Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Октябрь 2022, 15:25

ШИФАЛЫ ЭСЕМЛЕК

Интернетта шундай яҙмаға юлыҡтыҡ: «Әлеге эсемлекте эскәндән алып үҙемде яҡшы тоям. Шуға быйыл да, бал шыйыҡ саҡта, эшләп ҡуйҙым». Әйҙәгеҙ, уның файҙаһы менән танышайыҡ һәм эшләйек. Бик еңел һәм ныҡ шифалы. Быны әҙерләү өсөн өс нәмә кәрәк: һарымһаҡ, бал һәм алма һеркәһе (уксус).

ШИФАЛЫ ЭСЕМЛЕК
ШИФАЛЫ ЭСЕМЛЕК

 Уларҙың ҡатышмаһы күп кенә ауырыуҙарға ҡаршы көслө ҡорал булып тора. Астма, гипертония, түлһеҙлек, енси көсһөҙлөк һәм, хатта, яман шеш мәлендә ҡулланырға мөмкин. Эсемлек иммунитетты арттыра, организмдан «насар» холестеринды кәметә.

Был ҡатышманы ике аҙна дауамында даими ҡулланғанда, кеше үҙен яҡшы тоя башлай. Һау кеше лә эсә ала, профилактика өсөн бик яҡшы, иммунитет нығына.

Шулай итеп, 1 сынаяҡ алма һеркәһе, 1 сынаяҡ бал, 10 теш һарымһаҡ.

Һарымһаҡты таҙартҡас, уны алма һеркәһе һәм балға бутап, тығыҙ ябылған банкаға ҡойоғоҙ. Шифалы эсемлекте һыуытҡыста һаҡлағыҙ.

Нисек ҡулланырға:

Ас килеш 2 аш ҡалағы эсергә. Артынан һыу, йә сәй эсергә мөмкин, тик 15 минут дауамында ашамай тороғоҙ. Файҙаһын 5-се көндә үк тойола башлай. Хәлһеҙлек, баш ауыртыуы бөтә, ашҡаҙан эшмәкәрлеге яҡшыра, организм тонусы һәйбәтләнә. Анемия, йоҡоһоҙлоҡтан яфаланыусыларға бынамын тигән дауа.

 

Фото интернеттан.

Автор:Резеда Валиева