Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Июнь , 10:50

Күпме ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалдың, тик үҙеңде һаҡлай алманың...

Әле яңы ғына, февралдең 22-дә, 65 йәшен тултырып, йәйгеһен барыһы ла йыйылғанда оло юбилей үткәрербеҙ, тиеп ҡыуанып һөйләп торған, типһә тимер өҙөрлөк ҡәйнешемде май айында, мәңгелек йортона илтеп, ер ҡуйынына тапшырып ҡайтырбыҙ, тигән уй башҡа ла инеп сыҡманы... Тормош мәңгелек булһа ла, кешенең ғүмере, үкенескә күрә, сикләнгән, ҡыҫҡа ғына. Әйтерһең дә, әҙәм балаһы яҡты донъяларға күҙ асып йомған арауыҡҡа , бер мәлгә, бер миҙгелгә генә килә лә, “Инде теләһә нимә эшләгеҙ, кәрәгем бөттө , буғай,”-тигәндәй, үҙенең мәңгелек йортона юл ала... Эйе, һуңғы ваҡытта йыш сирләне, әммә йәшәүгә булған ихтыяр көсө, тормошто, яҡындарын өҙөлөп яратыуы, Гиппократ антына тоғро ҡалып, эшен бар күңелен һалып башҡарыуы, ярҙамсыл, изге күңелле булыуы, йыр-моңға сорналып йәшәүе, иғтибарлы, ихтирамлы булыуы менән халыҡ һөйөүен яулап алған ҡәйнешем, Гәрәй Исмәғил улы Арыҫланбаевтың беҙҙең аранан ҡапыл ғына китеп барыуы, беҙҙе, туғандарын ғына түгел, барлыҡ Сибай халҡын, бик күп йылдар арымай--талмай, хирург булып эшләп киткән, тыуған төйәгендә йәшәүсе йылайырҙарҙы, ғөмүмән, Урал аръяғы халҡын шаңҡытты. Нисек инде? Күпме халыҡты үлем тырнағынан йолоп алып ҡал да, үҙеңде һаҡлай алма...

Күпме ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалдың, тик үҙеңде һаҡлай алманың...
Күпме ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалдың, тик үҙеңде һаҡлай алманың...

Күңелгә тулған һағыш утын, рәхмәт һүҙҙәрен аҡ ҡағыҙға төшөрөргә ошоға тиклем форсат теймәне. 18 июндә Гәрәй ҡәйнешемдең вафатына 40 көн тула.Үҙенең мәңгелек йортона юл алыуына 40 көн... Ҡәҙерле туғаныбыҙҙың яҡты рухына бағышлап әйтер һүҙҙәремдең мәле етте, буғай.

Йырҙарҙа: “Был донъяларға бер килгәс, йәшәргә ине туйғансы”,--тиеп йырланһа ла, тормош ҡанундары аяуһыҙ, кемдең ҡасан килеп, ҡасан китеүе, күрәһең, Хоҙай ҡулында. Арабыҙҙа аяуһыҙ үлем тигән нәмә булмаһа, был донъяла йәшәүҙәре лә, нисектер, башҡасараҡ булыр ине. Юҡ шул, Ер йөҙөндә, тәбиғәттә үлемгә ҡаршы торорлоҡ ҡөҙрәтле көстөң, тылсымдың әлегә тыуғаны юҡ әле... Ни тиклем аяуһыҙ булһа ла, был ҡанундарға күңелебеҙ менән буйһоноп йәшәргә мәжбүр булабыҙ. Мәрхәмәтһеҙ үлем тырнағы беҙҙең ни тиклем ҡәҙерле, изгелекле, талантлы яҡындарыбыҙҙы, олпат кешеләребеҙҙе тартып алды.

Әле яңы ғына, февралдең 22-дә, 65 йәшен тултырып, йәйгеһен барыһы ла йыйылғанда оло юбилей үткәрербеҙ, тиеп ҡыуанып һөйләп торған, типһә тимер өҙөрлөк ҡәйнешемде май айында, мәңгелек йортона илтеп, ер ҡуйынына тапшырып ҡайтырбыҙ, тигән уй башҡа ла инеп сыҡманы...

Тормош мәңгелек булһа ла, кешенең ғүмере, үкенескә күрә, сикләнгән, ҡыҫҡа ғына. Әйтерһең дә, әҙәм балаһы яҡты донъяларға күҙ асып йомған арауыҡҡа , бер мәлгә, бер миҙгелгә генә килә лә, “Инде теләһә нимә эшләгеҙ, кәрәгем бөттө , буғай,”-тигәндәй, үҙенең мәңгелек йортона юл ала...

Эйе, һуңғы ваҡытта йыш сирләне, әммә йәшәүгә булған ихтыяр көсө, тормошто, яҡындарын өҙөлөп яратыуы, Гиппократ антына тоғро ҡалып, эшен бар күңелен һалып башҡарыуы, ярҙамсыл, изге күңелле булыуы, йыр-моңға сорналып йәшәүе, иғтибарлы, ихтирамлы булыуы менән халыҡ һөйөүен яулап алған ҡәйнешем, Гәрәй Исмәғил улы Арыҫланбаевтың беҙҙең аранан ҡапыл ғына китеп барыуы, беҙҙе, туғандарын ғына түгел, барлыҡ Сибай халҡын, бик күп йылдар арымай--талмай, хирург булып эшләп киткән, тыуған төйәгендә йәшәүсе йылайырҙарҙы, ғөмүмән, Урал аръяғы халҡын шаңҡытты. Нисек инде? Күпме халыҡты үлем тырнағынан йолоп алып ҡал да, үҙеңде һаҡлай алма...

