АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Июнь 2023, 15:10

ӨРӨК АШАҒЫҘ!

Бала саҡта өрөк ярып ашай торғайнығыҙмы? Беҙ ашай инек... һәм ашап дөрөҫ эшләгәнбеҙ. Унда яман шешкә ҡаршы тороусы витамин бар.

ӨРӨК АШАҒЫҘ!
ӨРӨК АШАҒЫҘ!

Бала саҡта өрөк ярып ашай торғайнығыҙмы? Беҙ ашай инек. Хәҙерге балалар уны белмәйҙер ҙә әле. Кибеттән буяулы, зыянлы нәмә алһа алырҙар, әммә өрөк ярып ултырмаҫтар...

Ә беләһегеҙме, беҙ уны юҡҡа ашамағанбыҙ бит. Уның файҙаһы шул тиклем ҙур икән. Өрөк төшөндә (һөйәгендә) В17 витамины бар. Уны элек ҡайһы берәүҙәр онтап ҡайнатмаға ла, онға ла ҡушҡан. Сама белеп ашағанда өрөк төшөндәге витамин яман шешкә ҡаршы тороусы шәп сара булып тора. Әйткәндәй, Сан-Франциско докторы, биохимик Эрнест Т.Кребс яман шеш (рак) ауырыуы витамин етмәүҙән килеп сыҡҡан сир тип иҫбатлай.

Тын юлдары сирҙәре мәлендә бик файҙалы, бөйөр һәм һейҙек системаһына яҡшы тәьҫир итә. Элек өрөк һөйәге менән коклюш, бронхит, балаларҙың инфекцион ауырыуҙарын дауалағандар. 120 йәшкә тиклем йәшәүсе йөҙйәшәрҙең дә өҫтәленән өрөк төшмәгән.

Өрөк төшөндәге файҙалы матдәләр ҡартайыуға кәртә булып тора, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы өсөн дә файҙалы, нервы системаһын яҡшырта, организмды тимер, витаминдар һәм биоактив элементтар менән байыта.

Әлбиттә, сама белергә кәрәк. 5 йәшкә тиклемге балаларға, ауырлыларға, бәпес имеҙеүселәргә ашарға ярамай. Ҡайһы бер сирҙән яфаланыусыларға ла сикләнергә кәрәк. Шуға күрә табиптар менән кәңәшләшегеҙ.

Автор:Резеда Валиева