Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Май 2023, 10:45

БЫУЫНДАРЫҢ ҺЫҘЛАҺА...

Аҡ сирендән төнәтмә эшләп алығыҙ

БЫУЫНДАРЫҢ ҺЫҘЛАҺА...
БЫУЫНДАРЫҢ ҺЫҘЛАҺА...

Тромбофлебит, баш ауыртыуы, шәкәр диабеты ваҡытында ҡулланыла. Ҡанды шыйығайта, варрикозға ҡаршы һәйбәт сара. Аҡ сирен быуындар һыҙлағанда ыуыр өсөн файҙалы.
Бер өлөш сәскә гөлләмәһен турап (япраҡтары, һабағы, сәкәләре инә), 5 өлөш араҡы һалып, 15-30 көн ҡараңғы урында төнәтергә, ауыртҡан быуындарға һөртөргә кәрәк.

Автор:Резеда Валиева