Ғалимдар туҡланыу өлкәһендә өҙлөкһөҙ тикшеренеүҙәр алып бара. Шундай тикшеренеүҙәрҙең бер һөҙөмтәһе булараҡ, илебеҙҙә 2008 йылдың 18 декабрендә «Россия Федерацияһында йәшәүсе төрлө ҡатлау кешеләренең энергияға һәм туҡлыҡлы матдәләргә физиологик ихтыяжы нормалары» булдырылды.
Әлеге документ нигеҙендә илебеҙҙә аҙыҡ-түлек етештереүҙе планлаштырыу; ауыл хуҗалығы продукцияһын етештереү комплексының дәүләт күләмендә һөҙөмтәле үҫешен һәм халыҡтың туҡланыу именлеген тәьмин итеү; дауалау-профилактика учреждениеларында һәм дөйөм туҡланыу урындарында дөрөҫ туҡланыуҙы ойоштороу; туҡланыуҙың сифатын тикшереп баһалау; әлеге өлкәлә белгестәр әҙерләү һәм халыҡты сәләмәтлек өсөн файҙалы туҡланыу принциптарына төшөндөрөү буйынса эш программаларын төҙөү һәм башҡа шундай саралар ойошторола.
Туҡланыу, ысынлап та, биологик яҡтан әһәмиәтле мәсьәлә генә түгел, ә социаль-иҡтисади һәм хатта сәйәси проблема ла. Бөтё дөнъя сәләмәтлек һаҡлау ойошмаһы ултырыштарында был турала даими һүҙ алып барыла.
Дөрөҫ (рациональ) туҡланыу – йәшәйеш шарттарында кеше организмының энергияға һәм тормош өсөн мөһим булған матдәләргә ихтыяҗын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә торған туҡланыу.
Билдәле булыуынса, организм өсөн кәрәкле матдәләрҙең барыһын бер юлы үҙендә туплаған бер генә ашамлыҡ та юҡ. Шуға күрә ризыҡты һәр вакыт төрләндереп торорға кәңәш ителә.
Дөрөҫ туҡланыу, һис шикһеҙ, аҙыҡ-түлектең сифаты менән дә бәйле. Ашамлыҡтарҙың төргәгендәге йә тартмаларындағы яҙыуҙарға иғтибар итергә күнегергә кәрәк. Уларҙағы кодтар ашамлыҡтарға өҫтәлгән ҡушылмаларҙың кеше организмына күпме йоғонто яһауы тураһында мәғлүмәт бирә. Күбебеҙ был өҫтәмәләрҙе «химия» тип иҫәпләй һәм шуға күрә уларҙы организм өсөн зарарлы тип һанай. Ысынында иһә күп ҡушылма ашамлыҡтарҙың сифаты тейешле органдар тарафынан ҡабул ителгән санитария-гигиена талаптарына тура килһен өсөн ҡулланыла. Мәҫәлән, лимон һәм һөт кислоталары, сахароза тулыһынса зыянһыҙ өҫтәмәләр тип иҫәпләнелә.
Ҡайһы бер ҡушылмалар, ысынлап та, күпмелер дәрәжәлә зыянлы, ләкин уларҙы ҡулланыу тыйылмай. Ни өсөн тигәндә, ашамлыҡтарға уларҙы өҫтәмәгән осраҡта, зыян күберәк булырға мөмкин: әйтәйек, аҙыҡ-түлектең төҫө йәмһеҙләнә, уның һаҡланыу ваҡыты ҡыҫҡара; микрофлораһы үҙгәргәнлектән, токсиндар барлыҡҡа килә. Бындай ризыҡты ашап, ағыуланыу ихтималы арта. Мәҫәлән, натрий нитраты бешереп яһалған ҡаҙылыҡҡа ҡыҙғылт төҫ бирә һәм билгеләнгән ваҡытта уны боҙолоуҙан һаҡлай. Натрий нитраты ҡушып бешерелмәгәнгә күрә, өйҙә әҙерләнгән ҡаҙылыҡтың төҫө ҡарая, тиҙ боҙола.
«Е» коды менән аталып йөрөтөлә торған ҡушылманы ҡайһы саҡта ашамлыҡ төргәгенә – «глутамат натрия» тип яҙалар, шунлыҡтан һатып алыусыға был аңлашылып та бөтмәҫкә мөмкин.
Шулай уҡ оноторға ярамай: Россияла тыйылған ҡурҡыныслы аҙыҡ-түлек өҫтәмәләре лә бар. Түбәндә уларҙың ҡайһы берҙәрен күрһәтеп үтәбеҙ.
Тыйылған өҫтәмәләр:
Е121 – цитрустар төҫөндәге ҡыҙыл буяу (цитрусовый красный 2);
Е123 – ҡыҙыл амарант буяу (красный амарант) Е240 – формальдегид (консервант).
