Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
25 Февраль 2020, 11:55

РОБОТ, һыйырҙы һау әле...

Әбйәлилдә һыйырҙарҙы робот һауа, уларҙың аҫтын да шул робот таҙарта. Хатта һәүкәштәргә массаж эшләй... Роботтың тағы ла нимәләр эшләүен белергә теләһәң, беҙҙең сайтҡа күҙ һал.

Әбйәлил районының "Красная Башкирия" ауыл хужалығы кооперативының Һамар бүлексәһендә республикалағы тәүге роботлаштырылған һөт-тауар фермаһы үҙ ишектәрен асты.
Хужалык етәксеһе Раил Фәхрисламов белдереүенсә, заман талаптарына яуап биргән комплексты төҙөү бер нисә этапта башҡарылған. Тәүҙә карказлы-тент менән ябылған ҡура төҙөлгән. Артабан Даниянан "голштин" тоҡомло таналар ҡайтарылған, әйткәндәй улар Әбйәлил ерен үҙ иткән. Әле таналарҙын быҙаулаған осоро, бөтәһе 170 быҙауҡай яңы урында донъяға килгән дә инде.
Һуңғы этапта Голландиянан ҡайтарылған роботтарҙы монтажлау эштәре менән тулыһынса “РОБОТЕКС” фермаһы вәкилдәре шөғөлләнгән. Бындай ҙур майҙанлы, тент менән ябылған роботлаштырылған ферма Рәсәйҙә әлегә юҡ.
Ысынлап та, яҡты һәм йылы бинала ҡара-сыбар малҡайҙарға бесәнде робот һала, уларҙың аҫтын да заман техникаһы таҙарта. Яңы сафҡа ингән комплекста бөтәһе алты робот урынлаштырылған. Әле уларҙың 4-һе көн дауамында 200-гә яҡын тананы һауып өлгөрә. Компьютер артында тик бер оператор эшләй. Компьютер ярҙамында тейешле ваҡыт еткәс, кәрәкле һыйыр эҙләп табыла һәм ул робот янына индерелә. Тәүҙә малҡайҙың елендәре йыуыла, таҙартыла, артабан еңелсә массаждан һуң, уға һауын аппараты кейҙерелә. Был ваҡытта малдың алдына бик “тәмле” аҙыҡ һалына. Тейешле һөт һауылып алынғас, компьютер уны сортҡа бүлеп, төрлө һауыттарға ҡоя. Робот шулай уҡ һәр малдың һаулығын даими күҙәтә.
Ҡасандыр тик сит илдәрҙә генә күргән заман талаптарына яуап биргән һөт фермалары хәҙер үҙебеҙҙең төбәктә булыуы күптәр өсөн ышана алмаҫлыҡ хәл кеүек тә күренәлер. Әммә уның нисек эшләүен, һәм ысынлап та һыйырҙарҙы робот һауыуын үҙеңә күрергә кәрәк. Иң мөһиме: яңы комплекста малдар өсөн бер ниндәй ҙә хәүеф булмаҫҡа тейеш, әгәр малҡай саҡ ҡына стресс кисергән хәлдә уның һөт биреү кимәле түбәнәйә. Шуға күрә бында бөтә нәмәне робот башҡара: уның махсус иҫкәртеү сигналы бар. Мәҫәлән, ул малдың алдына һалынған бесәнде яҡынайта, йә иһә һыйыр аҫтын таҙарта икән, уларға яҡынлашыу менән үҙ сигналын ебәрә. Уны һәр һыйырҙың муйынына беркетелгән махсус ҡоролма аша малҡай ишетә һәм заман техникаһына юл бирә. Шулай уҡ малдың тәне ҡысыһа, уның өсөн дә махсус электрщеткаһы урынлаштырылған, уның янына барып торһа, “һә” тигәнсе ул массаж яһап та ҡуя. Бында бар нәмә һәм малдың һәр аҙымы етди күҙәтеү аҫтында. Бинаны даими елләтеү өсөн махсус вентиляторҙар эшләй.
Роботлаштырылған һөт-тауар фермаһы етәксеһе Илдус Һабанбаев әйтеүенсә, әле һәр һыйырҙан бер һауғанда 25 килограмм һөт һауыла, һауым көн һайын арта бара. Бер һыйыр көнөнә дүрт тапҡыр һауыла. Киләсәктә бер һыйырҙан йылына 9 мең килограмм һөт һауыу күҙаллана.
Бөгөн сифатлы һәм юғары продуктлы һөт менән ҡыҙыҡһыныусылар күп. Бигерәк тә Мәләүез һөт комбинаты етәкселеген Әбйәлил һөтө оло ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, сөнки комбинат киләсәктә балалар аҙығын етештереү буйынса киптерелгән һөт цехын асыуҙы планлаштыра. Тимәк, хужалыҡҡа һөттө ҡайҙа тапшырырға тигән һорау борсомай.
Әле заман талаптарына яуап биргән өр-яңы ферманы күреүселәргә ғәжәпләнеү һәм һоҡланыу аша робот һыйыр һауа, робот аҙыҡ тарата, робот аҫтын таҙарта, тип әйтергә генә ҡала...