АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Май 2023, 13:30

ДАРЫУ АЯҠ АҪТЫНДА

Май айында кесерткән бик файҙалы. Уны дауаланыу өсөн генә түгел, профилактика өсөн дә ҡулланалар. Ашҡа ҡушып та бешерегеҙ, киптереп тә алығыҙ. Йәш кесерткән япраҡтары үт һыуын ҡыуа, ҡан тамырҙарын киңәйтә, елһенеү мәлендә ярҙам итә, гемоглобинды, организм тонусын күтәрә, иммунитетты нығыта.

ДАРЫУ АЯҠ АҪТЫНДА
ДАРЫУ АЯҠ АҪТЫНДА
  • Үгәй инә үләне һалҡын тейгәндә, грипп, тын юлдары сирҙәренән файҙалы. Дауаланыу өсөн сәскәләре һәм япраҡтары ҡулланыла. Сәскәләрен—майҙа, япраҡтарын июндә йыялар.
  • Ҡарағат. Ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат япрағынан яһалған сәй иммунитетты күтәрә, тынысландыра. Уларҙың төнәтмәһе йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән файҙалы, эсте еңелсә йомшарта.
  • Муйыл, сирен сәскәләрен иртән ысыҡ кибеүгә йыйырға кәрәк. Муйыл сәскәһе төнәтмәһе эс киткән мәлдә ярҙам итә, күҙҙә ялҡынһыныу процесы барғанда файҙалы. Сирен сәскәһе баш ауыртыуын, веналарҙың варикоз кңәйеүен, йәрәхәтләрҙе дауалау өсөн ҡулланыла.
  • Кесерткән. Май айында кесерткән бик файҙалы. Уны дауаланыу өсөн генә түгел, профилактика өсөн дә ҡулланалар. Ашҡа ҡушып та бешерегеҙ, киптереп тә алығыҙ. Йәш кесерткән япраҡтары үт һыуын ҡыуа, ҡан тамырҙарын киңәйтә, елһенеү мәлендә ярҙам итә, гемоглобинды, организм тонусын күтәрә, иммунитетты нығыта.
  • Әремдең тамырын һәм йәш япраҡтарын майҙа йыялар. Ул онкология сирҙәренә дусар булғанда, ревматизм, быуындар һыҙлағанда ҡулланыла. Шешенгәндә һәм варикоз йонсотҡанда әрем япрағынан компресс яһарға була.

  • Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Автор:Резеда Валиева