АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Март 2023, 19:30

КЕМДЕР ТОРБА ТАҘАРТА... Ә ҺИН?

Ҡытайҙа уны торба таҙартыу сараһы итеп ҡулланмаҡсы...Ә беҙ шуны эсәбеҙ

КЕМДЕР ТОРБА ТАҘАРТА... Ә ҺИН?
КЕМДЕР ТОРБА ТАҘАРТА... Ә ҺИН?

Американың The Coca-Cola Company компанияһы етештергән был эсемлек Ҡытайҙа торба таҙартыу сараһы булараҡ һатыла башлаясаҡ. Илдең Аҙыҡ сифаты буйынса үҙәк комитеты билдәләүенсә, бындай һығымтаға фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе килтергән.

Тәжрибә өсөн Ҡытай төрмәһендәге 500-ҙән ашыу кеше һайлап алынған. Улар алты ай буйы көнөнә өс тапҡыр кока-кола эскән. Һөҙөмтәлә 75 кеше вафат, 150-һе инвалид булған, ҡалғандарының хроник сирҙәре киҫкенләшкән, һаулығына төрлө дәрәжәләге зыян килтерелгән. Ошоларҙан сығып, комиссия был эсемлек кеше ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн зарарлы тип тапҡан һәм илдең аҙыҡ-түлек магазиндарынан алыу тураһында ҡарар сығарған. Шул уҡ ваҡытта кока-коланың файҙалы яҡтары ла асыҡланған: торба таҙартыу өсөн яҡшы сара булараҡ, сантехника магазинында һатырға тәҡдим ителгән.
2006 йылда Төркиәлә эсемлек составына ҡағылышлы суд тикшереүе башланғайны. Ярлыҡта, ғәҙәттә, шәкәр, фосфор кислотаһы, кофеин, карамель, углекислота һәм ниндәйҙер "экстракт" булыуы яҙыла. Ошо экстракт тигәне шик уята ла инде. Һөҙөмтәлә Coca-Cola компанияһы эсемлекте нисек эшләү серен аса. Баҡһаң, экстракт тигәне Cochineal (Кошениль) тип аталған бөжәктән алынған шыйыҡса икән.
Кошениль - Канар утрауында һәм Мексикала йәшәгән бөжәк. Ул томшоғо менән үҫемлеккә йәбешә лә, уның һутын һурып йәшәй, бер ҡасан да хәрәкәт итмәй, урынынан ҡуҙғалмай. Кошениль өсөн махсус баҫыу тоталар, бөжәктәрҙе ауыл халҡы йыя. Инә бөжәктәрҙән һәм уларҙың йомортҡаһынан кока-колаға көрән төҫ биргән кармин тип аталған буяу алалар. Киптерелгән кошениль йөҙөмгә оҡшап тора, ә ысынында иһә ул бөжәк!
Хәҙер һеҙ беләһегеҙ: эсемлектең исеме ни өсөн "кока" тип аталғанын.
Ә "кола" һүҙе нимәне аңлата икән? Иң беренсе һеҙгә Coca-Cola фабрикаһында 23 йыл эшләгән хеҙмәткәр тарихы тураһында һөйләге килә. Кола өсөн сеймалды татлы тамырҙан алалар, уны төрлө һөтимәр, шул иҫәптән сысҡандар ашай. Ҙур компаниялар кола етештереү өсөн уны экскаватор ярҙамында тонналап әҙерләй. Күпләп йыйған ваҡытта улар тамыраҙыҡтарҙы сысҡан менән бергә преслай. Тиреһен, аяҡтарын һуңынан ғына аралап алалар. Эсемлек ҡыҙыл-көрән төҫтә булғас, сысҡандың ҡаны, ашҡаҙан шыйыҡсаһы булыуы тураһында уйлап ҡараған кеше лә булмай. Ҙур компаниялар, әлбиттә, зарарлы матдәләрҙе химикат ярҙамында бөтөрөргә тырыша. 23 йыл буйы фабрикала эшләгән был хеҙмәткәр бер стакан да кока-кола эсмәгән. Шунан сығып, үҙегеҙ һығымта яһағыҙ инде.
Вашингтон ғалимдары кока-кола ингредиенттарының береһен тикшергән. Баҡһаң, карамель иретелгән шәкәр түгел икән, ә юғары баҫым, температура ярҙамында алынған шәкәр, аммиак һәм сульфиттың химик ҡатнашмаһы. Ул үпкә, бауыр һәм ҡалҡан биҙе яман шешенә, лейкемияға килтерә.
Шулай уҡ газировкала спирт бар: ул теге "7 икс" йәшерен өҫтәмәһенең нигеҙе. Алкоголгә бер нисә тамсы еҫле май, кориандр һәм корица һалалар.
Ә кошениль шыйыҡсаһы бөтөнләй сертификация үтмәгән, шуға күрә кока-кола ҡайһы бер илдәрҙә бөтөнләй етештерелмәй, мосолмандарҙа уны эсеү тыйылған. Һаулыҡҡа зыяны өсөн Һиндостандың юғары суды, һуңғараҡ Латвияла ла Coca-Cola һәм Pepsi башланғыс класс балаларына эсеү тыйылған. Англияла, Украинала ла ҡайһы бер мәктәптәр был эсемлектән баш тартҡан.

Coca-Cola тураһында тағы ла ҡыҙыҡлы факттар:

- Кока-колала ортофосфор кислотаһы булғанлыҡтан, ул тутыҡты, сәйнүктәге юшҡынды, унитаздағы насар таҙартылған таптарҙы бөтөрә.
- Америка полицейскийҙары авария урынындағы ҡанды йыуыр өсөн эш автомобилдәрендә бер нисә литр кока-кола йөрөтә. Кейемдәге тапты бөтөрә, бының өсөн эсемлекте бысранған урынға һибергә лә, ғәҙәттәгесә кер онтағы өҫтәп йыуырға.
- Ҡайһы бер Азия илдәрендә фермерҙар кока-коланы ҡоротҡостарға ҡаршы ҡуллана, сөнки ул химикатҡа ҡарағанда арзан, ә һөҙөмтәһе шул уҡ.
- Донъяла секунд һайын Coca-Cola компанияһы етештергән 8000 стакан эсемлек эселә.

Үрҙә атап кителгәндәр кока-колаға ғына түгел, башҡа газлы эсемлектәргә лә ҡағыла. Етештереүсе компанияларға килем генә кәрәк, һаулығығыҙҙы үҙегеҙ хәстәрләгеҙ.


"Киске Өфө" гәзите, №4, 2023 йыл

Автор: