АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Июнь 2023, 16:50

Ҡурҡыныс бөжәк

Йәй – тәбиғәттең иң матур, хозур мәле. Шуға ла халыҡ тәбиғәт ҡосағына ял итергә барырға ашыға. Әммә хәүефһеҙлек сараларын күрмәгәндә ял итеүҙең аҙағы дауахана булыуы ихтимал. Сөнки был осорҙа талпандар кешегә күпләп һөжүм итә.

Ҡурҡыныс бөжәк
Ҡурҡыныс бөжәк

 

Әле талпандарҙың иң ҡоторған мәле. Бөжәктәр ҡышҡы йоҡоһонан уянды һәм уларға тереклек итеү, туйыныу, үрсеү өсөн кеше ҡанын һурыу мотлаҡ. Хәүеф тыуҙырыусы талпандар ҡорбандарын алыҫтан эҙләмәй, урманға килеүселәргә ҡаҙала. Талпандар август айына ғына әүҙемлеген юғалта, әммә унан һуң тағы һөжүмен башлай.

Роспотребнадзор төҙөгөн биокартаға ярышлы Башҡортостанда талпандарҙың әүҙемлеге 7 -нән алып 10 балға тәшкил итә. Әгәр талпан зыянлы түгел икән, уның ҡаҙалыуы ла ҡурҡыныс түгел. Тик ҡайһы берәүҙәре баш мейеһен зарарлаусы вируслы сир – энцефалит һәм боррелиоз сығанағы булыуы бар. Статистик мәғлүмәттәргә ҡарағанда Сибайҙа талпан ҡаҙалған 62 кеше дауаханаға мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 21-балалар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, боррелиоз йөрәкте, нервы системаһын, тирене һәм быуындарҙы зарарлай, инвалидлыҡҡа килтерергә мөмкин. Шуға күрә урманға махсус кейем кейеп барырға, бөжәктән һаҡланыу саралары күрергә кәрәк. Рәсәйҙә "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы талпан энцефалитына ҡаршы өлкәндәргә һәм 3 йәше тулған балаларға прививка яһайҙар.

фото интернет селтәренән.

 

 

Автор:Гульдар Кадаева