Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Март 2023, 12:30

Сәләмәтлегегеҙ үҙ ҡулығыҙҙа

Хәйбулла районының Аҡъяр үҙәк дауаханаһы табиптары төбәк ауылдарының фельдшер-акушер пунктында халыҡты күсмә ҡабул итә. Төпкөлдә йәшәүселәрҙең күбеһе район дауаханаһына барып сәләмәтлек торошон тикшертеүҙән, анализдар тапшырып, табипҡа эләгеүҙән мәхрүм. Район үҙәк дауаханаһының беренсел махсуслаштырылған медик-санитар ярҙам бүлеге мөдире Гөлнара Рәхмәтуллина әйтеүенсә, күсмә ҡабул итеүҙәр планға ярашлы ойошторола. Табиптар үҙ ҡарамағындағы участкаларға айына ике-өс тапҡыр барып, халыҡты ҡабул итергә тейеш. Ауыл фельдшеры граждандарға район дауаханаһынан белгестәр килеүен алдан иҫкәртә.

Сәләмәтлегегеҙ үҙ ҡулығыҙҙа
Сәләмәтлегегеҙ үҙ ҡулығыҙҙа

-Күсмә ҡабул итеүҙәргә башлыса терапевт һәм педиатрҙар сыға. Уларҙың тәғәйенләнгән ауылға бергәләп тә, айырым-айырым барыуҙары ла ихтимал. Күп осраҡта белгестәрҙе шәфҡәт туташтары оҙатып йөрөй. Айырыуса өлкәндәрҙе диспансерлаштырыуҙың беренсе этабын уҙғарғанда шәфҡәт туташының табип менән ҡуша булыуы мөһим. Ул пациентты электр кардиограмма үткәрә, анализдар ала, табип бағыуына мохтаждарға өҫтәмә тикшерелеү өсөн үҙәк район дауаханаһына йүнәлтмә яҙып бирә,--ти Гөлнара Айрат ҡыҙы.

Ауылдарҙағы фельдшер-акушер пункты фельдшеры быға ҡәҙәр табиптарға күренеп, бағынған сирлеләрҙең сәләмәтлеге торошон даими күҙәтеү аҫтында тота. Табиптар дауалау процедураларына төҙөтмәләр индереүҙәре ихтимал. Диспансер күҙәтеүе исемлегендә тороусылар ҙа табиптарға күренеп ҡалырға тырыша. Йөрөй алмаған сирлеләргә белгестәр өйҙәренә бара. Педиатрҙар балалар һәм үҫмерҙәрҙе ҡабул итә. Прививка яһау кабинеты шәфҡәт туташы менән берлектә ауылдарҙың балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә барып, профилактик прививкалар ҙа яһай.

Һәр күсмә ҡабул итеүҙән һуң табиптар нисә кешене ҡарауҙарын, күпме сирле асыҡланыуын, госпитализацияланғандар хаҡында яҙма рәүештә отчет бирә. 2022 йылда мәҫәлән, район табиптары 76 тапҡыр күсмә ҡабул итеүгә сыҡҡан.Уларға бөтәһе 1200 кешемөрәжәғәт иткән.

Быйыл иһә ғинуар айында ғына белгестәр ауылдарға 8 тапҡыр барған. Сиҙәм, Подольск, Мәмбәт, Маҡан, Ивановка, Иләстә табип-терапевт ҡабул итһә, Ғәлиәхмәт, Урыҫбайға терапевт, педиатр бергәләп барған.

Февралдә иһә терапевтар Быҙаулыҡ, Уфимка, Подольск, Яңы Ергән, Яковлевкаға сыҡҡан, Федоровкаға педиатр барған. Әбештә ике йүнәлеш белгестәре бергәләшеп эшләгән. Воздвиженкаға педиатр менән прививка яһаусы шәфҡәт туташы барып вакцинация уҙғарған.

Дөйөм алғанда быйыл ғына район дауаханаһының күсмә бригадаһына 350 кеше мөрәжәғәт иткә. Шуларҙың 25-енә артабан тикшерелеү өсөн Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына йүнәлтмә бирелгән, 7 сирле дауаханаға һалынған. 2 кешелә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуы булыуы асыҡланған, 4 сирлегә шәкәр диабеты диагнозы ҡуйылған. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең күпселеге ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренә-- гипертония, диабет, цереброваскуляр ауырыуҙарға зарланған. Был тәңгәлдә Маҡан, Подольск, Ивановка, Әбеш ауылдары фельдшерҙары әүҙемлеге менән алдыра.

Гөлнара Айрат ҡыҙы ҡайһы бер осраҡта табиптар ауылға барып буш ултырып та ҡайтыуға зарланды. Сөнки ауыл халҡы үҙ сәләмәтлегенә битараф ҡалып, ҡабул итеүҙәргә йөрөй һалып бармай. Мөдир район халҡын әүҙемерәк булырға, сәләмәтлектәрен даими ҡайғыртырға, уңайлы мәлдәрҙе ҡулланып ҡалырға саҡыра.

Әлеге көндә районда өлкәндәрҙе 7 табип-терапевт хеҙмәтләндерә. Бер участка терпевына 1700 кеше беркетелергә тейеш. Әммә Хәйбуллала улар һаны 2000 кешегә етә, сөнки кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тора. Шуға күрә лә район дауаханаһында белгестәргә эләгеүе ҙур проблема. Сират ҙур.

-Хәҙерге ваҡытта сирҙе дауалауға ҡарағанда профилактикалау отошло. Беҙгә ауырыу аҙмаҫ борон мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шуның өсөн дә диспансеризация һәм диспансер күҙәтеүе үткәрелә. Бындай тикшеренеүҙәр яман сирҙәрҙе иртә стадияһында асыҡларға ярҙам итә. Һуңғы осорҙа киң таралған онкологик ауырыуҙар күп осраҡта инвалидлыҡҡа һәм үлемгә этәрә,--ти белгес.-Районда диспансеризацияның тәүге этабын уҙғарыуға 46 фельдшер-акушер пункты һайлап алырған.

Район поликлиникаһында шылтыратыу пункты ла эшләй. Пункттың медицина хеҙмәткәре көнөнә 20-гә яҡын кешегә шылтыратып диспансеризация үтергә саҡыра. Әйтергә кәрәк, кешеләр иҫтәренә төшөргән өсөн рәхмәт белдерә һәм дауаханаға ашыға. Шулай ҙа халыҡтың күпселек өлөшө профилактика сараларына «бармаҡ ашай» ҡарай. Ауырығанын белә тороп та табиптарға мөрәжәғәт итмәүселәр ҙә юҡ түгел. Ундайҙар сәләмәтлектәре тамам ҡаҡшағас ҡына тиҙ ярҙам машинаһына тейәлеп дауаханаға килә.

Тағы шуны әйтеп китеү мөһим: төбәктә «Демография» милли проектының «Оло быуын» федераль проектына ярашлы 65 йәше тулғандарҙы һәм инвалидтарҙы мобиль бригадалар район-ара принцип буйынса хеҙмәтләндерә. Йәғни, ошо категорияға ҡарусыларҙы район дауаханаһына диспансеризация уҙғарыу өсөн алып барып кире алып ҡайтыуға «Ғаилә» район-ара көньяҡ-көнбайыш үҙәге автобус бүлә.

Гөлнара Айрат ҡыҙы ауырымаҫ өсөн сынығырға кәрәклекте лә белгертте.

-Физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу, берәй ерегеҙ ауырта ҡалһа мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Диспансеризацияны ла ваҡытында үтеү зарур. Айырыуса ковид, пневмония менән сирләүселәр мотлаҡ диспансеризация үтергә тейеш. Ундайҙарға табип-терапевт компьютер томографияһы, спирография, аяҡ тамырҙарын ультра тауыш ярҙамында тикшереү, муйындың брахеоцефаль артерияһын ҡарауға, анализдар тапшырыуға һәм башҡа процедураларға йүнәлтмә бирә. Әгәр ҙә тыуған йылығыҙ буйынса диспансеризацияға эләкмәйһегеҙ икән, борсолорға урын юҡ, үҙегеҙ инициатива күрһәтеп, профилактик медицина тикшеренеүе үтә алаһығыҙ,--тине Гөлнара Рәхмәтуллина.

 

Автор:Гульдар Кадаева