АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Декабрь 2022, 16:45

БАРМАҠТАРЫҢДЫ ЫУҺАҢ...

Беҙҙең һәр бармағыбыҙ ниндәй ҙә булһа орган менән бәйле. Шуны белеп, бармаҡ башындағы нөктәләрҙе ыуып торғанда, сәләмәтлек торошоғоҙ ҙа яҡшырыр.Бармаҡтарҙы ыуһаң - һауығырһың.Мәҫәлән, баш бармаҡ йөрәк һәм үпкә өсөн яуаплы. Йөрәк ҡаға башлаһа, баш бармаҡтарҙы ыуығыҙ. Ә был массажды даими эшләгәндә йөрәгегеҙ артыҡ борсомаҫ.

БАРМАҠТАРЫҢДЫ ЫУҺАҢ...
БАРМАҠТАРЫҢДЫ ЫУҺАҢ...

Беҙҙең һәр бармағыбыҙ ниндәй ҙә булһа орган менән бәйле. Шуны белеп, бармаҡ башындағы нөктәләрҙе ыуып торғанда, сәләмәтлек торошоғоҙ ҙа яҡшырыр.
Бармаҡтарҙы ыуһаң - һауығырһың.
Мәҫәлән, баш бармаҡ йөрәк һәм үпкә өсөн яуаплы. Йөрәк ҡаға башлаһа, баш бармаҡтарҙы ыуығыҙ. Ә был массажды даими эшләгәндә йөрәгегеҙ артыҡ борсомаҫ.

Һуҡ бармаҡ ашҡаҙан-эсәк юлдарына "бәйле". Ашҡаҙан ауыртһа, аш һеңдереүҙы ҡыйынлыҡтар тыуһа, ошо бармаҡты ыуығыҙ.

Урта бармаҡ ҡан әйләнешен көйләй. Күңел болғанһа, баш әйләнһә йәки йоҡоһоҙлоҡ йонсота икән - урта бармаҡҡа массаж эшләү килешер.

Исемһеҙ бармаҡ иһә беҙҙең кәйеф менән бәйле икән. Тимәк, күңелегеҙ төшһә, уны нисек күтәрергә икәнен беләһегеҙ.

Сәтәкәй - бөйөр эшмәкәрлеген яҡшырта, баш ауыртыуын баҫа. Ҡытайҙа, мәҫәлән, бөйөр ауырыу менән яфаланғандарға, сәтәкәй бармағын даими массажлап торорға ҡушалар икән. Баш ауыртҡанда ла улар ошо ысулға өҫтөнлөк бирә.

 

Сәрүәр СУРИНА битләүенән.

Автор:Резеда Валиева