Мәтрүшкә һалҡын тейгәндә файҙалы. Тын юлдарын таҙарта, аш эшкәртеү эшмәкәрлеген яҡшырта, үт, һейҙек ҡыуыу үҙенсәлектәренә эйә. Нервыларҙы тынысландыра, йоҡоһоҙлоҡтан дауалай. Был үләндә В1, В2, С, D, A, К витаминдары, эфир майҙары бар. Ауыҙ эсе боҙолғанда ҡулланырға мөмкин.
Ләкин мәтрүшкәне сәләмәт кешегә ҡулланырға ярамай. Ул йөклө ҡатындарға зыянлы, сөнки аналыҡты ҡыҫҡарта, бала төшөү, сабыйҙың ваҡытынан алда тыуыу ҡурҡынысын арттыра. Ир-аттар күп ҡулланһа, енси көсһөҙлөккә килтерә. Балаларға, аллергия менән яфаланыусыларға мәтрүшкә сәйе ярамай.
Мәтрүшкәнән төнәтмә: 1 аш ҡалағы ваҡланған кипкән үләнгә 400 мл ҡайнаған һыу ҡойорға, 30 минут тоторға. Ангина, стоматит булғанда ауыҙ ҡыуышлығын сайҡатырға. Ҡулға ванна эшләргәлә мөмкин.
Мәтрүшкәнән ҡайнатма: 1 аш ҡалағы үләнгә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға, эмаль кәстрүлдә 30 минут яйлап ҡайнатырға, һөҙөп алып һыуытҡыста һаҡларға. Ҡайнатманы, тамаҡ ашарҙан 30 минут алда, көнөнә өс тапҡыр 30 мл ҡабул итергә.
Дауалау 7 көндән артмаҫҡа тейеш.
* Табип менән кәңәшләшергә.