Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Декабрь 2022, 19:35

Сибайға ике тиҙ ярҙам машинаһы ҡайтарылды

Сибай үҙәк дауаханаһының автомобилдәр паркы яңы тиҙ ярҙам машинаһы менән тулыланды. "С" класлы реаномобиль һәм "В" класлы автомобилдәр беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн заманса ҡорамалдар менән тулыһынса йыһазландырылған.

Сибайға ике тиҙ ярҙам машинаһы ҡайтарылды
Сибайға ике тиҙ ярҙам машинаһы ҡайтарылды

“Бөгөн 18 тиҙ ярҙам машинаһы асҡыстары тапшырҙыҡ. Ике автомобиль Өфөлә – тиҙ ярҙам станцияһында һәм катастрофалар медицинаһы станцияһында ҡалһа, ҡалған 16-һы республика буйынса таратылды.  
Тиҙ ярҙам машиналарын һатып алыуға федераль ҡаҙнанан аҡса бүләнгән. Яңы техника кәрәкле медицина ҡорамалдары - дефибриллятор, ЭКГ теркәү өсөн электрокардиограф, үпкәне яһалма вентиляция аппараты, ҡыҫҡаһы, һәр кемгә киҫкен хәлдә беренсел ярҙам күрһәтеү өсөн барыһы ла бар.
 2019 йылдан алып республика дауаханаларына 169 тиҙ ярҙам машинаһы, амбулатор звеноларға  178 машина бирелде. Коронавирус сире сигенһә лә, медицина хеҙмәткәрҙәренә көсөргәнеш кәмемәй. Айырыуса миҙгел эпидемияһы мәлендә. Медицина учреждениеларының автопарктарын яңыртыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Барығыҙға ла сәләмәтлек теләйем!” – тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Автор:Гульдар Кадаева