Ҡурҡыныслы өҫтәмәләр:
– яман шеш барлыҡҡа килерә торғандары:
Е103, Е105, Е121, Е123, Е125, Е126, Е130, Е131, Е142, Е152, Е210, Е211, Е213-217, Е240, ЕЗЗО, Е447;
Әгәр сәләмәтлегегеҙҙе һаҡларға теләһәгеҙ, аҙыҡ-түлек тышлығындағы яҙыуҙарға иғтибар итмәй ҡалмағыҙ. Матбуғат аша халыҡҡа «Е» кодлы яңы өҫтәлмәләр ҙә хәбәр ителеп торола.
Дөрөҫ ашау көнө буйы етерлек көс-ҡеүәт, яҡшы кәйеф кенә түгел, һаулыҡ нигеҙе икәнен бөтә кеше белә. Дөрөҫ туҡланыуҙы күптәр ауыр бурысҡа һанай. Ысынлап та, ике-өс урында эшләп йөрөгән кешенең иркенләп иртәнге аш әҙерләргә, төшөн тыныс ҡына ултырып ашарға ваҡыты юҡ. Ә киске табын артында ул үҙенә ирек бирә: майлы аш артынан шәкәрләп, баллап, бисквит йәки ҡоймаҡ ҡушып сәй эсә — көнө буйы йыйылған көсөргәнешен шулай итеп юя. Ә арыған организм йоҡларға йыйына, ферменттар, гормондар тейешле кимәлдә эшләмәй. Үҙләштерелмәгән ризыҡ ашҡаҙанға аш түгел, таш булып ята. Дөрөҫ ашамау гастрит, ашҡаҙан йәрәхәте, панкреатит, үт ҡыуығы һәм бауыр ауырыуҙарына ғына түгел, матдәләр алмашыныуы боҙолоуға, шуның менән бәйле күп сирҙәргә килтерә.
Ғаиләнең нисек, нимә менән туҡланыуы өсөн ҡатын-ҡыҙ яуаплы. Яҡындарыбыҙҙың тамағын ярымфабрикаттар, дөйөм туҡланыу ойошмаларында әҙерләнгән ризыҡтар менән түгел, үҙебеҙ бешергәне менән туйҙырырға бурыслыбыҙ. Ҡатын-ҡыҙ өҫтәлгә ниндәй һый ҡуя — ире лә, балалары ла шуны ашай. Бөгөн магазиндар зыянлы ҡушымталар өҫтәлгән аҙыҡ-түлек менән тулы заманда гүзәл зат аш-һыу әҙерләү мәсьәләһендә бик мәғлүмәтле, белемле булырға тейеш. Яҡшы хужабикәнең һыуытҡысында һәр ваҡыт ғаиләһе йылытып ашарлыҡ ризыҡ тора.
Туҡланыу ҡағиҙәләре, мәҙәниәте сабый саҡтан уҡ һалынырға тейеш. Бәләкәй саҡта телдә ҡалған тәм, йәки был ризыҡҡа өҫтөнлөк биреү ғәҙәте кешене ғүмер буйы оҙатып килә. Бешереү-төшөрөү, табын ҡороу үҙенсәлектәрен беҙ әсәй-өләсәйҙәребеҙҙән алған кеүек, ҡыҙҙарыбыҙ ҙә беҙҙән күреп өйрәнә. Ата-бабаларыбыҙҙың быуаттар буйы һыналған, ҡырыҫ тәбиғәт шарттарыбыҙға яраҡлаштырылған туҡланыу традицияларын күҙәтергә генә түгел, һаҡларға, балаларыбыҙға һалырға тейешбеҙ. Итле һурпа, һыйыр, йылҡы ите, ҡаҙылыҡ, тултырма, ҡорот — һалҡын Ураларъяғы ҡыштары өсөн ошоларҙан да ҡулайыраҡ ниндәй тәғәмебеҙ бар?
Һөт ризыҡтарыбыҙ — май, ҡаймаҡ, эремсек, ҡыҙыл эремсек, һөҙмә — торғаны бер хазина. Ҡымыҙҙың файҙаһы тураһында һөйләргә лә түгел. Картуф, кишер, сөгөлдөр, ҡабаҡ —һәр ғаилә элек был файҙалы йәшелсәләрҙе ҡыш буйына етерлек итеп әҙерләгән. Биҙрәләп-биҙрәләп ҡара ҡарағат йыйып, шәкәр менән төйөп ҡуйыуҙары, йәй буйы еләк- емештән күп итеп ҡаҡ ҡойоуҙары — ифрат кәрәкле витаминдарҙы һаҡларға тырышыуҙан.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперттары ла ситтән килтерелгән түгел, үҙ ереңдә етештерелгән аҙыҡ-түлекте файҙаланырға, туҡланыуҙа милли традицияларға таянырға кәңәш итә. Сөнки ашҡаҙан-эсәктәр тап үҙебеҙҙең ризыҡтарҙы эшкәртеүгә көйләнгән. Мәҫәлән, беҙҙә авокадо, кокос, банан кеүек ят емештәрҙе үҙләштереүсе ферменттар юҡ.
Кескәйҙәрҙең туҡланыуына етди иғтибар биреү мотлаҡ. Күп осраҡта баланың өлкән кеше өсөн әҙерләнгән ашты яратмауы аңлашыла ла — үҫеп килгән организм башҡа матдәләр талап итә. Иң тәүҙә уның нимә ашағыһы килеүен һорағыҙ һәм йәне теләгән ризыҡты тәмле итеп әҙерләү өсөн бөтә ижади һәләтегеҙҙе эшкә егегеҙ. Ябай ғына бутҡаны ла матур итеп еләк-емеш менән биҙәп, бал ҡойоп йә ваҡланған сәтләүектәр һибеп бирһәң, тәрилкәне ялтыратып ҡуясаҡ. Аҙ ашаусы сабыйҙың аппетиты боҙолмаһын өсөн урыҡ-һурыҡ ҡапҡыларға рөхсәт итмәгеҙ. Тағы бер кәңәш: балағыҙҙы саф һауала уйнатығыҙ, асығып ҡайтып, тәмле итеп ашар.
“Иртәнге ашты үҙең аша, төшкөһөн дуҫың менән бүлеш, кискеһен дошманыңа бир”, - тигән мәҡәлде барыбыҙ ҙа беләбеҙ, ләкин унда ниндәй тәрән мәғәнә ятҡанын аңларға тырышмайбыҙ. Кешеләр ошо халыҡ мәҡәлен иҫтәрендә тотһа, ашҡаҙан-эсәк сирҙәре күптәрҙе урап үтер ине. Кисен ризыҡтан бөтөнләй баш тартырға түгел, ә еңелсә генә ашап алырға кәрәк, мәҫәлән, быҡтырылған йәшелсә менән майһыҙ ит йәки балыҡ һәйбәт булыр. Ә йоҡлар алдынан бер стакан ҡатыҡ йәки кефир файҙалы. Төшкө аш аппетитты асыусы салаттан, һурпанан, ит (йәки балыҡ) һәм гарнирлы икенсе аштан торһа яҡшы. Иртәнге аштың әһәмиәте ҙур. Элек әсәйҙәр балаларын бутҡа менән һыйлаһалар, хәҙер иртән ашап мәктәпкә китеү ғәҙәте юҡҡа сыға бара. Төнө буйы үт ҡыуығында йыйылған үт аш эшкәртеү өсөн тотонолмай икән, ул ҡуйыра, яйлап ҡомға, унан ташҡа әйләнә. Шуға күрә иртәнге бутҡанан баш тартырға ярамай.
Бала дөрөҫ туҡланмай икән, был иһә уны бик иртә гастритҡа килтерә. Саҡ башланып торған ялҡынһыныуға иғтибар итмәһәң, ул ашҡаҙандың лайлалы тышсаһын бөрөштөрөүсе гастритҡа әйләнә, ә боҙолған күҙәнәктәрҙең яман шешкә әүерелеүе тиҙ.
Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан һаҡланыу өсөн ауыр үҙләштерелеүсе аҙыҡтарҙы сикләп, дөрөҫ туҡланырға кәрәк. Ашаған ризыҡтар сарыф ителгән энергия ҡеүәттәрен тултырырлыҡ булырға тейеш. Һис кенә лә ас йөрөргә, шул уҡ ваҡытта артығын ашарға ярамай. Һау кешегә бер үк сәғәттәрҙә көнөнә өс, ауырыуҙарға биш-алты мәртәбә туҡланырға кәрәк. Тәмәке тартыу, спиртлы эсемлектәрҙе эсеү ғәҙәтенән арынығыҙ, шулай уҡ газланған татлы эсемлектәрҙе онотоғоҙ. Тормоштағы көсөргәнешле хәлдәрҙе тынысыраҡ ҡабул итергә өйрәнеү мөһим. Бынан башҡа ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙары ғына түгел, башҡа сирҙәрҙән дә тулыһынса һауығып булмай. Ваҡытында йоҡлауҙың, физик күнекмәләрҙең ашҡаҙан һәм эсәктәрҙең, бөтә организмдың һаулығы өсөн мөһим булыуы тураһында ла иҫтә тотоғоҙ.
Дөрөҫ туҡланыу – ул үҙе бер мәҙәниәт. Һәр ваҡыт “Беҙ ашау өсөн йәшәмәйбеҙ, беҙ йәшәү өсөн ашайбыҙ” тигән әйтемде тормош девизы итеп алыр кәрәк. Сөнки дөрөҫ туҡланыу – ул сәләмәтлек нигеҙе. Белеүебеҙсә, ауырыуҙарҙың 90 проценты беҙгә ашҡаҙан аша эләгә, шуны онотмайыҡ, дөрөҫ туҡланайыҡ.
Юлиә Рафиҡова, табип.
Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы.
фото интернеттан