Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Март 2023, 12:25

Линар Ҡыҙрасов булдырыр!

Сибай үҙәк дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире Линар Алик улы Ҡыҙрасов Бөрйән район дауаханаһына баш табип вазифаһын башҡарыусы итеп тәғйенләнде. Белгесте сибайҙар яҡшы табип ҡына түгел, әүҙем йәмәғәт тормош алып барыусы булараҡ та ихтирам итте.

Линар Ҡыҙрасов булдырыр!
Линар Ҡыҙрасов булдырыр!

Линар Алик улы Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында медицина хеҙмәткәрҙәре Гүзәл һәм Алик Ҡыҙрасовтар ғаиләһендә баш бала булып тыуған. 2011 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының “Дауалау эше” бүлеген тамамлаған. Унан һуң ҡайтанан әҙерлек үткән. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһын тамамлаған.

Төп йүнәлеше – хирург-травматолог.

2012 йылда Аҡъяр поликлиникаһындда хирург булып эш башлаған. Артабан Өфөләге 44-се поликлиникала хирург булып эшләгән. 2017 йылдан Сибай поликлиникаһында - хирург-ортопед, 2018 йылдан хирургия бүлеге мөдире булып вазифаһын башҡарған.

Өйләнгән, ҡатыны менән 2 бала тәрбиәләйҙәр.

Линар Алик улына яңы вазифаһында уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гульдар Кадаева