АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Ноябрь 2022, 22:05

Миҙалға лайыҡ булды

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министрлығында медицина хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырылды. Рәсәй Президенты указына ярашлы һаулыҡ һаҡлау өлкәһе үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн республиканың 46 медицина хеҙмәткәре юғары наградаға лайыҡ булды. Хәйбулла районынан дөйөм практика табибы Рәмил Зариф улы Рәхмәтов Ҡырым Лукаһы миҙалы менән бүләкләнде. Рәмил Зариф улы 2004 йылда Самара хәрби-медицина институтын тамамлағандан һуң контракт буйынса хеҙмәт иткән. 2009 йылдан бөгөнгө көнгәсә Бүребай ҡасабаһы табип амбулаторияһы мөдире, дөйөм практика табибы булып эшләй.  

Миҙалға лайыҡ булды
Миҙалға лайыҡ булды

Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы маҡтаулы исемен йөрөтә.

Автор:Гульдар Кадаева