Табип ҡулдарынан кемдәр генә үтмәй? Һәр һыҙланыуҙы, һәр операцияны үҙ йөрәге аша үткәргәнгәме, аҡ халатлыларҙың күбеһе, шулай үкендереп, мәңгелеккә юл алалыр ул... Ни тиклем ҡыҙғаныс, үкенесле булмаһын, ғүмер юлын, яҡты йондоҙ булып балҡып, иңдәреңде ҡуя белеп, үкенмәҫлек итеп йәшәү, киткәндә лә, үҙ артыңдан яҡты эҙ ҡалдыра алыу--гүзәл күренеш!

Эйе, ҡасан ғына мөрәжәғәт итһәң дә, бер ҡасан да “Юҡ” тимәне, киреһенсә, кеше күңелен күтәреү өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләр ине, арыу--талыуҙы белмәгән изге йөрәгенә барыһын да һыйҙырҙы.

Йыры-моңо менән күңелдәрҙе йыуатып, йәнһеҙҙәргә йән өрҙө, моңһоҙҙарҙы моңға сорнаны. Азаматыбыҙҙың туйына килер алдынан: “Еңгәй, милли кейемдәремде алып киләйемме?”--тигән булды. Әле интернет селтәрендә киң таралған, Һинд халҡының дәртле йырҙарын йырлап, бар халыҡты хайран итһә, Башҡортостан тураһында йырлағанда, бөйөк рух менән һуғарылған был йырҙы, Гимндай ҡабул итеп, аяғүрә баҫып алҡышланылар. Бөгөн килеп шул илаһи моң өҙөлдө... Өҙөлдө, әммә юғалманы...

Бар булмышы менән көсһөҙҙәрҙе ҡурсаларға, өшөгәндәрҙе йылытырға, мохтаждарға ярҙам ҡул һуҙырға яратылған кеше бөгөн  килеп юҡ... Әммә башҡарған эштәре, ҡылған изгелектәре, исеме йондоҙ булып күңелдәрҙә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Уны хәтерләйҙәр, яраталар һәм һағыналар. Ғүмер тигән араны үткән кеше өсөн иң мөһиме шул түгелме?!

Ҡәйнешемде йортонан сығарғанда, ләйсән ямғыр ҡойоп үтте лә, дуғаланып йәйғор сыҡты. Гүйә, тәбиғәт тә, ауыр юғалтыуҙы тойоп, беҙҙең менән бергә һыҡтаны...

Беребеҙ ҙә мәңгелек түгел. Ҡасан да булһа, иртәме--һуңмы, ғәзиз тупраҡ һәр кемебеҙҙе лә үҙенең ҡосағына аласаҡ. Ә бына, үҙең үлгәндән һуң, ҡәбер таштарыңды рәтләр, зыярат ҡылыр кешең--быуының, тамырың, нәҫелең, дуҫтарың булыу ниндәй һәйбәт!

Гәрәй Исмәғил улын һуңғы төйәгеңә оҙата килгән халыҡтың иҫәбе--һаны юҡ ине... Тыуған ауылы Матрайҙа ла ҡара яу булып ағылды халыҡ. Барыһы ла, ҡанаты ҡайырылған аҡҡош төҫлө, моңайып, һағайып ҡалды. Хәсрәт тулы күҙҙәр, күпме йылы хәтирәләр, күпме рәхмәт һүҙҙәре... Тереләрҙең мәрхүмдәргә ҡарата ҡылған һуңғы бүләге, һуңғы бурысы...

Былар барыһы ла ҡәйнешемә ҡарата халыҡтың оло ихтирамын, һөйөүен күрһәтә ине. Кеше кешене шулай баһалай, хөрмәт итә икән, тимәк, ул лайыҡлы тормош юлы үткән. Был бер-беребеҙҙе ҡәҙерләй, баһалай белеүебеҙҙе лә күрһәтә. Тимәк, ғүмер ебебеҙ өҙөлмәйәсәк...

Рәхмәт һеҙгә, кешеләрем! Беҙ, Гәрәй Исмәғил улының күп һанлы туғандары, һеҙҙең алда  баш эйәбеҙ. Хоҙай барыбыҙҙы ла бәлә--ҡазаларҙан һаҡлаһын! Шундай ҙур ихтирам күрһәтәһегеҙ икән, тимәк, ҡәйнешем үҙе лә насар кеше булмаған. Гәрәй, үҙең үлгәндән һуң да матур исем ҡалдыра алғаның өсөн рәхмәт. Тыныс йоҡла, ҡәҙерлебеҙ. Тар гүрҙәрең киң, яҡты, ауыр тупрағың еңел, рухың тыныс, шат булһын!

Рузидә Үтәшева, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы.

Автор:Гульдар Кадаева