Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Июнь , 13:45

Йәш белгестәр эш башланы

Баймаҡ ҡала дауаханаһы коллективы йәш табиптар менән тулыланды. Таныш булығыҙ: табип—терапевтар Наза Юлдыбаева һәм Нурия Хисмәтуллина (икеһе лә ординатурала уҡый), терапия бүлегенең табип-терапевы Илгиз Яҡшыбаев, табип-инфекционист Зарина Бәхтийәрова, табип-неонатолог Фәйрүзә Фәттәхова (ординатурала уҡый), табип-психиатр Руслан Бәхтийәров.

Йәш белгестәр эш башланы
Йәш белгестәр эш башланы

Дауахана етәкселеге йәш белгестәр үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтеүен билдәләй. Яңы ғына эш башлаһалар ҙа коллегаларының, пациенттарҙың ихтирамын яулап та өлгөргәндәр.

-Кешеләр беҙҙе төрлөсә ҡабул итә: ҡайһы берәүҙәр йәш булғас, бер нәмә лә белмәй тип уйлай һәм ризаһыҙ ғына һүҙ ҡуша. Икенселәре яңы уҡыу йортон бөтөүселәрҙең белеме яҡшы, дауалау ысулдары ла яңыса тип беҙгә тулыһынса ышана,--тип йылмая йәш табиптар. –Эшебеҙ оҡшай, ихлас киләбеҙ бында. Коллектив татыу, өлкәндәр һәр яҡлап ярҙам итә, өйрәтә.

Йәштәргә еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!

Автор: Земфира Ахтямова

Фото Баймакский вестник гәзите төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева