Балаларҙың күпләп сырхауы сәбәпле, белем усаҡтарының 1-11 класс уҡыусылары өйҙән уҡырға мәжбүр. Ирәндек лицейы һәм 11-се мәктәптә генә айырым кластар ошо рәүешле уҡыһа, ауырамаған балалар мәктәпкә йөрөүен дауам итә. Өҫтәмә белем биреү учреждениелары ла балаларҙы ҡабул итмәй, дәрестәр дистанцион үтә. 11 февралдә сирләүсе уҡыусылар һәм уҡытыусылар һаны тикшереләсәк. Артабанғы уҡыу процесының барышы хәлдең тотороҡланыуына бәйле.
Табиптар сирҙән һаҡланыуҙың иң ышаныслы ысулы – ковид-19-ға ҡаршы прививка яһатыу тип белдерә. Быға ҡәҙәр 18 йәшкә тиклемгеләргә вакцинация ярамай тиһәләр, уҙған йылдың йәйендә һаулыҡ һаҡлау министрлығы балаларға ла дарыуҙы һалдырыу кәрәклеген хупланы.
--Әлеге ваҡытта ҡалала 3 прививка яһатыу пункты эшләй. Береһе Аструм сауҙа комплексында урынлашһа, үҙәк майҙанда КАМАЗ автомобиле тора. Шулай уҡ поликлиникала прививка яһаталар. 3 пункт та ялһыҙ эшләй.
Ҡалалаштарҙы прививка яһатырға саҡырам. Шулай ул ревакцинацияны ла оноторға ярамай, сөнки 6 айҙан привиканы яңыртырға кәңәш ителә. Ревакцинация булараҡ теләгән вацинаны һалдыра алаһығыҙ, бөгөнгө көндә үҙенең алыштырғыһыҙ булыуын Спутник ви препараты дәлилләне. Ул ике компоненттан тора, ти баш табиптың амбулатория-поликлиника эше буйынса урынбаҫары Гүзәл Һөйөндөкова.
Һуңғы көндәрҙә ҡалала короновирус йоҡтороусылар кәмей төштө. Әлеге мәлдә ковид госпиталдә 27 сирле дауалана, бер кеше реанимацияла ята.