Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
31 Май 2019, 10:50

Йәштәр тотонғас, эштәр ырамлы

Йылайыр районы Ҡашҡар ауылы фермеры Йәмил Алғошаевтың хужалығының эшселәр сафы 4 егет менән тулыланған. Быйыл улар тәүге тапҡыр яҙғы сәсеү эштәрендә ҡатнаша.Илмир Асылов, Рафаэль һәм Йыһаннур Юлгилдиндар, Райман Алғошаевтарҙың барыһы ла үҙ райондарында урынлашҡан Юлдыбай агроинженерия колледжында уҡыған. Райман менән Илмир уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған.—Иптәштәрем менән бергәләп эшләүе күңелле, тәүге бураҙналар артта ҡалды, хәҙер көндәр аяҙ торғанда сәсеүҙе тиҙерәк тамамларға тырышабыҙ,—ти Илмир.

Йылайыр районы Ҡашҡар ауылы фермеры Йәмил Алғошаевтың хужалығының эшселәр сафы 4 егет менән тулыланған. Быйыл улар тәүге тапҡыр яҙғы сәсеү эштәрендә ҡатнаша.
Илмир Асылов, Рафаэль һәм Йыһаннур Юлгилдиндар, Райман Алғошаевтарҙың барыһы ла үҙ райондарында урынлашҡан Юлдыбай агроинженерия колледжында уҡыған. Райман менән Илмир уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған.
—Иптәштәрем менән бергәләп эшләүе күңелле, тәүге бураҙналар артта ҡалды, хәҙер көндәр аяҙ торғанда сәсеүҙе тиҙерәк тамамларға тырышабыҙ,—ти Илмир.
Йәш механизаторҙар 230 гектар майҙанда бойҙай сәскән дә инде. Бөтәһе өс агрегат эшләй, бер юлы иген дә сәселә, шунда уҡ дым ҡапланыла, сөнки ер ҡоро, хужалыҡ етәксеһе дымды һаҡлау маҡсатында тейешле бар эштәрҙе үҙ ваҡытында атҡарып сығыу өсөн көс һала.
Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Йәмил Алғошаев әйтеүенсә, әле сәсеү майҙанының 80 проценттан ашыуы сәселгән. 100 гектар майҙанда арпа, 500 гектарҙа ҡаты бойҙай, 600 гектарҙа етен һәм 300 гектарҙа гәрсис сәсеү планлаштырыла. Әйткәндәй, Йылайыр баҫыуҙарында бойҙайҙың ҡаты сорты яҡшы үҫә, шуға күрә фермер йыл һайын бөртөклө иген культураһынан яҡшы уңыш ала.
Күрше Хәйбулла районында ла Йәмил Сәмиғулла улының 1500 гектар сәсеү майҙаны бар.—Хәйбулла районындағы ер пайсыларҙан ҡуртымға алынған. Йылайырҙа—50, Хәйбуллала 100 кеше менән пай ере буйынса килешеү төҙөлгән. Көҙ көнө уларҙың теләге буйынса игенләтә иҫәпләшәбеҙ»—ти фермер.—Ауыл хужалығы тармағында ла заман менән бергә атларға тура килә. Элегерәк бөртөклө культураларға өҫтөнлөк булһа, хәҙер техник культураларға иғтибарҙы йүнәлтәбеҙ, сөнки баҙарҙа уның хаҡы юғары. Быйыл тәүге тапҡыр гәрсис сәстек. Көҙ көнө уның нисек уңы-уын ҡараясаҡбыҙ, әгәр яҡшы булһа, киләсәктә сәсеү майҙанын киңәйтергә иҫәп бар. Былтыр етендән яҡшы уңыш алдыҡ, шуның иҫәбенә яңы техника өсөн алған кредитты ҡаплауға ирештек. Йыл һайын техника паркын яңыртып торабыҙ. Сәсеү һәм уңыш йыйыу эшендә өҙлөкһөҙ эш алып барыу өсөн ун берәмек техника бар, барыһы ла тиерлек яңы. Миҙгелле эшкә йыл һайын унға яҡын кеше йәлеп ителә. Эш хаҡы түләүҙән тыш, эшселәргә бесән, иген бушлай бирелә.
Баҫыу батырҙарын ашнаҡсы Миңһылыу Шахморатова һәр көн тәмле ризыҡтар менән һыйлай, шулай уҡ күсмә мунса эшләнгән. Уны көн дә яғалар, йоҡлау өсөн айырым бүлмә лә бар. Ғөмүмән, бар уңайлыҡтар булдырылған, йәшәү шарттары яҡшы, тик тырышып эшләргә генә ҡала.
Кәримә Усманова.