Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
1 Декабрь 2018, 12:58

Хужалы ерҙә бәрәкәт бар

Төбәк фермерҙары республиканың ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә үҙ өлөштәрен индерә. Беҙҙең ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында, алдарында осраған ауырлыҡ-тарға бирешмәйенсә, үҙ ерҙәрендә крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын ойоштороп, тырышып эшләгән йәштәр маҡтауға лайыҡ.Баймаҡ районының Кәрешкә ауылында йәшәүсе Линар Әхмәтов 2014 йылда фермерлыҡ эшенә тотонған. Хеҙмәткә һөйөү уға атаһынан бирелгәндер, моғайын.

Төбәк фермерҙары республиканың ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә үҙ өлөштәрен индерә. Беҙҙең ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында, алдарында осраған ауырлыҡ-тарға бирешмәйенсә, үҙ ерҙәрендә крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын ойоштороп, тырышып эшләгән йәштәр маҡтауға лайыҡ.
Баймаҡ районының Кәрешкә ауылында йәшәүсе Линар Әхмәтов 2014 йылда фермерлыҡ эшенә тотонған. Хеҙмәткә һөйөү уға атаһынан бирелгәндер, моғайын. Фирғәт Юлай улы Әхмәтов «Сибай» совхозы тарҡалғанса бүлексә идарасыһы вазифаһында эшләгән, ҡыҫҡаһы эштең рәтен белгән кеше. 9-сы кластан һуң Линар Баймаҡ һөнәрселек училищеһына уҡырға инә һәм киң профилле водитель-тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Тоцк ҡалаһында танк хәрби ғәскәрҙәрендә әрме хеҙмәтен үтәп ҡайта ул. Тырыш егет бер ҙә эшһеҙ ятмай, Сибай ҡалаһының бер предприятиеһында һаҡсы, Кәрешкә мәктәбе ҡаҙанлығында эшсе булып эшләп тәжрибә туплай. Артабан 4 йыл тирәһе совхозда водитель булып йөрөй. Хужалыҡ тарҡала башлағас, Әхмәтовтар ферманы ҡуртымға алып ҡалырға ашыға. Һуңынан, бүлексәнең симменталь тоҡомло 23 баш һыйырын һатып алып, үҙҙәренең эшен башлап ебәрә.
—Йәйгеһен 200 гектар ерҙе ҡуртымға алдыҡ. Йылдан-йыл сәсеүлек ерҙәрен иркенәйтә барып, хәҙер 850 гектар май-ҙанда сәсеүлек һәм бесәнлегебеҙ бар. Яйлап малдың һанын да арттырыуға ирештек. Хужалыҡта 140 баш мал иҫәпләнһә, шуларҙың 80-е—һауын һыйырҙары,—ти йәш фермер Линар Әхмәтов.
Совхоздың элекке һауынсылары эшләгәнгәме, хужалыҡ эштәре ыңғай һәм ырамлы бара. Куйбышев бүлексәһенең алдынғы һауынсылары Люциә Камил ҡыҙы Мөхәмәтғәлина менән Нәзилә Йәноҙаҡ ҡыҙы Иҫәнаманова малҡайҙарҙы күңел биреп баға. Көнөнә 260 литр һөт һауып алып торалар, кәрәк икән һыйырҙарҙың аҫтын да таҙарталар.
—Ауылда эш булыуы—үҙе бәхет. Өйҙә ултырып та, ситкә йөрөп эшләп тә арыныҡ. Шуға күрә, үҙебеҙ белгән эшкә ҡуш ҡуллап тотондоҡ. Эш хаҡын ваҡытында алып торғас, фермаға атлығып торабыҙ,—ти уңған һауынсылар.
Линар үҙенең башланғысын хуплап, бар хәленсә ярҙам итеп тороусы атаһы Фирғәт Юлай улына һәм әсәһе Зилә Вәлиулла ҡыҙына рәхмәтле. Улар кәләше менән төп йортта, ата-әсәһе менән бергәләп донъя көтә. Кәләштең дә бик шәбен эләктергән Линар. Аҡъярҙан төшкән килен Рәфилә Йәүҙәт ҡыҙы ферма быҙауҙарын үҙе ҡарай, сиратлап һауынсы апайҙарын да ял иттереп ала. Әхмәтовтарҙың татыу ғаиләһендә уларҙың эшен дауам итерҙәй уландары үҫеп килә. Өлкәне Амур Баймаҡ ҡалаһының лицей-интернатының 6-сы класында, ә кесеһе Юнир Кәрешкә мәктәбенең 3-сө класында белем ала.
—Эште башлап ебәргәнбеҙ икән, артабан уны үҫтерергә кәрәк, тип һанайым. Стартап программаһы буйынса алған 300 мең һумға беҙ таналар һатып алдыҡ. Хәҙер артҡа юл юҡ, тик алға ҡарап йәшәргә кәрәк,—ти Линар Әхмәтов.
Ошондай ныҡышмал, тырыш ир-егеттәребеҙ булғанда, еребеҙ хужаһыҙ ҡалмаясаҡ.
Альбина Таһирова.