Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Декабрь 2023, 13:25

Реабилитация үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ

Яҡташыбыҙ—Йылайыр районының Бикйән ауылында тыуып үҫкән Нәсимә Ҡашҡарова оҙаҡ йылдар Баймаҡ ҡалаһында йәшәне. Әле ул ғаиләһе менән башҡалала төпләнгән. Өфөнөң Октябрь проспектында урынлашҡан реабилитация үҙәгенә реабилитолог-дефектолог булып эшләй. Декабрь башында билдәләнгән Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан ул үҙе лә сәләмәтлек мөмкинлеге сикле бала бағыусы әсә булараҡ, ғәрип балаларҙың ата-әсәләренә кәрәкле мәғлүмәттәр еткерергә тырышты.

Реабилитация үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ
Реабилитация үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ

-Республикабыҙҙа физик мөмкинлектәре сикле балаларға социаль хеҙмәттәр күрһәтеү йүнәлешендә биш дәүләт реабилитация үҙәге эшләй. Улар Өфөлә, Белоретта, Күмертау һәм Нефтекама ҡалаларында урынлашҡан. Был үҙәктәрҙең ҡала һәм райондарҙа 16 бүлексәһе, йәғни, филиалы бар, шул иҫәптән Сибай ҡалаһында ла. Уларҙа һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар һәм үҫмерҙәргә комплекслы реабилитация хеҙмәттәре күрһәтелә. Бындай учреждениеларҙың маҡсаты--организмдың функциялары ҡаҡшау арҡаһында килеп тыуған сикләүҙәрҙе бөтөрөү, уларҙы мөмкин ҡәҙәр тулы компенсацияларға тырышыу. Шулай уҡ инвалид баланың социаль статусын тергеҙеү, матди тотороҡлоҡҡа өлгәшеп, социаль яраҡлашыуын тәьмин итеү,--ти Нәсимә Ҡашҡарова, хеҙмәттәре менән таныштырып.

Реабилитациялау үҙәктәрендә социаль-көнкүреш хеҙмәттәр: мәҙәни-ял эшмәкәрлеген һәм реабилитация сараларын ойоштороуҙы, социаль-медицина, йәғни, дауалау–сыныҡтырыу һәм реабилитация саралары балаларҙың индивидуаль программаларына ярашлы үткәреүгә (массаж, физик һауыҡтырыу комплексы, физкабинет) йүнәлтелгән. Социаль-психологик хеҙмәттәр консультациялар биреүҙе, психологик диагноз ҡуйыуҙы, баланың холоҡ-фиғелен коррекциялауҙы, психологик күнекмәләр үткәреүҙе куҙ уңында тота. Психологик проблемаларҙы балалар ғына түгел, ә уларҙың ата-әсәләре, яҡындары, башҡа туғандары ла кисерә. Шуға күрә уларға ла ярҙам күрһәтеү ойошторолған. Тағы ла социаль хеҙмәт йүнәлеше бар. Был йүнәлештә һөнәр һайлау, эшкә урынлашыу һәм эшкә яраҡлашыу менән бәйле проблемаларҙы хәл итеү мәсьәләләре буйынса консультациялар биреү ҡаралған. Баланың үҙ-үҙенә ышанысын үҫтереү һәм дөрөҫ һөнәри йүнәлеш булдырыу бик мөһим. Социаль-педагогик йүнәлеш хеҙмәткәрҙәре иһә балаларҙы аралашыу, көнкүрештә һәм йәмәғәт урындарында үҙ-үҙен хеҙмәтләндереү күнекмәләренә өйрәтеү, шулай уҡ теге йәки был өлкәлә алған белемдәрен артабан файҙалы ҡулланыу ысулдарын булдырыусы саралар үткәреү менән шөғөлләнә.

-Реабилитация үҙәктәрендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға һәм үҫмерҙәргә ярҙам итеүсе табиптар, психологтар, педагогтар, социаль хеҙмәткәрҙәр күп. Шулай ҙа улар араһында дефектологтар һәм логопедтар айырым урын биләй. Логопедтар төрлө генезлы телмәр боҙолоуы булған балаларға махсуслаштырылған диагностика-консультация, коррекция-тергеҙеү (логомассаж, артикуляцион күнегеүҙәр) ярҙамы күрһәтһә, дефектологтар балаларҙа юғары психик функцияларҙың боҙолоуы, телмәр етешһеҙлеге, иғтибар, хәтер аҡһаған осраҡта, уҡытыуҙа ҡатмарлыҡтар барлыҡҡа килгән ваҡытта ярҙамға килә. Тағы ла был үҙәктәрҙә балаларға тегеү, балсыҡ әүәләү, һүрәт төшөрөү, ағас эшкәртеү, юл хәрәкәттәре ҡағиҙәләрен өйрәтеү бүлмәләрендә шөғөлләнеү мөмкинлеге бар,--тип һөйләй Нәсимә Ҡашҡарова.-Реабилитация үҙәктәрендә инвалид балаларға күрһәтелгән бөтә социаль хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә. Әгәр ғаиләгеҙҙә сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән, телмәр үҫеше тотҡарланған бала бар икән, күп уйлап тормай Өфө ҡалаһының Октябрь проспектында урынлашҡан реабилитация үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ. Бында эшләүсе белгестәр һәр ваҡыт һеҙҙе ихлас ҡабул итеп, кәрәкле ярҙам күрһәтәсәк.

Реабилитация үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ
Реабилитация үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ
Реабилитация үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ
Автор:Гульдар Кадаева