә форсат тапты.
—Һолонан һуң бойҙай, арпаға тотонасаҡбыҙ, әле ерҙә дым етәрлек, шуға күрә бер минутты ла бушҡа үткәрмәй, сәсеүҙе тиҙ арала башҡарып ҡуйырға ине теләк,—тип һүҙ башланы әңгәмәсем.–Бөтәһе 300 гектар сәсеү майҙаны бар, 100 гектар майҙанды быйыл “ял иттерергә”, пар ере булараҡ ҡалдырабыҙ. Яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алдыҡ, йылдан-йыл уның хаҡы ла күтәрелә, дәүләт ярҙамы ла кәмей бара. Әгәр элек яғыулыҡҡа субсидия ярайһы уҡ яҡшы бирелһә, әле ярҙам аҡсаһына бер баҫыуҙы ла сәсеп булмай. Шуға күрә йылдан-йыл ер эшен алып барыу ҡатмарлаша, техниканың да хаҡы “тешләшә”,—ти тәжрибәле игенсе.
Шуға күрә бөгөн ауыл ерендә йәшәүсе фермерҙарҙың күбеһе эшҡыуарлыҡты ғаилә менән бергә алып барыу яғында. Азат Маликов улы Вадим менән икәүһе генә яҙғы сәсеүҙе атҡарып сығырға батырсылыҡ итеүенә һоҡланырға ғына ҡала. Берҙән, улына ер эшенең нескәлектәрен төшөндөрһә, икенсенән артабан фермерлыҡ эшен уның иңеңә “туғарырға” уйлауы ла аңлашыла. «Үҙем бер ниндәй ҙә дәүләт программаларында ҡатнашманым, йәшем дә үтте. Шуға күрә фермерлыҡ эшен улыма тапшырырға уйлайым. Хәҙерге йәштәр беҙгә ҡарағанда башлыраҡ та, заман менән йәнәш тә атлай. Шуға күрә дәүләт программаларында ҡатнашырға ла теләге булыр, яңыса эш алымдарын да ҡулланыр тигән өмәттәмен»,—ти.
Баҫыу батырҙарын йылы аштары, яғымлы һүҙҙәре менән йорт хужабикәһе Роза ханым һәр иртә оҙатып, кисен ҡаршы ала.
Казанка ауылының йәнә бер тәжрибәле эшҡыуарҙарының береһе Иштуған Сабитовты ла баҫыуҙа осраттыҡ. Фермер улдары Марсель, Динис һәм туғаны Фәнис Рәсүлев менән арпа сәсеүгә төшкән.
—Сәсеү эштәрен башлауыбыҙға бер аҙна тирәһе булалыр. Әле 100 гектар майҙанда һоло сәсеүҙе тамамлап, 260 гектарҙа арпа сәсергә төштөк. Артабан 87 гектарҙа бойҙай сәсеү планлаштырыла. Күреүегеҙсә, баҫыу буйлап өс техника иңләй, көндәр ҡоро булғанда эште тамамлап ҡалырға ине. Шулай уҡ ямғырҙар яуыуына ла ышаныс ҙур, сөнки орлоҡто ергә һалыу менән шифалы ямғыр ваҡытында яумаһа, мул уңышҡа өмөт юҡ. Әле тупраҡта дым яҡшы, шуға күрә яҙғы баҫыу эштәрен тиҙ арала атҡарып сығырға ине,—тип пландары менән уртаҡлашты Иштуған Зекриә улы.
Басай ауылында тыуып-үҫкән Иштуған Сабитовтың хеҙмәт кенәгәһендә тик бер генә яҙыу, ул 40 йылдан ашыу “Ирәндек”совхозының алдынғы механизаторы булып эшләгән. Ер эшен яратҡан йүнсел фермерлыҡҡа тотоноп, әле улдарында ла ергә һөйөү уята, уларға бар яҡлап ярҙам итә. Әйткәндәй, улдары Марсель менән Динис та аталарының юлын лайыҡлы дауам итеп, үҙҙәре лә киләсәктә үҙ эшен асырға хыяллана, тимәк, игенселәр династияһы лайыҡлы дауам ителә.
Читайте нас: