Бөтә яңылыҡтар
10
Һаулыҡ һаҡлау
12 Декабрь 2024, 09:15

Сирлеләр һаны кәмемәй

Йылдан-йыл сир «ҡартая», йәғни 60 йәште үтеүселәр араһында ауырыусылар һаны арта бара. Сибайҙа 60 йәште үткән сирлеләр һаны—26 (9,5%), филалда—50 (8,36%). Быйылғы йылдың 9 айында ололар араһында Сибайҙа—4, филиалда 14 яңы осраҡ асыҡланды.

Башҡортостанда ВИЧ-инфекцияһы проблемаһы көсөргәнешле булып ҡала.
Ул әлеге ваҡытта республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында асыҡланған. Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәгенең Сибай ҡалаһындағы район-ара филиалының табип-инфекционисы Фирҙәүес Исхаҡ ҡыҙы Әхмәтова менән ошо темаға әңгәмә ҡорҙоҡ.

—Фирҙәүес Исхаҡ ҡыҙы, филиалдың төп бурысы нимәлә?
—Беҙҙең филиалда ВИЧ-инфекцияһын асыҡлау йәһәтенән диагностика ойошторола һәм үткәрелә. Сирлеләргә консультация бирәбеҙ, артабан дауаланыу юлдарын өйрәтәбеҙ. Юғары актив антиретровирус терапияһы (ВААРТ) ваҡытында тәғәйенләнеүе мөһим. Инфекцияларҙы, уларға бәйле ауырыуҙарҙы һәм хәлдәрҙе дауалау, антиретровирус препараттарына рецептар яҙыу ҙа беҙҙең ҡарамаҡта. Мониторинг үткәрәбеҙ, статистик иҫәп, федераль теркәү, ВИЧ-инфекциялы әсәнән балаға сир йоҡмаһын өсөн химик профилактика, аңлатыу эштәре алып барабыҙ, Сибай округына ҡараған медицина ойошмаларына (Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары) методик ярҙам күрһәтәбеҙ. Халыҡ менән тығыҙ эшләйбеҙ, енси юл менән йоғоуҙы киҫәтеү маҡсатында йәштәр араһында аңлатыу эшенә иғтибар бүләбеҙ.
—Бөгөн ВИЧ-инфекциялы кешеләр күпме?
— 2023 йыл мәғлүмәттәренә таянып, бөтә донъя буйынса алғанда, ВИЧ менән йәшәүселәр һаны—39,9 миллион кеше: шуларҙың 38,6 миллионы—өлкәндәр (15 йәштән өлкәндәр), 1,3 миллионы—балалар (0-14 йәштәгеләр). Уҙған йыл донъяла ВИЧ-инфекция йоҡтороуҙың яңы осраҡтары һаны 1,3 миллион кешегә барып еткән. 2023 йылда донъяла СПИД менән бәйле ауырыуҙарҙан 630 000 кеше вафат булған. Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 1,5 миллиондан ашыу кеше ВИЧ менән сирләй. Теркәлгән ауырыусыларҙың 2/3 өлөшөн ир-егеттәр (күберәк 40-44 йәштәгеләр) тәшкил итә. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ауырыу йышыраҡ 35-39 йәштәгеләрҙә асыҡлана.
Башҡортостанға бәйле мәғлү-мәттәргә ҡарағанда шул билдәле: 2023 йылдың аҙағына республикала 21 271 ВИЧ-ҡа бәйле ауырыу менән сирләгән пациент йәшәгән. Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ, Нефтекамск ҡалаларында, Меләүез, Ишембай, Көйөргәҙе, Белорет, Әбйәлил, Благовещенск, Иглин, Ҡалтасы, Бөрө, Дәүләкән, Ҡыйғы, Яңауыл райондарында осраҡтар күберәк.
—Беҙҙең төбәктә хәлдәр нисегерәк?
—Сибайҙа бөгөнгө көндә 274 пациент диспансер иҫәбендә тора, филиалда иһә—598 кеше. 2024 йылдың 9 айында Сибайҙа яңы 32 осраҡ теркәлде, уҙған йылдың был осоронда улар 13 ине. Төбәктә быйыл 9 айҙа 70 осраҡ билдәле булды, 2023 йылда улар 34 ине. Күреүегеҙсә арта.
—Башлыса нисә йәштәгеләр ауырый?
—ВИЧ-инфекциялыларҙың йәше 31 менән 50 араһында тирбәлә. Нәҡ ошо йәштәгеләрҙән Сибайҙа—190 (69%), филиалда 409 (68,3%) кеше иҫәптә тора. Йылдан-йыл сир «ҡартая», йәғни 60 йәште үтеүселәр араһында ауырыусылар һаны арта бара. Сибайҙа 60 йәште үткән сирлеләр һаны—26 (9,5%), филалда—50 (8,36%). Быйылғы йылдың 9 айында ололар араһында Сибайҙа—4, филиалда 14 яңы осраҡ асыҡланды.
—Ә был сир ниндәй юлдар менән кешегә йоға?
—Өс ысулы билдәле. Беренсеһе—парентераль, йәғни инъекцион наркотиктар ҡулланыу, ВИЧ-инфекциялы ҡанды алыу һәм уның препараттарын, биологик шыйыҡсалары менән бысранған медицина инструменттарын ҡулланыу. Шулай уҡ косметолог йәки тату-мастер үҙ әйберҙәрен етерлек кимәлдә стерилләмәһә сир йоғоуы ихтимал. Көнкүрештә сирле кешенең ҡырынғысын, теш щеткаһын йәки маникюр кәрәк-яраҡтарын файҙаланырға ярамай. Сибайҙа парентераль юл менән сир йоҡтороусылар һаны—43 (15,5%) филиалда—47 пациент (8,1%). Икенсе ысул—енси юл. Был иң таралғаны. Сибайҙа нәҡ ошо тәңгәлдә сир йоҡтороусылар дөйөм сирләүселәрҙең 83,8 %-ын тәшкил итә (филиалда—91,3 %).
Сир таралыуҙың өсөнсө юлы вертикаль ысул тип атала, йәғни әсәнән сабыйға ҡарында, бала тапҡанда йә күкрәк һөтө имеҙгәндә йоға. Беҙҙең филиалда иҫәптә тороусылар араһында 3 бала бар.
—Ҡосаҡлашҡанда, сөскөргәндә, йүткергәндә йоға тип ҡурҡыу кәрәкмәй, тимәк?
—Юҡ, ундай осраҡта йоҡмай. Һауыт-һаба, ризыҡ аша ла хәүеф янамай, бер транспортта барыу ҙа һеҙҙе шикләндермәһен. Тышҡы мөхиттә вирус «йәшәй» алмай. 56 градус-тан юғары температурала шунда уҡ һәләк була, киптереүгә һәм химик йыуыу сараларына сыҙамай, кеше организмынан ситтә 3 тәүлеккә тик-лем йәшәй алмай.
Уның «ғүмере» бер нисә минутҡа тиклем генә ҡыҫҡара. Әгәр ул тотороҡлораҡ булһа, көнкүреш инфекцияһы осраҡтары ла булыр ине. Иммунодефицит вирусы кешенең билдәле биологик шыйыҡсаларында—ҡанда, енси органда, әсә һөтөндә, спермала ғына йәшәй һәм үрсей. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ҡулланылған шприцта 3-4 тәүлеккә тиклем ВИЧ булыуы мөмкин (әгәр ул стерилләнмәгән булһа!).
—ВИЧ бармы, юҡмы икәнен күҙәтеп барыу өсөн йыш ҡан анализы бирергә кәрәкме?
—Инфекция йоҡтороу ихти-маллығынан һуң (ВИЧ-инфекциялы кеше менән һаҡланмаған енси бәйләнешкә ингәндән һуң һ.б.) бер йыл дауамында кеше күҙәтеү аҫтында була. Мөрәжәғәт иткән көндә ВИЧ-инфекцияға ҡан анализы тапшыра, артабан һәр 3 ай һайын. Әгәр йыл дауамында анализдар уның зарарланмағанлығын күрһәтә икән, ул иҫәптән алына.
—Анализ яңылыш булыуы мөмкинме?
—Ауырлы саҡта, яман шеш менән ауырығанда, аутоиммун системаһы ҡаҡшағанда анализ ыңғай күрһәтеүе ихтимал. Шуға дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн тест-системаһы аша бер нисә тикшереү ысулы күҙ уңында тотола. Кешелә ВИЧ-инфекция эпидемиологик, клиник һәм лаборатор тикшереүҙәрҙән һуң билдәле була. Һәр яҡлап тикшерелгәс кенә диагноз ҡуйыла.
—Дөйөм ҡан анализы, йә иһә медицина тикшереүе мәлендә инфекцияны «табырға» буламы?
—Юҡ, ябай ҡан анализы менән уны асыҡлап булмай. Әммә табип бер нисә төркөм лимфатик төйөрҙөң ҙурайыуын күрһә, шикләнергә урын бар.
—Кеше сирле икәнен белгәс, ни эшләргә тейеш?
—Иң мөһиме—үҙ-үҙеңә бикләнмәҫкә, йәшенмәҫкә. СПИД үҙәгенә килергә, иҫәпкә торорға. Беҙ һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Психологик ярҙам да күрһәтәбеҙ, медицина тикшереүе үткәрәбеҙ, антиретровирус дауалауы тәҡдим итәбеҙ, күҙәтеү аҫтына алабыҙ һәм сир динамикаһын ҡарап барабыҙ. Дауаланыу препараттары бушлай бирелә.
—Сир асыҡланғандан һуң, ғәҙәти тормош менән йәшәп буламы?
—Әлбиттә. Беҙҙең кәңәштәрҙе тотһалар, беҙ яҙған дарыуҙарҙы ҡулланһалар һәм күҙәтелеп торһалар ғәҙәти тормош менән йәшәргә була. Антиретровирус препараттары ВИЧ-ты максималь рәүештә баҫа, кешенең ғүмер оҙонлоғон һаҡлай, ВИЧ-тың йоғоу һәләтен кәметә һәм башҡа сирҙәргә ҡаршы тороу мөмкинлеген арттыра. Был, әлбиттә, финанс яғынан да үҙеңә яҡшы тәьҫир итәсәк.

 

—ВИЧ-инфекциянан нисек һаҡланырға?
*Осраҡлы енси бәйләнешкә инмәҫкә;
*партнерың менән даими тикшеренеү үтеп торорға;
*наркотик ҡулланмаҫҡа, дауаланыу шприцтарын да бер тапҡыр ғына ҡулланырға;
*гигиена әйберҙәрен кеше менән уртаҡлашмаҫҡа;
*ҡолаҡ тиштергәндә, маникюр эшләткәндә бары тик яңы йә стерилләнгән
әйберҙәр алырға.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: