Коронавирус беҙҙе берләштерҙе, табиптарға икенсе төрлө ҡарарға мәжбүр итте. Сиргә ҡаршы көрәштең тәүге көндәренән үк улар алғы һыҙыҡта булды, ковид-госпиталдәрҙә эшләне, һаулыҡтарын хәүеф аҫтына ҡуйҙы.
Беҙҙең медицина тармағы ябай булмаған һынауҙарҙан нығынып, мобилизацияланып, үҙенсәлекле тәжрибә һәм компетенциялар туплап сыҡты. Бөтәгеҙгә лә бар йөрәктән рәхмәт!
Беҙҙең алда бөгөн яңы саҡырыуҙар тора. Был көндәрҙә табиптарыбыҙ Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары медицина учреждениеларында эшләй. Улар өлкәндәрҙе, балаларҙы ҡабул итә, тикшерә, операция яһай.
Республикалағы һаулыҡ һаҡлау системаһы өсөн байтаҡ эш башҡарабыҙ. Дауаханалар, поликлиникалар төҙөйбөҙ, фельдшер-акушерлыҡ пункттары асабыҙ, эш урындары булдырабыҙ. Тармаҡты артабан да яңыртасаҡбыҙ, матди-техник базаны нығытасаҡбыҙ, ойошмаларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырасаҡбыҙ.
Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ!” - тип яҙҙы республика Башлығы.
Фото: Радий Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.