Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Декабрь 2022, 12:20

ӨС ЭСЕМЛЕК

​Гормондарҙы тәртиптә тотоу өсөн өс эсемлек тәҡдим ителә. Ҡатын-ҡыҙҙар быны көн һайын эсһә, сәләмәтлек өсөн бик файҙалы булыр. Беренсеһе: Лимонлы йылы һыу артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға ярҙам итер, организмдан токсиндарҙы сығара, иммунитетты нығыта, тире торошо һәм аш эшкәртеү яҡшыра. Лимон “туҡлыҡ” гормоны—лептинға тәьҫир итә. Ул баланста булһа, организм май йыймай. Ярты лимон һутын һығып, уның өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Бер аҙ һыуыһа, йылы килеш эсегеҙ. Иртәнсәк ас ҡарынға эсеү яҡшыраҡ.

ӨС ЭСЕМЛЕК
ӨС ЭСЕМЛЕК

​Гормондарҙы тәртиптә тотоу өсөн өс эсемлек тәҡдим ителә. Ҡатын-ҡыҙҙар быны көн һайын эсһә, сәләмәтлек өсөн бик файҙалы булыр.
Рeцeпт №1

Лимонлы йылы һыу артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға ярҙам итер, организмдан токсиндарҙы сығара, иммунитетты нығыта, тире торошо һәм аш эшкәртеү яҡшыра. Лимон “туҡлыҡ” гормоны—лептинға тәьҫир итә. Ул баланста булһа, организм май йыймай.

Ярты лимон һутын һығып, уның өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Бер аҙ һыуыһа, йылы килеш эсегеҙ. Иртәнсәк ас ҡарынға эсеү яҡшыраҡ.


Рeцeпт №2

Ҡурай еләге япраҡтары. Ул ҡатын-ҡыҙҙың репродуктив системаһына ыңғай тәьҫир итә. Күрем килгәндә, бала тапҡанда һәм климакста еңеллек булыр. Уяулыҡ өҫтәй, кофе урынына эсергә мөмкин. Көнөнә өс сынаяҡ ошо төнәтмәне эсһәгеҙ, гормональ фон яҡшырыр.

Бер аш ҡалағы япраҡҡа 200 мл ҡайнар һыу ҡойорға, 10 минут төнәп ултырһын. Йоҡлар алдынан эсмәгеҙ. Иртәнсәк йә көндөҙ эсергә кәңәш ителә.


Рeцeпт №3

Куркумалы һөттө “алтын һөт” тиҙәр. Ул бөтә гормондарҙы баланста тоторға ярҙам итә, иммун ситемаһын нығыта, аш эшкәртеүҙе яйға һала, һыуыҡ тейгәндә ярҙам итә.

200 мл ҡайнар һөткә ½ ҡалаҡ куркума һалырға. Тәменсә бал өҫтәргә мөмкин. Төнгә ҡарай эсеү яҡшыраҡ.



Автор:Резеда Валиева