Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Декабрь 2022, 11:15

Поликлиникаларҙа һәм дауаханаларҙа грипҡа бушлай тест үтергә мөмкин

Был ҡарар грипп, шулай уҡ коронавирус менән сирләү осраҡтарының артыуына бәйле ҡабул ителде. Экспресс-тест инфекция төрөн асыҡлап, тейешле дауалау тәғәйенләргә мөмкинлек бирә. Бер үк ваҡытта коронавирусҡа ПЦР-тест үтергә була.

Поликлиникаларҙа һәм дауаханаларҙа грипҡа бушлай тест үтергә мөмкин
Поликлиникаларҙа һәм дауаханаларҙа грипҡа бушлай тест үтергә мөмкин

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, грипп йоҡтороу кимәле уҙған аҙна менән сағыштырғанда 22% артҡан. 14 грипп осрағы лабораторияла раҫланған, шуның 8-е - балаларҙа.

Автор:Гульдар Кадаева