2024 йыл—Ғаилә йылы
Тырыш ҡыҙ Төркмән мәктәбен тамамлағас, сәнәғәт тармағында эшләп ҡарай. Әммә уның күңеле дауалау өлкәһенә тартыла һәм ул Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. Ул ваҡытта, игеҙәге Рәзидә шул уҡ училищены тамамлап, медицина хеҙмәткәре булып эшләп йөрөгән була. Һыңары ла, әлбиттә, уның ошо изге һөнәр һайлауына булышлыҡ итмәй ҡалмай.
1987 йылда ҡулына диплом алған Рәзилә Зәйтүн ҡыҙы Баймаҡ ҡалаһының бала табыу йортонда шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын башлай. Шул ваҡытта йәш белгес үҙҙәренә тиҙ ярҙам менән йөклө ҡатындарҙы елдереп илтеп ҡуйған, үҙаллы ҡарар ҡабул иткән тиҙ ярҙам хеҙмәтенең эштәренә ҡыҙыға. Юрағаны—юш килә, бер йылдан, йәғни 1988 йылда ул Төркмән ауылына фельдшер булып ҡайта.
-Фельдшер эше бик ауыр: үҙеңә табип та, шәфҡәт туташы ла, психолог та булырға тура килә. Айырыуса хәл өҫтөндә ятҡан кешеләргә саҡыртһалар, бик ҡыйын. Әммә сирлегә дөрөҫ ярҙам күрһәтеп, йән өрөп ебәреү, күҙҙәрен асыуы, һүҙ ҡушыуын ишетеүе күңелгә шул тиклем рәхәтлек бирә. Кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙан да изге эш юҡтыр был донъяла. Стажым хәҙер ҙур, тәжрибә лә етерлек, эш кенә булһын,--тип хеҙмәтенең ауыр яҡтарын да, ҡыуаныслы мәлдәрен дә һөйләй тиҙ ярҙам хеҙмәте фельдшеры Рәзилә Зәйтүн ҡыҙы.
Тормош иптәше—күрше Икенсе Төркмән ауылы егете Мансур Рәфҡәт улы Шәкиров менән дә ул эшендә таныша. Мансур 1992 йылда тиҙ ярҙам хеҙмәтенә водитель булып бара. Йәштәр бер йыл осрашып йөрөгәс, 1993 йылда өйләнешә. 30 йылдан ашыу инде улар ирле-ҡатынлы ғына түгел, бер сменала эшләүсе хеҙмәттәштәр ҙә.
-Күптәр беҙҙән, өйҙә лә бергә, эштә лә, бер-берегеҙҙән ялҡмайһығыҙмы?—тип һорай. Юҡ, ялҡмайбыҙ, киреһенсә, беҙгә бергә эшләү оҡшай. Ирем эшемдә ныҡлы ярҙамсым: медикаменттар тултырылған ауыр сумканы алып инә, ауыр сирле кеше янына саҡырыу булһа, уны күтәрешә, кәрәк булһа тиҙ ярҙам автомобиленә алып сығып һала, аяҡ-ҡул һынған осраҡтарҙа шина һалыша...Ғөмүмән, ул минең алыштырғыһыҙ ярҙамсым. Өйҙә инде ул баш, мин уның янында йүгереп йөрөйөм. Донъя йөгөн һинеке, минекегә бүлмәй тартабыҙ,--тип ирен маҡтай фельдшер.
Сибай тиҙ ярҙам хеҙмәтенең Төркмән бүлексәһендә 4 бригада эшләй, йәғни һәр бригада бер фельдшер һәм бер водителдән тора. Улар ике Төркмән, ике Моҡас, Басай, Күсей, Иҫәнбәт, Тоҡтағол, Әхмәр, Абҙаҡ, Атанғол ауылдарында йәшәүселәргә тиҙ ярҙам күрһәтә. Казанка ауылы ла элек улар ҡарамағында булған.
-2021 йылда беҙҙең тиҙ ярҙам хеҙмәте Сибай үҙәк дауаханаһы янындағы бүлеккә берләштерелгәс, эшләү күпкә еңелләште. Хәҙер беҙ сирлеләрҙе Сибай дауаханаһына тура илтәбеҙ. Элек Баймаҡҡа ташыуы ауыр булды, ваҡыт та күп сарыф ителде. Ә бит ҡайһы ваҡыт сирленең ғүмерен минуттар ғына түгел, секундтар ҙа хәл итә,--ти Рәзилә Зәйтүн ҡыҙы.
Шәкировтар Төркмәндә ҙур, бөтә уңайлы шарттары булған күркәм йорт һалып сыҡҡан. Ҡош-ҡорт, мал аҫрап, баҡса үҫтереп, ауылда өлгөлө ғаилә булып, матур йәшәйҙәр. Улар ике улдарын—Азамат һәм Булатты уҡытып, яҡшы тәрбиә биреп, оло тормош юлына баҫтырған. Өлкән улдары техник йүнәлештәге юғары уҡыу йортонда белем алып баш ҡалала эшләй. Икенсе улдары Булат иһә ата-әсәһенең юлын һайлаған. Сибай медицина колледжын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алған. Ошо көндәрҙә тырыш егет ҡулына табип-терапевт дипломын алырға тора. Булаттың кәләше Альбина ла табип, “Ауырырға ваҡыт юҡ” клиникаһында эшләй. Булат һәм Альбина Шәкировтар Азалия исемле ҡыҙ үҫтерә. Азамат коронавирус пандемияһы осоронда Зубоволағы ковид-госпиталдә эшләп, тәжрибә тупларға ла өлгөргән. Киләсәктә егет ординатурала уҡыуын дауам итмәксе.
Мәҡәләбеҙ башында Рәзилә Зәйтүн ҡыҙының игеҙәге Рәзидә хаҡында ла әйтеп үттек. Рәзидә Зәйтүн ҡыҙы Салауат ҡалаһында йәшәй. Уның медицина өлкәһендә 40 йылға яҡын стажы бар. ФСИН хәрби системаһында фельдшер булып эшләй. Намыҫлы хеҙмәте Рәсәй Федерцияһының хеҙмәт алдынғыһы миҙалы менән баһаланған. Ире—Башҡортостандың халыҡ артисы Фәтих Ҡолһарин менән улар ҙа ике улға ғүмер бүләк иткән.
Бына шулай Төркмәндең уңған ҡыҙҙары Рәзилә Шәкирова һәм Рәзидә Ҡолһарина ал-ял белмәй халыҡ сәләмәтлеге һағында тора. Рәзилә Зәйтүн ҡыҙы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” маҡтаулы исемен йөрөтә. Көнө-төнө эргәһендә булған тормош иптәше Мансур Рәфҡәт улының да тынғыһыҙ хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамаотаһы менән баһаланған.