Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Июнь , 08:40

50 йыл эшләп ҡарағыҙ!

Алыҫ Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында тыуһа ла Ульфа-Светлана Әсхәт ҡыҙы Һағынбаеваның ризығы беҙҙең Сибайҙа булған: балалар поликлиникаһының юғары категориялы лаборанты 50 йыл һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләп, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы маҡтаулы исеменә лайыҡ булған. Бына шундай уңған кешеләр эшләй Сибай дауаханаһында. 50 йыл ул 50 көн түгел, ә тотош ғүмер! Афарин, һеҙ йәштәргә намыҫлы хеҙмәт өлгөһө, Светлана Әсхәт ҡыҙы!

50 йыл эшләп ҡарағыҙ!
50 йыл эшләп ҡарағыҙ!

Беҙҙең яҡтар өсөн ят исем—Ульфа Ҡабарҙы-балҡар теленән тәржемә итһәң бер туҡтауһыҙ хәрәкәттә тигәнде аңлата. Унан тыш, яҡшы интуициялы, изге күңелле, ихлас, хеҙмәт һөйөүсән тигән мәғәнәләре лә бар. Бындай исемде йөрөтөүселәр үҙ энергияһын көндәлек эшкә йүнәлтеүсән. Улар башҡа халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен тиҙ үҙләштерә, гел алға ынтылыусан була. Был сифаттарҙың барыһы ла Ульфа Әсхәт ҡыҙы Һағынбаева ла бар. Сибайҙа уны Светлана тип тә йөрөтәләр.

Заманында ҡыҙҙың атаһы Әсхәт Фазыл улын Сибай руднигына эшкә йүнәлтәләр. Бында 9 йыл эшләгәс, ул эш урынында фажиғәле һәләк була. Әсәһе Йәмилә Вәлиулла ҡыҙы 45 йыл “Мир” кинотеатрында контролер булып эшләй. Бер үҙе 4 баланы аяҡҡа баҫтыра.

Тиҙерәк әсәһенең ҡул аҫтына инергә ашыҡҡан Светлана Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағас йүнәлтмә буйынса Темәс психоневрология интернатына эшкә бара. Унан һуң ауылдың участка дауаханаһында ла эшләй. Темәстә ул ғүмерлек йәрен—Тәлғәт Һағынбаевты осрата. Ул Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтында ветеринарға уҡып йөрөгән була. Йәштәр ауыл клубында киске уйында таныша. Тәлғәттең иҫ китмәле оҫта итеп вальс бейеүенә ғашиҡ була ҡыҙ. Йәштәр өйләнешкәс, тағы бер аҙ Темәстә тәжрибә туплай. Унан инде ҡалаға күсенә. Светлана Һағынбаева Сибай ҡалаһының балалар поликлиникаһында клиник лаборант булып эшкә урынлаша һәм әле лә ошо эшенә тоғро булып ҡала. Тәжрибәле белгесте коллегалары грамоталы, үҙ эшен яҡшы белгәне өсөн ихтирам итә. Уның ҡулы аша көнөнә бер нисә тиҫтә бәләкәй пациент үтә. Тап Светлана Әсхәт ҡыҙы уҙғарған мөһим процедура—бармаҡтан ҡан алып, уны ентекле тикшереүенә дауалаусы табиптың балаға дөрөҫ диагноз ҡуйып артабанғы дауалауы бәйле.

Светлана Әсхәт ҡыҙын әллә нисә тапҡыр өлкәндәр поликлиникаһына эшкә саҡыралар. Ҡайҙан икенсе ергә күсеү! Ул яратҡан эшен ҡалдырып хатта хаҡлы ялға китә алмай.

Ялдарҙа Һағынбаевтар тәбиғәт ҡосағында ял итергә, төрлө үләндәр, емеш-еләк йыйырға ярата. Ире менән икәүләшеп гөрләтеп баҡса үҫтереп, йәшелсә-емеште эшкәртеп, ҡышҡылыҡҡа төрлө салаттар, ҡайнатмалар әҙерләп алалар. Уңған хужабикә сәләмәтлеген дә ныҡ ҡайғырта: бассейнға йөрөй, ҡыштарын саңғыла шыуа, йәй көндәре паркта йүгерә. Ниндәй генә хәлдәр булмаһын Аллаһы Тәғәләгә һыйына. Улдары Тимурҙың уңыштарына һөйөнәләр. Ул бала саҡтан моряк булырға хыяллана һәм уның был теләге тормошҡа ашҡан. Ҡара диңгеҙ флотында әрме хеҙмәтен үткәндән һуң шунда контракт буйынса ҡала һәм ҙур десант карабында фельдшер булып эшләй. Өйләнгән, ата-әсәһенә Йәлил исемле ейән бүләк иткән.

Бына шундай уңған кешеләр эшләй Сибай дауаханаһында. 50 йыл ул 50 көн түгел, ә тотош ғүмер! Афарин, һеҙ йәштәргә намыҫлы хеҙмәт өлгөһө, Светлана Әсхәт ҡыҙы!

Әхәт Мөхәмәтҡолов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың журналистар союзы ағзаһы.

 

Автор:Гульдар Кадаева