АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Май 2023, 20:30

МЕҢ СИРГӘ ДАУА

 Ангина, ларингит булғанда, тамаҡ төбөн сайҡау өсөн 4 аш ҡалағы кипкән сәскәне 2 стакан ҡайнар һыуға һалып 15 минут ҡайнаталар. Бер аҙ һыуынғас, һөҙөп ҡулланалар.

МЕҢ СИРГӘ ДАУА
МЕҢ СИРГӘ ДАУА

Ул елһенеүҙе, йәрәхәттәрҙе бөтөрә. Бынан тыш, тырнаҡ гөл (календула) күп кенә башҡа ауырыуҙарҙы дауалай.

Һалҡын тейгәндә, гипертония, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, ашҡаҙан һәм эсәк йәрәхәте, гастрит булғанда 1 аш ҡалағы тырнаҡ гөл сәскәһен 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, бер сәғәт төнәтәләр. Көнөнә 3 мәртәбә 1-әр аш ҡалағы эсәләр.

Ҡорһаҡ ҡыуышлығында һары һыу йыйылғанда 10 г кипкән сәскәне 1 стакан һыуға һалып, 5 минут ҡайнаталар һәм 2 сәғәт һайын 1-2 аш ҡалағы эсәләр.

Тырнаҡ гөлдән яһалған май (мазь) йәрәхәтте яҡшы дауалай. Үләндең яңы һығылған һутын 1:10 нисбәтендә сусҡаның эс майына һалып болғаталар һәм ҡулланалар.

Ашҡаҙан һәм эсәктә йәрәхәт булғанда 1 сәй ҡалағы сәскәне 200 мл ҡайнар һыуға һалып, 30 минут төнәтәләр. Һөҙөп, көн дауамында аҙ-аҙлап 400 мл күләмендә эсәләр.

Ауыҙ эсе боҙолғанда 1 сәй ҡалағы сәскәне 200 мл ҡайнар һыуға һалып төнәтәләр. Һөҙөп, йылы килеш ауыҙға ҡабып торалар.

 

Невроз, гипертония, атеросклероз, стенокардия, аритмия, гепатит, талаҡ, бауыр һәм үт ҡыуығы ауырыуҙары борсоғанда 2 сәй ҡалағы кипкән календула сәскәһен 2  стакан ҡайнар һыуға һалып, 15 минут төнәтәләр. Һөҙөп, көнөнә 4  тапҡыр бер-ике стакан эсәләр.

 

 Ангина, ларингит булғанда, тамаҡ төбөн сайҡау өсөн 4 аш ҡалағы кипкән сәскәне 2 стакан ҡайнар һыуға һалып 15 минут ҡайнаталар. Бер аҙ һыуынғас, һөҙөп ҡулланалар.

Ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙары ваҡытында һиптереп йыуыныу һәм урт сирҙәре мәлендә, пародонтоз күҙәтелгәндә ауыҙ эсен сайҡатыу өсөн 1 сәй ҡалағы үләнде 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, һыуынғансы төнәтәләр.  

Автор:Резеда Валиева