Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Август , 11:15

ҠЫНАНЫҢ ШИФАҺЫ

Пәйғәмбәребеҙ: «Ҡына менән дауаланығыҙ. Ҡына һеҙҙең аҡылығыҙҙы яҡты, ә күкрәгегеҙҙе паҡ ҡы­лыр», — тигән.

ҠЫНАНЫҢ ШИФАҺЫ
ҠЫНАНЫҢ ШИФАҺЫ

Пәйғәмбәребеҙ: «Ҡына менән дауаланығыҙ. Ҡына һеҙҙең аҡылығыҙҙы яҡты, ә күкрәгегеҙҙе паҡ ҡы­лыр», — тигән.

Хәҙерге заманда атеросклероз, баш мейеһе тамыр­ҙарының тромбозы йыш осрай. Был ауырыу йыш ҡына зиһенде бутай, кешене аҡылға зәғифләндерә. Европала, ғәрәп илдәрендә үткәрелгән фәнни эксперименттар хнаның гипертония, атеросклероз менән ауырыусыларға ыңғай тәьҫир иткәнен асыҡланы.

ҠЫна порошогын әҙ генә һыу мелән болғатып, буын­дарға, төрлө йәрәхәт, тире ауырыуҙарына һөртһәң, ярҙам итә. Ҡына антисептик һәм анальгетик си­фаттарына ла эйә. Ә ҡанды таҙартыу өсөн һәм эске ағзаларҙы шифаландырыу өсөн 50 г ваҡланған ҡына порошогына 1 л ҡайнар һыу һалына һәм кистән иртәнгә саҡлы ҡалдырыла, иртән бал менән 1 ста­кан төнәтмә эселә. Дауаланыу курсы 10 көн дауам итә. Ҡына шулай уҡ сәсте буяу, баш ҡауағын, ҡысы­тыуын бөтөрөү өсөн, тире ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланыла һәм уның организмға кире йоғонтолары юҡ.

Автор:Резеда Валиева