Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Февраль 2023, 13:05

СӨГӨЛДӨР ФАЙҘАЛЫ

Ҡатын-ҡыҙҙарҙа онкология сире булмаһын өсөн, халыҡ табиптары уларға сөгөлдөр квасын эсергә кәңәш итә.Ул шулай уҡ организмды шлактарҙан таҙарта, юғары ҡан баҫымын төшөрә, бауырҙы,ҡан тамырҙарын таҙарта.Бының өсөн 500 гр сөгөлдөр, 3 литр һыу, 50 гр ҡара икмәк, 10 гр сөпрә, 100 гр шәкәр ҡомо кәрәк буласаҡ.

СӨГӨЛДӨР ФАЙҘАЛЫ
СӨГӨЛДӨР ФАЙҘАЛЫ

Сөгөлдөрҙө йоҡа телемләп турайбыҙ ҙа һыуға һалып бешерәбеҙ. Һыу сөгөлдөрҙө ҡапларлыҡ ҡына булһын. Бешеп сыҡҡас, сөгөлдөрҙө һөҙөп алабыҙ. Һурпа өҫтөнә ҡалған һыуҙы ағыҙабыҙ. Әлеге һыу ҡайнап сыҡҡан һәм йылымыс булырға тейеш. Уға ҡара икмәк, шәкәр, сөпрә һалабыҙ һәм бер-ике көн ҡараңғы урында тотабыҙ. Һуңынан квасты һөҙәбеҙ, һыуытҡыста тотабыҙ.

2-се ысул:

- 1 эре сөгөлдөр,
- 2 л һыу (ҡайнап һыуытылған йә иһә таҙартылған),
- 4 аш ҡалағы шәкәр,
- 1 телем ҡатҡан арыш икмәге.

Йыуып таҙартылған сөгөлдөрҙө ваҡлап турап өс литрлы банкаға һалырға, һыу һалырға, икмәк, шәкәр өҫтәргә. Марля менән ҡаплап өс тәүлек ҡараңғы урында тоторға. Һөҙөп һыуытҡыста һаҡларға.

Ашар алдынан 30 минут ҡалғас көнөнә 3 тапҡыр икешәр аш ҡалағы эсергә.

 

Табип менән кәңәшләшергә.

Автор:Резеда Валиева