Алабута (лебеда)
Европаның бар илдәрендә, Яҡын Көнсығышта, Урта Азияла, Төньяҡ Африкала, Ҡытайҙа таралған. Яҡынса 150-200 төрө билдәле. Башҡортостанда 13 төрө үҫә. Беҙҙә ул сүп үләне һанала. Баҡсаларҙа, ташландыҡ ерҙәрҙә үҫә.
“Йот йылдарында беҙҙе үлемдән ҡотҡарған үҫемлектәрҙең береһе” тип өлкәндәр уға әле лә рәхмәт уҡый. Алабута ононан ризыҡ әҙерләгәндәр, әммә был аҙымға сараһыҙлыҡтан барғандар тип аңларға кәрәк. Хәйер, ҡайһы бер илдәрҙә алабутаны баҡсаларҙа махсус үҫтереүселәр әле лә бар. Уның япраҡтарын, мәҫәлән, йомортҡа ҡурғанда ҡушалар.
Алабутаның йәш һабаҡтарында протеиндар күп. Туҡлыҡлы һанала. Үҫемлек составында С, Е витаминдары, калий, рутин, минераль тоҙҙар, каротин, эфир майҙары, аминокислоталар бар. Халыҡ медицинаһында ул радикулиттан, быуынға тоҙ ултырғанда, геморрой булғанда ҡулланыла. Тынысландырыусы сара булараҡ та билдәле. Шуға ла уны депрессия һәм невроздарҙан да кәңәш итәләр. Файҙаһы тын алыу юлдары сирҙәрен дауалағанда ла һиҙелә.
Алабутаны ҡан таҙартыуҙа, бөйөр, бауыр һәм һейҙек ҡыуығы сирҙәрендә файҙаланырға була. Төнәтмәһенә мамыҡ манып яраға һалһаң, ярҙам итә, тиҙәр. Иң мөһиме—ул организмдан шлактарҙы сығара.
Эсәк һәм бауырҙы таҙартыу өсөн:
* 1-2 аш ҡалағы ваҡланған йәш япраҡҡа 200 мл эҫе һыу ҡойорға, 10 минут ҡайнатырға. 30 минут тотҡандан һуң һөҙөргә. Көнөнә 2-3 тапҡыр ярты стакан эсергә.
* Йәш япраҡтарҙы ит турағыс аша үткәреп, һығып һутын алырға ла шуға 1 аш ҡалағы бал ҡушырға. Ашарҙан 20 минут алда көнөнә 2-3 тапҡыр 1/4 стакан эсергә. Дауаланыу курсы – 1 ай.
Быуындар һыҙлағанда:
4 ҡалаҡ ваҡланған ҡоро япраҡҡа эҫе һыу ҡушырға, 15 минут ҡайнатырға. Һыуытырға, һөҙөп алғас, бер аҙ һыу ҡушырға (тәүҙәге күләмгә еткерергә). Көнөнә 1 аш ҡалағы менән 3 тапҡыр эсергә.
Йүтәлләгәндә, һыуыҡ тиейгәндә:
4 аш ҡалағы ваҡланған ҡоро япраҡҡа 200 мл эҫе һыу ҡойорға, 2 сәғәткә ҡалдырырға. Көнөнә 3 тапҡыр 0,5 аш ҡалағы эсергә.
Стоматит мәлендә:
5 аш ҡалағы ҡоро һәм ваҡ япраҡҡа 0,5 л эҫе һыу ҡойорға, 1 сәғәт төнәтергә, һөҙөргә һәм ауыҙҙы көнөнә бер нисә ҡат сайҡатырға.
***Табип менән кәңәшләшергә.