Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Ноябрь 2023, 09:00

Медицинаға һөйөү бәләкәйҙән

Балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта уҡ медицина белгесе булғым килде. Көн дә әсәйемдең кабинетына барҙым, дарыуҙарын урынлаштырыштым. Әсәйемдең аҡ халаты оҡшай ине, шуны кейеп тә ҡарай инем. Кабинеттың еҫен оҡшаттым. Әсәйемдең балаларҙы дауалауы, уларға прививка эшләүе, витаминдар биреүе минең өсөн мауыҡтырғыс күренде. Башҡа балалар йоҡлағанда, мин йоҡламай йәнә әсәйемдең кабинетына ашҡындым.

Медицинаға һөйөү бәләкәйҙән
Медицинаға һөйөү бәләкәйҙән

Айбулат Шәфҡәт улы Юнысов—Хәйбулла районы Садовый ауылы егете. Ул өс балалы ғаиләлә уртансы бала булып буй еткергән. Әсәһе Динә Сәлимйән ҡыҙы—“Шатлыҡ” балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы булһа, атаһы Шафиҡ Урал улы Себер тарафтарында вахта менән эшләй. Айбулат Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбендә белем ала. 9-сы класты тамамлағас, Гай медицина колледжына уҡырға инә.

--Балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта уҡ медицина белгесе булғым килде. Көн дә әсәйемдең кабинетына барҙым, дарыуҙарын урынлаштырыштым. Әсәйемдең аҡ халаты оҡшай ине, шуны кейеп тә ҡарай инем. Кабинеттың еҫен оҡшаттым. Әсәйемдең балаларҙы дауалауы, уларға прививка эшләүе, витаминдар биреүе минең өсөн мауыҡтырғыс күренде. Башҡа балалар йоҡлағанда, мин йоҡламай йәнә әсәйемдең кабинетына ашҡындым. Шуға ла бәләкәйҙән медицина юлынан китеремде белдем. Мәктәптә уҡығанда химия, биология дәрестәренә өҫтөнлөк бирҙем,--ти Айбулат Шафиҡ улы.
Колледжда уңышлы уҡый. Унда егеттәр аҙ булыу сәбәпле, уларға иғтибар һәм ихтирам көслө була. Студент саҡта ҡала дауаханаһында практика үтә һәм бында ҡала алмаҫын, күңеле тыуған яғына тартыуын аңлай. Колледжды бөткәс, хәрби комиссариаттың хеҙмәткә саҡырыу пунктында эшләй. Үҙе лә әрмегә бара, ил алдындағы бурысын үтәгәс, эшен дауам итә. Районда “Кисектермәҫ ярҙам” кабинеты асылып, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы районға күсмә фельдшер пункты биргәс, Айбулат Шафиҡ улы шунда эшкә күсеп, фельдшер булып эш башлай. Әле ул райондың фельдшер-акушеп пункты булмаған 17 ауылын хеҙмәтләндерә.

--Көн дә ауылға сығабыҙ. Ауыл уртаһына машинаны ҡуябыҙ ҙа сирлеләрҙе иртәнсәктән төшкәсә ҡабул итәбеҙ. Унан поликлиникаға барып сирлеләрҙең мәғлүмәттәрен компьютерға индерәбеҙ. Ауылдарҙа башлыса мине оло йәштәгеләр көтә. Үҙем менән участка табибы биргән дарыуҙарҙы алам. Ныҡ ауырығандарҙы дауаханаға илтәбеҙ. Кисен, сәғәт 4-тән 7-гәсә процедура кабинетында эшләйем. Йәкшәмбе көнө генә ял итәм. Әйтергә кәрәк, күптәргә был һәләт бирелмәй. Медицина хеҙмәткәре булыр өсөн үтә лә яуаплы, сабыр һәм үҙ һөнәреңде яратырға кәрәк,--ти Айбулат Шафиҡ улы һәм егеттәрҙең күберәк медицинаға килеүен теләй.

Йәш белгестең еңел булмаған эшендә уңыштар теләйбеҙ!

 

Мәғлүмәт "Хайбуллинский вестник" гәзитенән алынды.
Гөлсәсәк Ниғмәтуллина фотоһы.

Автор:Резеда Валиева